Йәйғор
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
23 Июнь , 12:26

Улымдың атаһын туйға саҡырырғамы-юҡмы

 “Улым, ниндәй генә булмаһын, ул – һеҙҙең атайығыҙ. Аралашығыҙ”, – тиһәм дә, ике балам да минең менән риза түгел

Рәмзиә исемле ҡатындың яҙмаһын тәғдим итәбеҙ.

***

Улымдың атаһын туйға саҡырырғамы-юҡмы, тип икеләнәм... 

Ирем менән матур ғына дуҫлашып йөрөп өйләнештек. Әлбиттә, тормош булғас, барыһы ла булды, әммә дөйөм алғанда етеш, татыу йәшәнек. Икебеҙ ҙә юғары белемле инек, һөнәребеҙ буйынса эшләнек: мин – уҡытыусы, ул – юрист.

Белгес булараҡ, иремде яманлай алмайым, бик тиҙ үҫте, карьера яһаны. Мин дә баштан уҡ эшемде яратып башҡарҙым, әммә ғаиләне, балаларҙы беренсе урынға ҡуйҙым. Ирем хужа булғас та еткән, тип һананым.

Шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда, аралар һыуына башланы. Сәбәбе сит ҡатында булған. Тиҙҙән барыһы ла асыҡланды: ирем тәүге мөхәббәтен осратҡан һәм улар осраша икән.

Бик ауыр айырылыштыҡ, айырыуса балалар ҡыйын кисерҙе был хәлде. Улыбыҙға – 17, ҡыҙыбыҙға 14 йәш ине. Үҫмер өсөн иң ҡатмарлы саҡтарында атайҙары ташлап сығып китте. Ул ваҡытта ниҙәр кисергәнде тәфсирләп яҙып тормайым. Балаларым хаҡына көслө булырға, хәсрәтемде тышҡа сығармаҫҡа тырыштым, ныҡлап эшемә бирелдем.

Яңғыҙ ҡалыуыма дүрт йыл тигәндә, тол ҡалған ир менән танышып, яңынан ғаилә ҡорҙоҡ. Изге күңелле, матур холоҡло кеше әлеге иптәшем. Ниһайәт, күңелем тыныслыҡ тапҡандай булды, үҙемде яратып, тағы ла ғаиләм, өйөм тип яҡшынан-яҡшыны булдырып йәшәй башланым.

Яңғыҙ йәшәгән дүрт йылда социаль селтәр аша иремдең тормошон күҙәтеп йонсой инем. Әлеге ҡатыны менән ҡайҙа барһалар ҙа, фото ҡуялар: йә театрҙа, йә байрамда, берәй ерҙә ялда, диңгеҙ буйында... Шул саҡтарҙа гел илай торғайным. Хәҙер инде ул хәлдән арындым, үҙемдең иҫәрлегемде көлөп иҫкә алам.

Улыбыҙға 26 йәш. Өйләнергә йыйына. Туй мәшәҡәттәре менән мәж киләбеҙ. Бер көн иптәшем: “Атаһын туйға саҡыралыр, моғайын”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Улыма әйткәйнем, риза түгел. “Беҙҙе ташлап киткән атайҙың туйымда булыуын теләмәйем”, – тине лә ҡуйҙы. “Улым, ниндәй генә булмаһын, ул – һеҙҙең атайығыҙ. Аралашығыҙ”, – тиһәм дә, ике балам да минең менән риза түгел. Кисерә алмайҙар, ахыры. Ә мин күптән кисерҙем. Шулай рәхәтерәк икән. Балаларыма ла шуны аңлатырға тырышам, тик әлегә улар быны ҡабул итмәй.

Тәүге иремдә лә ғәйеп бар, әлбиттә. Минән сығып китһә лә, балалар менән араһын һыуытмаҫҡа башы етмәне. Ирем менән балаларымдың араһын яҡынайтыу өсөн нимәлер эшләргә кәрәкме икән? Улым менән яңынан һөйләшеп ҡарарғамы? Берҙән-бер улының – баш балаһының туйына килгеһе киләлер бит уның да...”

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас в