Йәйғор
+24 °С
Облачно
Әҙәби күстәнәс
31 Декабря 2020, 21:00

Ысын күңелдән сыҡҡан һүҙ

Иглин ауылында яңы китап донъя күрҙе
Район халҡына күптән таныш булған шағир Закир Садиҡовтың беренсе йыйынтығы донъя күрҙе. «Шишмә» тип аталған йыйынтыҡҡа авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, хикәйәләре, күҙәтеүҙәре тупланған.
– Шиғырҙар – күңел көҙгөһө кеүек, һәр береһенә ниндәйҙер бер хис-тойғо, күңел торошо, ҡәҙерләп һаҡланған иҫтәлектәр йәки тәьҫораттар һалынған, тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Китаптың исеме «Шишмә» тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Ул минең күңелемдән урғылып сыҡҡан илһам шишмәһе. Шиғырҙарым ана шул шишмәнең һөҙөмтәһе: күңел асылы, хистәремдең торошо, йөрәк тибешемдең сағылышы. Кеше бит бер генә көн дә уй-кисерешһеҙ, хыялһыҙ, өмөтһөҙ, үткәндәр һәм киләсәк тураһында уйланмай йәшәй алмай. Илһам килеп, яңы шиғыр тыуһа, кескәй генә бер шишмә атылып сыҡҡандай була, – ти үҙенең китабы хаҡында автор.
Закир Нәзир улы Садиҡов Салауат районының Ташауыл ауылы егете. Беренсе кластан уҡ йор һүҙе, үткер теле менән уҡытыусыларҙы һоҡландыра ул. Балыҡ тотҡанда, уйнағанда, дәрес әҙерләгәндә, йорт тирәләй эштәр менән булышҡанда гел генә рифмалар уйлап, шиғырҙар сығарған егеттең китаптарға булған ҡыҙыҡһыныуы, белем алырға теләге һәр ваҡыт көслө була. Журналист, филолог булырға яҙмаһа ла, әҙәбиәт, шиғриәткә мөхәббәте бер ваҡытта ла һүрелмәй уның. Дыуан районының Ярос-лавка ауыл хужалығы училищеһын тамамлап тракторсы һөнәренә эйә булған егет 1987 йылда Фатима Рәүеф ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәрә. Йәштәр 1988 йылда Иглин яҡтарында төпләнә. Ошонда йорт һалып, дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Айгиз, Ләйсән, Эльза, Айҙар бәләкәйҙән әҙәбиәтте ныҡ үҙ итә. Ғаиләһендәге китап уҡыу йолаһын улар ҙа теләп атҡара.
Был йыйынтыҡта авторҙың күпләгән шиғырҙарының тик бәләкәй генә өлөшө кергән.
- Минең күңел йылыһын биреп яҙған шиғырҙарым һеҙҙең йөрәгегеҙҙә ниндәйҙер бер йылы хистәр уятһа, тормош, йәшәү мәғәнәһе, яҡындарығыҙ тураһында уйланырға мәжбүр итһә, мин бик шат булыр инем. Сөнки, ғүмер бер генә. Һәр ҡайһыбыҙ артынан ниндәйҙер бер эҙ ҡала, иҫтәлек һаҡлана. Тик ысын йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә, саф шишмә һыуы кеүек, шифа булып кеше күңеленә барып етә ала. Был йыйынтыҡҡа тупланған шиғырҙар һәм хикәйәләр уҡыусыларыма хуш килер тигән ышаныс-та ҡалам, – ти автор.
Закир ағайҙың был тәүге, әммә һуңғы китабы булмаһын. Беҙҙе ул тағы ла өр-яңы шиғырҙары менән ҡыуандырыр тип ышанабыҙ. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның йыйынтығындағы шиғырҙы тәҡдим итәбеҙ.

Читайте нас