Йәйғор
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
6 Апрель 2020, 11:45

“Биктимер” шишмәһе – дауа сығанағы

Шишмә йыры бер ҡасан да тынмаһын!

Мөғжизәле тәбиғәт күренештәренең береһе - шишмәләр. Уларҙың һыуы саф, бәллүр кеүек үтә күренмәле һәм шифалы.
Шундай сығанаҡтарҙың береһе – Үктәй ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан "Биктимер" шишмәһе. Үктәйҙәр инде быуаттан артыҡ уның һыуын ҡуллана. Хәҙер урамдарҙа колонкалар эшләй, күп йорттарға һыу ингән, әммә барыбер кешеләр һыу алырға шишмәгә йөрөй. Шишмә һыуына етәме һуң! Йылдың теләсә ҡайһы ваҡытында сығанаҡ янында кеше өҙөлмәй. Ауыл кешеләре һыу алырға ҡышын аттарҙа килһә, йәйен – машинала елдерә. "Биктимер" янына ошо шишмә һыуын эсеп үскән, бөгөнгө көндә ситтә йәшәүсе үктәйҙәр ҙә йыш килә. Улар һыу янында ял итеп китә, иҫтәлектәргә бирелә - балалыҡ һәм үҫмер йылдарын иҫкә төшөрә.
Өлкәндәрҙең әйтеүенә ҡарағанда, шишмә һыуына иртә таңдан барырға кәрәк. Сөнки иртәнге һыу иң шифалы һанала. Бигерәк тә доға уҡып алһаң, ул күп ауырыуҙарға дауа икән.
Бороңғолар шишмәгә бик иғтибарлы булған. Йыл һайын ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, шишмәне таҙарта торған булғандар: һыуын түгеп, бүрәнәләрен ышҡып йыуғандар. һыу йыйылып ятмаһын өсөн каналды тәрәнәйтеп ҡаҙығандар. Шишмәнән һыуҙы таҙа биҙрәләр менән генә алырға ярай. Шуға күрә һыуға килгән ҡатын-ҡыҙҙар башта биҙрәләрен түбән ағымда үлән менән ҡомлап ышҡығандар. Уларҙа хатта ҡояш нурҙары сағылып торған.
Шишмә – организмды ғына терелтеп ҡалмай, ул ижадҡа ла илһамландыра. Үктәй ауылынан сыҡҡан шағирә, прозаик, драматург, Татарстан яҙыусылар берлеге ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Халисә Мөҙәрисова һәм шағирә Миләүшә Ғилманова ла “Биктимер” шишмәһе һыуҙарын эсеп үҫкәндәр, бала саҡта ҡыҙҙар менән бергә һыуға йөрөгәндәр. Улар үҙҙәренең әҫәрҙәрендә шишмәне данлап йырлай. Яҡташтарыбыҙҙың әҫәрҙәре тормошто яратырға, үткәндәрҙең ҡәҙерен белергә, тәбиғәтте һаҡларға өндәй. Халисә Мөҙәрисова үҙенең “Ал кирәк, гөл кирәк” әҫәрендә шишмәнең барлыҡҡа килеү тарихына туҡтала. Заманында был шишмә киҙләү генә булып тибеп ятҡан. Биктимер атлы кеше уны ҙурайтып, таҙартып, бура төшөрөп, ағым яһап, тәртипкә килтергән. Шул ваҡыттан алып кешеләр был шишмәгә һыуға йөрөй башлаған. Ул үҙе күптән вафат, ә шишмәһе – тере, кешеләргә хеҙмәт итә. Бер нисә йыл элек урмансы булып эшләүсе Сәғиҙулла Ғималетдинов шишмәнең бураһын яңарта - сығанаҡ өҫтөнә матур ғына өй төҙөп ҡуя. Ауылдаштары уның изге эшен онотмай.
Үктәй ауылында матур йола йәшәй – яңы төшкән килендәргә һыу юлын нәҡ ошо “Биктимер” шишмәһенә күрһәтәләр.
- Бынан 44 йыл элек миңә лә һыу юлын ошо шишмәгә күрһәттеләр, - тип һөйләй Үктәй ауылы килене Рәзилә Әхмәҙуллина. – Байтаҡ ҡына йылдар шишмә һыуын ташырға тура килде. Һыуҙың бер тамсыһын да әрәм итәһе килмәй ине, шуға күрә һыу өҫтөнә япраҡ һала инек. Һыуға барыу әле ул иң яҡын әхирәтең менән серләшеү өсөн бик уңай ваҡыт. Шишмәгә барғансы, ҡайтҡансы рәхәтләнеп һөйләшәһең. Шишмә янында тәбиғәт матур. Бында ниндәйҙер рәхәтлек, сири көс бар шикелле.Тиҙ генә ҡайтып китәһе лә килмәй. Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып, шишмә һыуы эсеп, рәхәтләнеп ял итәһең.
-Халыҡ йолаларына тоғро ҡалып, егерме йыл элек киленебеҙгә лә һыу юлын ошо шишмәгә күрһәттек, - тип дауам итә Рәзилә апай.- Туйға килгән ҡунаҡтар бөгөнгө көнгә ҡәҙәр йоланы матур бер иҫтәлек итеп һаҡлай.
...Шишмә даими ҡарауҙы талап итә. Уникаль тәбиғәт мөғжизәһен һәләк итергә ярамай. Халыҡ әйтмешләй, шишмә – һыу сығанағы ғына түгел, ул – үткәндәр һәм киләсәк менән бәйләүсе тере еп тә.
Читайте нас: