Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
22 Июнь 2022, 10:08

Яңы шиғырҙарым – уҡыусыларыма!

Нуриман районынан Яңы Субай ауылынан Миләүшә Ғилманованың шиғырҙары

Һеҙҙең иғтибарға үҙемдең яңы шиғырҙарымдың  бер нисәһен тәҡдим итәм. Яҙған шиғырҙарым аҙға гына донъя мәшәҡәтенән арындырып, кәйефһеҙҙәргә кәйеф өҫтәһен ине. Миҙгелдәрҙең төрлө мәлдәрендә лә, улар күңелдәргә йылы нур булып үтһен. Аҙ ғына, бер генә мәлгә ғүмерҙең фанилығын иҫкә төшөрөп, йөрәктәргә мәрхәмәт орлоҡтары һалһын, асыулы ирендәргә йылмайыу булып ҡунһын, арыған тәндәргә сихәт, ял өҫтәһен....

Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы булған Миләүшә Әмир ҡыҙы Ғилманова Нуриман районының Яңы Субай урта мәктәбе уҡытыусыһы. “Хыялдар ымһындырғыс”, “Аҡ - ҡаранан тормай был донъя” шиғри йыйынтыҡтар авторы. Шиғырҙары республикабыҙҙың гәзит - журналдарында даими баҫылып тора. Шағирәнең исеме Нуриман районының Хеҙмәт Даны аллеяһында урын алған.

 

Күтәрелә ине кәйеф

Күтәрелә ине кәйеф

Әсәй арҡамдан һөйөп

Әйтһә: ”Ҡыҙым - гөлдәр кеүек,

Һин миңә алтын кеүек!

Уттар ғына сығып ҡалһын

Һинең баҫҡан эҙеңә.

“Кем ҡыҙы? “- тип һоҡланһындар

Һинең йөрөгән ереңдә.”

Етмәй бөгөн маҡтаусылар

Шулай арҡамдан һөйөп.

Шуға йөрөйөмдөр инде

Күп саҡта башты эйеп.

Тырышалар кәмһетергә,

Кәйефте төшөрөргә.

Йылы елдәр булып наҙлай

Әсәй  төшөмдә генә.

Йоҡонан торғас, ҡыҙымды

Уятам  наҙлап - һөйөп.

“Ҡыҙым минең - гөлдәр кеүек,

Һин миңә алтын кеүек.

Уттар ғына сығып ҡалһын

Аяҡ баҫҡан эҙеңдә.

“Кем ҡыҙы?”- тип һоҡланһындар

Осраған һәр ереңдә!”

 

Ҡатын - ҡыҙ

Ғаилә - карапта

Мин  - ишкәксе лә.

Кәрәк булғанда

Мин  - хеҙмәтсе лә.

Үҙем – бешереүсе,

Үҙем -йыуыусы.

Тимер киҫеүсе,

Ағас юныусы.

Асыуым килһә,

Булам биләмсе.

Ниҙер кәрәкһә,

Булам теләнсе.

Тауыҡ та сүпләп

Бөтөрмәҫ эшем.

Түҙеп йәшәргә

Етерме көсөм.

Теләп башҡарған

Ошо эштәрем.

Иңгә йөкләнгән

Ғаилә -биштәрем.

Көнө буйы эшлә -

Күҙгә күренмәй.

Хаҡ та түләнмәй,

Баһа бирелмәй.

Ләкин тик бер көн

Өйҙә тормаһам,

Ошо эштәрҙе

Эшләп ҡуймаһам,

Өйҙә - өйөрмә,

Бысраҡ һәм һыуыҡ,

Ғаилә - карапты

Ел йөрөй ҡыуып.

Ҡатын-ҡыҙ юҡта

Бөтөр бәрәкәт.

Ғаилә карабын

Көтөр һәләкәт.

 

Әбейҙәр сыуағы

Көҙҙөң иң гүзәл мәлелер

Ул – әбейҙәр сыуағы.

Ҡояш нурында йылмая

Һәр ағас, һәр ҡыуағы.

Ошо сыбар гүзәллеккә

Ҡарап торам  ҡыуанып,

Күшеккән күңелем моңо
Ҡала төҫлө юғалып.

Зәңгәр күкте иңләп йөҙә,

Аҡ болоттар – юғары.

Йылы яҡҡа осар ҡоштар

Күкте нисә ураны.

Күңелгә үтеп керә лә

Шат ҡояштың нурҙары,

Ишетелә ҡолағыма

Йәшлегемдең йырҙары.

Был миҙгелдең шаян мәлен
Тик бәхеткә юраным.

Киткән ҡоштарҙан ҡул болғап

Иҫәнлектәр һораным.

Ләкин алдатҡыс ҡына шул
Был әбейҙәр сыуағы,

Бындай аяҙ, асыҡ көндәр

Көҙҙөң һуңғы ҡунағы....

 

Ҡойолған япраҡтар

Ғүмер йылдары берәмләп

Өҙөлгәндәй гүйә.

Ел ҡойолған япраҡтарҙы

Бер урынға өйә.

Теләһә ул япраҡтарҙы

Тирә-якка сөйә.

Зифа һынлы ағастарҙың

Башын аҫҡа эйә.

Матур ине көҙгө урман

Хәҙер ҡара көйә.

Ыңғырашып ҡуя йәндәр

Етте...Ваҡыт...тейә.

Еткән ваҡыт, еткән,

Тик күңелдәр генә,

Яҙ һаҡлаған утрау һымаҡ

Һаман шашып һөйә.

 

 

 Үткәндәрҙе таба алмам...

Үҙ-үҙемә урын табалмайса,

Һинең өсөн яндым, хафаландым.

Нисә йылдар йөрәк хистәремде

Тыялмайса, ярһып яфаландым.

Өлөшөмә төшкән көмөшөмә

Риза булмай мәңге ҡабаландым,

Һыуға баттым, йәки утҡа керҙем,

Нисә ҡабат әрнеп яраландым..

Елдәр уйнай хәҙер арабыҙҙа,

Тиле хистән буғай араландым,

Мин ниһайәт ашмаҫ хыялдарҙан,

Булмаҫ өмөттәрҙән дауаландым.

Үҙ-үҙемә хәҙер вәғәҙә бирҙем,

Был хатаны тинем ҡабатламам,

Алданыулы тормош ҡосағына,

Мин керһәм дә,беләм, ҡабат янмам.

Һалҡын һыуҙы хәҙер өрөп ҡабам,

Ҡыуһалар ҙа артыҡ ҡабаланмам.

Ләкин һиҙәм: үткән көндәремде,

Таба алмам, бүтән таба алмам.

 

Йыйырсыҡтар

Йөҙөңдәге йыйырсыҡтар –

Уҙған юлдарың микән?

Әллә ашмаған хыялың –

Ҡыҫыр уйҙарың микән?

Барҙыр йәшерен серҙәрең

Уларҙың араһында.

Әйтелмәгән хәсрәттәрең

Миңеңдең ҡараһында.

Татлы ыңғырашыуҙан да,

Моңло йырлауҙарҙан да.

Йыйырылғандыр йөҙҙәрең

Бушҡа илауҙарҙан да.

Буй һыҙыҡтар –бәхет булһа,

Арҡылыһы –моңоңдор.

Һәр кемдең дә йөҙ һалымы –

Үткән тормош юлылыр.

Һәр кемдең үҙ йыйырсығы

Оҡшамай бүтәндәргә.

Кешенең йөҙ –ҡиәфәте –

Һәйкәлдер үткәндәргә.

Автор:Миләүшә Ғилманова, Нуриман районы, Яңы Субай ауылы
Читайте нас: