Йәйғор
+14 °С
Облачно
Әҙәби күстәнәс
31 Декабря 2020, 21:00

Бай ябайлыҡ

Наилә Әйүпова-Рәжәпованың шиғырҙарын уҡығанда үҙеңде илаһи бер донъяға барып эләккәндәй тояһың. Бына ғәжәп: ул донъя иҫ киткес ҡатмарлы һәм бай, шул уҡ ваҡытта аңлайышлы һәм ябай. Был донъяла хис-тойғоларҙың тыныс тәрәнлеге, теүәл бөтөнлөгө әсир итә. Ғүмер көҙөнә еткән һәр кемгә яҡын был хистәр. Ә йәшерәктәр тормоштағы һәр аҙымды үлсәберәк баҫырға кәрәклеге хаҡында уйланмай ҡалмайҙыр ошо сихри юлдарҙы уҡығанда. Ғүмер буйына йыйылған фәһем-һабаҡтарҙың шиғри фекергә төйнәлгән һығымтаһы бит был әҫәрҙәр.
Ижадсының теле лә ғәжәп бай, ләкин бөҙрәлек менән әҙәмде шаҡ ҡатырырға тырышыу юҡ ул шиғырҙарҙа. Һәр һүҙ эске донъяны, уй-фекерҙе теүәл еткереүгә хеҙмәт итә, йәғни был йәһәттән дә бай ябайлыҡ хөкөм һөрә.
Наилә ханымдың бер генә шиғырын уҡып ҡарайыҡ әле.
Ир ҡабырғаһын турылап
Яһалған ҡатын-ҡыҙмын.
Ҡабырғанан булғанға ла
Иремдән уҙынмаймын.
Аяҡтан яһалмағанмын –
Түбәнлек күрмәҫ өсөн.
Баш тирәһенән дә түгел –
Артыҡ үҫенмәҫ өсөн.
Ҡабырғанан яһалғанмын
Иңемде ҡуйыр өсөн.
Иңдәр иңдә булһа ғына,
Була йәшәргә көсөң.
Ҡултыҡ аҫтында ҡабырға –
Урыны ышаныслы.
Һынмаҫ өсөн – һығылмалы,
Осло һүҙ өсөн – осло.
Ҡабырға йөрәк янында –
Һөйөлөр, һөйөр өсөн.
Ҡартая ла белмәй үҙе,
Йәшәй юғалтмай төҫөн.
Ир ҡатыны булыу вазифаһын аңлаған зат ҡына ошо хәҡиҡәтте беләлер. Хоҙайҙан тел асҡысы бирелгән шағирә генә ошо хәҡиҡәтте ошондай һүҙҙәр аша еткерә алалыр.
Наилә ханымдың шиғриәте ифрат бай йөкмәтеле һәм төрлө тематикалы. Тыуған яғына – Нуриман районының гүзәллегенә, тәпәй баҫҡан, буй еткергән ауылы Нимесләрҙе һағыныуына бағышланған әҫәрҙәре айырым урын биләп тора. Оло тормош юлына баҫҡас, уға гел генә сит тарафтарҙа йәшәргә тура килә, ләкин ауылы ымһындырғыс йондоҙ кеүек ғүмер баҡый уны тартып тик тора шул. Тыуған яғының болоттарынан алып еләктәренә тиклем шиғырҙарына инеп бөткән. Һәр шиғырҙан тыуған ауылының ипкене бөркөлә, тыуған еренең елдәре иҫә, тыуған тупрағының йылыһы тойола. Шиғырҙағы ҡыҙсыҡ йәп-йәш әсәһенең ҡулын етәкләй. Алыҫта ҡалған бәхетле бала саҡтың шиғри юлдарға инеп ҡалыуы бит был. Һүҙҙәр менән сигелгән рәсемдән күңелде яҡты бер моңһоулыҡ сорнай.
Наилә Ғабдулла ҡыҙы ижады тураһында үҙе былай тип яҙа: «Һәр шиғырым – оло донъя, үткәндәргә байҡау. Шиғырҙарымда – тормош гүзәллеге, теләктәрем, бала сағым хәтирәләре. Тыуған еремә, әтием-әниемә, ҡояшлы көнөмә сикһеҙ рәхмәтлемен».
Урта мәктәпте тамамлағас, Наилә Өфөгә юллана һәм трамвай йөрөтөүсе һөнәренә уҡып сыға. Ҡыҙ 9-сы маршрутта 909-сы һанлы трамвайҙы йөрөтә. Ауылда 8-се класта уҡығанда уҡ күршеләренә ҡунаҡҡа килгән Бүздәк районы егете Рәсүл менән танышҡан була. Баш ҡалала танышлыҡ дуҫлыҡҡа, мөхәббәткә әйләнә. Йәштәр өйләнешә, ҡыҙҙары тыуа. Бер йәшлек бала менән Үзбәкстанға Рәсүлдең туғандарына ҡунаҡҡа баралар. Өфөлә фатирһыҙ йонсоған йәш ғаилә Бохарала туғандары ныҡ итеп өгөтләүенә күнә һәм шунда тороп ҡала. Эш тә табыла, фатирлы ла булалар. Тик тыуған яҡ тарта шул, түҙгеһеҙ итеп тарта. Ун өс йылдан, 1985 йылда, Башҡортостанға әйләнеп ҡайталар. Наилә тыуған төйәгенә бик ынтылһа ла, әсәһен энеһе Мәләүезгә күсереп өлгөргәнлектән үҙҙәре лә шунда юллана. Ул саҡта КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары М. С. Горбачев иғлан иткән «Торлаҡ-2000» программаһына эләгеп, еңел генә Мәләүез ҡалаһында ер алалар һәм бер йыл эсендә үҙ ҡулдары менән йорт һалып инәләр. Бик уңған, эшлекле Рәсүлдең оҫта ҡулдары менән йәшәр өсөн бик уңайлы йорт-ихата хасил була, егәрле, зауыҡлы Наилә уны гөл-сәскәгә күмә.
Әйүповтарҙың донъяһын бигерәк тә яран гөлө биҙәй. Әсәһенең яратҡан гөлөн хужабикә өй эсендә лә күп итеп үҫтерә, яҙҙан көҙгә тиклем ихатаһы ла уның аллы-гөллө сәскәләренә күмелә. Был гөлдәр уның шиғырҙарында ла балҡый:
Ал-ҡыҙыл сәскәле яран гөлө
Әсәйемдән ҡалған ҙур бүләк.
Яҙҙар һайын сәскә ата гөрләп,
Әсәй ултырғандай һүҙ һөйләп.
Һағынғанда, балам, ҡарарһың тип,
Биргән ине иҫән сағында.
Әсәйемдең наҙлы күҙ ҡарашы
Яран гөлдәрендә сағыла, – тип яҙа ул бер шиғырында.
Наилә ханым ғүмер буйы шиғыр ярата, уҡытыусы атаһы Ғабдулла Ғәли улы Рәжәповтың көслө йоғонтоһо аҫтында тәрбиәләнә. Атаһы уға бөйөк әҙиптәр Ғабдулла Туҡай, Һаҙый Таҡташ, Мәжит Ғафури донъяһын аса. Шунлыҡтан, урыҫ мәктәбендә уҡыһа ла, туған татар телен белеп үҫә. Ҡыҙыҡай бәрәңге утағанда ла, һыуға барғанда ла шиғыр ятлап йөрөр була, үҙе лә дүрт юллыҡтар сығара башлай. Байтаҡ йылдар дауамында ул үҙенең ижадсы булыуына әһәмиәт биреп еткермәй. Донъя мәшәҡәттәре, яуаплы эш тә ваҡыт ҡалдырмағандыр инде. Наилә ханым Мәләүездә егерме йыллап ҙур төҙөлөш идаралығында профсоюз ойошмаһы рәйесе була. Мең ярымлап кеше эшләгән предприятиела профком рәйесе булыу ир-ат башҡара торған вазифа иҫәпләнһә лә, Наилә Ғабдулла ҡыҙы һынатмай, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә белеүе, төплө аҡылы, хәстәрлелеге менән абруй яулай.
Хәҙер инде хаҡлы ялдағы Наилә Әйүпова-Рәжәпова баш-көллө ижадҡа сумған. Өс китабы донъя күргән: «Ҡатын-ҡыҙ күңеле» (2005 йыл), «Алмағасым көҙөн сәскә атты» (2009 йыл), «Яҙҙарыма ҡоштар осорам» (2015 йыл). Шиғырҙары республика матбуғатында баҫылып тора. «Одноклассники» сайтында «Изге мираҫ» тигән төркөм асҡан, ижадын һөйөүселәр менән аралашып, уларға шиғырҙарын уҡытып бара. «200-300-әр лайк ҡуйылғандары бар, халыҡ шиғыр ярата», – ти автор. Рух һәм әхләҡ тотҡаһы булған дин юлынан ихлас бара ул. «Аллаһ һаҡлаһын» тигән төркөмдә ошо юлда ижад ителгән шиғырҙары күп.
Авторҙы халыҡ менән йәнле осрашыуҙарға бик йыш саҡыралар. Композиторҙар (Муса Смаҡов, Флүрә Үҙәнбаева, Нәзирә Ишҡолова, Флүрә Шәрипова) уның шиғырҙарына йырҙар яҙа.
Тыуған яғы Нуриманға ла ара-тирә юлы төшөп тора. Тик барыбер танһығы ҡанмай, һағыныуҙары яңынан-яңы шиғыр юлдары булып аҡ ҡағыҙға һибелә.
Яҡташыбыҙҙың шиғырҙар шәлкемен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле дуҫтар.

Читайте нас