Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
23 Ғинуар 2020, 13:00

Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!

17 йәшендә армия сафтарына саҡырылған Ҡариҙел районы егете Фәрит Гәрәев хәрби авиация училищеһына уҡырға ебәрелә...

Илебеҙ Президенты указына ярашлы, быйылғы 2020 йыл - Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан ителде. Иң ҙур байрамдарҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 Май байрамы йыл да ойошҡанлы үтә. Йылдар һыуҙай аға, данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә тыныс бала саҡ, аяҙ күк бүләк иткән ҡаһарман ветерандар сафы ла һирәгәйә бара.

“Еңеү ирекмәне” хәрәкәтенең Благовещен бүлексәһе, райондың ветерандар советы район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге менән берлектә район – ҡалала йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән урындарға барып, уларҙың хәлен белеште. Бөгөнгө көндә ете Еңеү һалдаты – Петр Гаврилов, Николай Калентьев, Илья Кислицын, Андрей Коврижин, Аркадий Семенов,Тимерйән Шәһиев, Фәрит Гәрәевтарҙың барыһы ла туҡһан йәште уҙған, балаларының, яҡындарының ҡәҙер – хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Улар эргәһенә килгән ҡунаҡтар йәнле әңгәмә ҡорҙо, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Ветерандар алыҫ һуғыш йылдарындағы иҫтәлектәргә бирелде, уҙған яу юлдары тураһында ла тулҡынланып һөйләне.
Ветерандар араһынан Фәрит Гәрәев тураһында тулыраҡ яҙып үтергә булдым. 17 йәшендә армия сафтарына саҡырылған Ҡариҙел районы егете Фәрит Гәрәев хәрби авиация училищеһына уҡырға ебәрелә. Тиҙләтелгән курстарҙы тамамлағандан һуң, осоусы-штурмовик Фәрит Гәрәев фронтҡа эләгә. Ул 1944 йылда сыҡҡан Ил-10 самолетында оса.
Бөйөк Еңеүҙән һуң Фәрит Кәбир улы хеҙмәт иткән авиация дивизияһы Алыҫ Көнсығышҡа күсерелеп, унда ла күп япон миллитаристары юҡ ителә. Бик күп орден- миҙалдар менән бүләкләнгән Фәрит Кәбир улы тыуған яғына тик 50 – се йылдар башында ғына әйләнеп ҡайта. Хөрмәтле аҡһаҡал әле лә орден - миҙалдарының барыһын да ҡәҙерләп һаҡлай.
- Минең өсөн иң ҡәҙерлеһе - I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены. Хоҙай Тәғәлә атап биргән яҙмышыма бер ҙә зарланмайым. Уҙған тормош мәктәбем – күп тармаҡлы шәжәрәмдә урын алған ейәндәрем,бүләләрем өсөн ысын өлгө булып тора - тип һөйләне ветеран.
Барлыҡ ата-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы, тылда эшлә-гәндәрҙең тырышлығы онотолмай. Тыуған ил, беҙ – тыуыр балалары өсөн ғүмерҙәрен һалған ата-бабаларыбыҙ мәңге беҙҙең йөрәктә.
Читайте нас: