Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
13 Апрель 2022, 14:36

Йөрәк СИРе...

Мәғәнәһеҙ һуңғы телефон аша һөйләшеү. Һуңғы икәнен белмәнем шул, ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәр әйттем, мәғәнәһенә һуңлап төшөндөм...Килерһең тигәйнең, ул көндө лә көттөм шул. Көттөм шул, тик һин генә көтөп етмәй киттең шул... Ә мин бөттөм... Һаман көттөм. Ышанманым...

Йөрәк СИРе...
Йөрәк СИРе...

Интернет селтәрендә «Һүҙҙәрем-күргәндәрем» төркөмөнә тап булдым. Баймаҡ ҡыҙы Әлия Хәсәнова ижады йөрәккә үтеп инә. Уйлап сығарылған хикәйәләр түгел, автор тормошонан алынған.

***

Тыуған көнөң онотолмай... Онотолмаған кеүек ул йылдағы көҙ ҙә. Гүйә, йөрәгемдең бер өлөшө шул мәлдә ҡалған...Әллә... Үҙең менән алып киттең микән мәңгелеккә...
Бала -саға ғына булған ул йылдар һәм сикһеҙ мөхәббәт, эскерһеҙ саф тойғолар менән һөйә белгән ул мәлдәге йөрәк ваҡыт даръяһына батып юғалдымы?! Һине тәүгә күргәндән алып бөгөнгәсә иҫ -аҡылымды юйҙырған,күңелемдең иң түрендәге неп -нескә ҡылына тейгән хис нимә ул?! Яратыумы, йән атыумы, ғазап, әрнеү, һыҙланыумы?! Белмәйем... 

Сәстәреңде ҡырын һелтәп, эргәмдән серле ҡараш ташлап үткәнең, бейей -бейей оҫта ғына теннис уйнауың, алдан белеп -белешеп ,тура килтереп һин ҡала интернатта тип ялдарҙа үҙем дә ҡайтмай ҡалыуҙарым, беҙҙең кабинеттағы икәү генә белгән сер бүлешеүҙәр, үҙеңсә генә итеп башҡарған моңло йырҙарың, һәр ҡыланышың, һәр ым -ишараң, әйткән һүҙҙәрең -барыһы ла хәтеремдә. Рус әҙәбиәте дәреслеге лә һин ҡалдырған яҙыу -сыйыуҙы һаҡларҙыр бит... Һине күрер өсөн йәйге каникулдарҙың һәр көнөн, сәғәтен һанап еткерер инем уҡыу мәлен. Йәйҙәрҙе көҙҙәр алыштырып, ҡыштарҙан яҙҙарға күсеп үткән ғүмер ағышында һис юғалтыуҙар, үкенеүҙәр, һүнеп -һүрелеүҙәр булыр тиеп белмәнем шул!.. Беренсе һәм аҙаҡҡы тапҡыр һинең һуңғы ҡыңғырау тантанаң алдынан булған осрашыу, аралашыу, ул саҡтағы әйтелгән һүҙҙәрҙе, әллә ниндәй хистәр менән төбәлгән күҙҙәрҙе минең менән бергә интернаттағы барса беҙ үткән урындар һаҡлай төҫлө!!! Һаҡлайым да һымаҡ, аҡланам да һымаҡ...

Мәғәнәһеҙ һуңғы телефон аша һөйләшеү. Һуңғы икәнен белмәнем шул, ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәр әйттем, мәғәнәһенә һуңлап төшөндөм...Килерһең тигәйнең, ул көндө лә көттөм шул. Көттөм шул, тик һин генә көтөп етмәй киттең шул... Ә мин бөттөм... Һаман көттөм. Ышанманым... Тик теге мәл, арыу ғына йылдар үткәс, бар көсөмдө туплап, йөрәгемде усыма йомарлап һиңә барғас, ете -ят зыяратта һине тапҡас... Юҡ... Шундаһың икән дә... Тик барыбер ышанаһым килмәй. һин был донъялыҡта, ошо кешеләр араһында ғына юҡһың, ә миндә, минең күңелемдең иң түрендә һин Мәңге йәшәйһең...Ниндәй гүзәл яҙҙар һиңә ғүмер бүләк итһән, ниндәй яманы һине тартып алған. Һин күрә алмай киткән яҙҙарҙан һөйөү һәм наҙ көҫәгән мин генәме икән?! Онот тиҙәр, үткәндәрҙе онот тиҙәр. Үткәнме ул?! Юҡ, үтмәгән. Ул Мәңгелек СИР. Йөрәк СИРе...

 

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: