Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
13 Май 2021, 16:00

Өйҙөрәк тамағының хозурлығы

Мең иле ерҙәрен һуғарыусы ике йылға бергә осрашҡан урын – Өйҙөрәк тамағы, ул Ябалаҡлы ауылынан 1–1,5 саҡрымда ята.

Мең иле ерҙәрен һуғарыусы ике йылға бергә осрашҡан урын – Өйҙөрәк тамағы, ул Ябалаҡлы ауылынан 1–1,5 саҡрымда ята.
Мул һыулы Дим (Күгиҙел) йылғаһына, ҡояш нурҙарында көмөш тәңкә тулҡындарын уйната-уйната, Өйҙөрәк килеп ҡушыла. Йылға уртаһында барлыҡҡа килгән бәләкәй ултырауҙарҙа ҡауҙы, торна кеүек ҡоштарҙы ла йыш осратырға була. Артабан Дим тулҡындарын өйөрөлтә-өйөрөлтә юлын дауам итә. Һул ярында йөҙйәшәр мөһабәт аҡ тирәктәр үҫә, әйтерһең дә улар ошо гүзәллекте яҡлап һаҡта тора. Ҡаршы ярҙа Ҡыҙҙар сағылы күҙгә ташлана, ул үҙе генә лә серле риүәйәттәр менән һуғарылған. Борон-борондан был урынды ерле халыҡ та, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа ял итеү өсөн хуп күргән. Ябалаҡлы элек-электән ҡымыҙы менән дан тотҡан, өләсәйем Гөлйыһан Ғариф ҡыҙы Хисмәтуллинаның (1890 йылғы):
– Ҡымыҙниктар Өйҙөрәк тамағында сатыр ҡороп, бер-нисә ғаилә йәй буйына ҡымыҙ эсеп, ял итеп ята торғайнылар, – тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.
Тирә-яғында балан ҡыуаҡлыҡтары, гөлйемеш үҫә, йомро күлдәр теҙмәһе, таллыҡтар, сәсеп үҫтергән кеүек аҡ тирәктәрҙең йәш үҫентеләре буй еткерә. Сәскәләрҙең хуш еҫенән баш әйләнә. Тәбиғәттең ошо хозурлығы тәнгә сихәт, йәнгә тыныслыҡ бирә.
Читайте нас: