Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
7 Сентябрь 2022, 15:02

Урланған йәшлек

Ринат Шәйбәков хикәйәһе

I
Ауылдың иң һылыу ҡыҙы булып үҫеп килгән, 16 йәше менән барған Зарифаға егеттәр күҙ ата башлаған ине, тик унда уҡыу тураһында теләк ныҡ көслө булғанға, егет ҡайғыһы юҡ. Берсә хыялдарға сума, берсә көлгөһө, берсә ҡысҡырып йырлағыһы, ҡоштар һымаҡ осҡоһо килә. Киләсәге хаҡында тик яҡты өмөттәр генә юрап, татлы хыялдарға сумып тыуған нигеҙендә иркәләнеп кенә йәшәр сағы Зарифаның. Яңы бөрөләнеп килгән сәскә генә мәле ...
Яңғыҙы ҡалһа, уй-хыялдарға бирелә ҡыҙыҡай. Бына, уҡытыусылыҡҡа уҡып бөткәс, уны ҙур ергә ебәргәндәр - апаһы һымаҡ матур күлдәген кейеп, бәләкәй генә дүрткел йәшел сумаҙанын тотҡан да эшкә китеп бара. Уға бөтәһе лә һоҡланып ҡарай, ә ул үҙенә ҡаршы йүгергән балаларҙы ҡосаҡлап ярата, улар уратыуында мәктәп ҡапҡаһы аша ике ҡатлы таштан һалынған мәктәпкә кереп китә...
Йә, баш ҡалала артабан уҡыуын дауам итеүен күҙ алдына килтерә, ундағы театрҙарға йөрөй, йә Фәриҙә Ҡудашеваның концертын тыңлай...
Үткән аҙнала каникулға ауылдарына йәйәүләп ҡайтып барғандарында Ҡарамалыла бергә етенселә уҡыған әхирәте Әлфиә:
- Уй һин бәхетле, Зарифа, уҡырға китәң киләһе йылға, - тип һүҙ башланы.
- Һуң, мин япа-яңғыҙ булам таһа, әйҙә бергә барайыҡ. Апайым иптәш булғанҡа шатланасаҡ ҡына! Бына Яңы йылға ҡайтһа һөйләшәбеҙ ҙә...
- Юҡ, ҡайҙа инте ул, атайым мине ебәрмәйәсәк тә. Әле Ҡарамалыға саҡ ебәрҙе ләһә.
- Нейә, ете кластан, ары уҡымаҫҡа уйлайың мәллә?
- Атайым уҡытмаҫ ул, беҙҙең һымаҡларҙы шу “Биштар”ҙың “Өйташ”тағы тарныйына эшкә барыу көтә инте...
- Ана, апайым уҡытыусылыҡҡа уҡып бөткәс, эшкә үҙебеҙҙең районта ауылға яҡын ергә һорап ҡараһа ла, Учалыға эшкә ебәргәнләр. Ҡалай шәп, беҙҙең яҡта нәмә бар инте, мин тә уҡып бөтһәм, берәй ҙурыраҡ ергә ебәрһенләр ине, йә берәй ҡалаға...
- Ҡала һөйләйең тә ул әй, анау Ҡамайылға, йә Аҫҡын һымаҡ ерҙә лә арыу булыр ине әле ул. Ҙур мәктәп, клуб, көн тә кина, аҙна һайын кәнсирт ҡуялар. Эсвит бар, узкалейка тимер юлы бар. Беҙҙең ауылта ғүмер буйы шу булыр инте. Ярай әлегә кешегә эш бар. Атайымларҙың: “Оҙаҡламай ағасты ҡырҡып бөтһәләр, “Биштар”ға мынта эш тә бөтә, шуңа юл та хәстәрләмәйләр, электр ҙа булмаҫ, уҙа барһа ун йылға етер был тирәләге ағас, анау хәтле ҡырыуға”,- тип һөйләшеп торғанын ишеттем әле...
- Кино күргәнләре лә юҡ ауылтағы халыҡтың. Ярай беҙ Ҡарамалыла аҙнаһына бер ҡарайбыҙ. Темәстә шәп уҡыталар, тей апайым, директорлары, Аслаев тигән ағай, бигерәк һәйбәт икән, үҙегеҙҙең яҡтан уҡырға теләүселәрҙе алып кил, тип әйткән әле. Их һин барһаң бергә-бергә уҡыулары күңелле булыр ине Әлфиә. Инәйемә әйтһәм, өгөтләй алыр ул, атайың туған тейеш, бер ара-нәҫелтән тә беҙ.
- “Ә минең шул тиклем әртис булғым килә! Иҫләйеңме, Зарифа, һуғыш вахытынта Заһира апайың беҙҙе, бәләкәй генә балларҙы ла, спектаклтә көсләп ҡатнаштыра ине.
- Иҫләмәй әллә, апайым ней, ныҡ өйрәтә торғайны ла бөтәбеҙҙе лә. Мин бәләкәй генә, тәүҙәрәк эй ҡаушайым, йә һүҙләремте онотам, апайым шаршау артынан бышылдап ҡына әйтеп тора. Оҡшатҡанларҙыр инте, һалдатка апайлар, ауыл халҡы илай-илай ҡарай торғайны ла...
Заһира апаһы ауылдарындағы башланғыс мәктәптә етенсене бөткән көйө генә Самат ағалары һуғышҡа киткәс, уның урынына уҡытырға ҡалып, кире әйләнеп ҡайтҡансы эшләне.
- Ауыр йыллар булһа ла, ул саҡтар онотолмай ҙа ул Зарифа! Бигерәк тә шул спектакль ҡуйыуҙар оноторлоҡ түгел. Их, ысын әртис булып ҙур сәхнәлә уйна ине ул!..
Хәҙер ире апаһын эшләтмәй, өйҙә генә ултыр, мин һине генә туйҙыра алырлыҡ мал табырмын. Миңә малайҙар табып бирһәң, өйҙөң түрендә генә ултыртырмын, тип әйтә. Тик әлегә ҡыҙҙар ғына тыуа, береһенән-береһе матур өс ҡыҙ табып бирҙе еҙнәһенә апаһы. Һуғыштан орден-миҙалдар менән күкрәген тултырып ҡайтҡас та “Биштар”ҙа завхуз булып эшкә керҙе. Апаһы һушы китеп ғашиҡ булды ла ҡуйҙы Бәҙретдин еҙнәһенә. Әсәләре бик ҡаты булды, апаһын киске уйынға ла сығармай торғайны. Ул ни, яйын таба, ҡайһы саҡ киске уйынға хатта тәҙрәнән сығып ҡаса торғайны Бәҙретдинде бер күрер өсөн.
Еҙнәһе әле магазинда эшләп йөрөй. Эй балдыҙын ярата үҙе:
-Үҫеп етһәң, һине, балдыҙ, донъялағы иң шәп егеткә кейәүгә бирәм, - тип шаярата. Апаһы уға ҡаршы үпкәләберәк яуаплай:
- Ниндәй кейәү, ти ул, мине уҡырға ебәрмәнең, Зарифаны ана Бәҙиға үҙе уҡып сыҡҡан ергә уҡырға алып барам, ти, барһын, уҡыһын!
- Һуң, бисәкәй, мин ҡаршымы, уҡып бөткәс тә һуң түгел, ә һин буласаҡ малайҙарымдың инәһе, өйҙә генә ултыр, йәме!
Әле Әлфиә апаһы тураһында һүҙ башлағас, шуларҙы иҫенә төшөрөп йылмайҙы ла:
- Һин аптырама Әлфиә, Темәстә драмтүңәрәк, бейеү, рәсем, башҡа түңәрәктәр бар, тей. Апайым, ана, мандолинала шәп итеп уйнай, тансы түңәрәгенә йөрөгән. Темәстә ололар театр ҙа ҡуялар, шуны ҡалтырмай ҡарап барған улар. Шунта йөрөрһөң, һис көймә, йәме!
- Минсара апайым атайымты өгөтләй алһа...
- Өгөтләр, өгөтләмәй әллә, уның - “губырнаторҙың” һүҙен тыңламаған кеше юҡ әлегә ауылта.
- Вәт шәп булыр ине, ивет, Зарифа!
Юл буйына шулай хыялланып, йырлап, таҡыр сана юлында бейеп, шаярып егерме саҡырым араны үткәндәрен һиҙмәнеләр ҙә. Ауылдарына яҡынайғас, Зарифа ҡулдарын юғары күтәреп болғай-болғай:
- Һаумы, ауылҡайым, Батыросҡан ҡаяһы! Беҙ ҡайтып киләбе-е-еҙ! Ҡаршы алығы-ы-ыҙ, - тип ҡысҡырҙы.
Хушлашыр саҡта Әлфиә:
- Яңы йылға әйҙә йәштәрҙе ойоштороп концерт ҡуябыҙ, әхирәт!, -тип ҡысҡырҙы.
- Ярай, шулай итербеҙ, әхирәткәйем!

II
“Күрше ауылдан анау әбей ни эшләп йөрөй икән, анау силсәүитләрентә эшләгән секретарь ағай, тағы бер йәш ҡыҙ ҙа эйәргән”... Тегеләр өсәүләшеп Аҙнабикә ҡарсыҡтарға инеп киттеләр. Ағай тигәне һуғыш осоронда малай ғына көйө ауылда силсәүиттә секретарь булып эшләп, йәше еткәс һуғышҡа киткән, әле лә яңынан ҡуйғандар элекке эшенә. Һуғыштың аҙағына ғына эләккәс биш йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән икән, тип Әлфиә әхирәте һөйләне, белмәгәне юҡ уның. Зарифаларҙың ауылдары тау аша күрше булһа ла, ул ағай йәшәгән ауыл икенсе районға ҡарай. Шулай ҙа теге кеше ниңәлер ошо арала ауылға йышайҙы. Килһә, киске уйында ла күренеп ҡала.Үҙенән йәшкә байтаҡ оло ағай ни, уйында ла, көндөҙ урамда ла шаяртып һүҙ ҡушҡан була. Зарифа ояла, тиҙерәк әхирәттәре ышығына ҡасыу яғын ҡарай.
Теге көндө кисен, һыңар балағын ялпылдатып Ғәйфулла ҡарттың әбейе Аҙнабикә ҡарсыҡ килеп керҙе:
- Юҡ юғалтып йөрөйөм әле...
Әсәһе ни уратып-суратып торманы:
- Башҡа ерҙән эҙләрең, мынта юҡ ул юғың!
Аҙнабикә кемгә яусылағанын, ҡыҙын ниндәй абруйлы кеше һоратҡанын төшөндөрҙө, төшәсәк ерҙе үлтереп маҡтаны, һаман да ыңғай яуап алырға өмөтләнде.
- Аталары һуғышҡа китер алтынан та, хатларынта ла балларҙы уҡыт, кеше ит тине, шул васыятын үтәйем. Нисек оялмай уҡыусы балаға яусы булып киләһе иттең, еңкә? Быйыл, ана, апаһы Темәстә уҡытыусылыҡҡа уҡып бөттө, һеңлеһен тә шунта апарып уҡырға керетәм, тей. Әле саҡ уналтыһы менән бара ҡыҙым, нинтәй кейәү тей ул..., - шулай бороп сығарғайны теге саҡ күрше яусы ҡарсыҡты әсәһе.
Яңы йыл алдынан, сатлама һыуыҡ бер көндә, әсәһе ағаһы менән Аҫҡын баҙарына бал һатырға сығып китте, шул көндө төштән һуң Зарифаларға Аҙнабикә ҡарсыҡ килеп керҙе:
- Ҡыҙым бабайың һунарға йыраҡҡа китте, бөгөн ҡайтмаҫтыр, ҡайтһа ла бик һуңлап ҡайтыр. Шәмкә ут алғас беҙгә кил әле, сиратҡан йөнләр бар, аяҡларға ярҙам итерһең, йәме!
Киске эштәрҙе туғандары менән тиҙ генә бөтөрҙөләр. Тышта сатлама һыуыҡ, малды һарайҙан сығармай ғына тоталар ошо арала, аҫтарын көнөнә ике таҙарталар, шунда ғына сығарып торалар ҙа яңынан яба һалалар. Кискелеккә ояны таҙартып, малға мул ғына бесән һалып бикләгәс, Зарифа туғандарының тамағын туйҙырҙы ла үҙҙәренән дүрт өй аша ауылдың түбән осонда йәшәгән Аҙнабикә әбейҙәргә китте. Ғәйфулла бабай әбейе һуғыш бөтөр саҡта үлеп ҡалғас, күрше ауылдан ошо әбейҙе алып ҡайтҡайны. Теге ағайҙан яусы булып килгәндән һуң уға шикләнеп ҡараһа ла, ололарҙы тыңлап өйрәнгән ҡыҙ уның һүҙен йығырға баҙнат итмәне. Концерт әҙерләргә әхирәттәр көндөҙ йөрөйҙәр мәктәпкә. Әсәһе кис йөрөргә рөхсәт итмәй, бигерәк тә ҡайтҡан көндөң икенсе көнө яусылап килгәстәре ныҡ ҡурҡыта. Ағаһы менән генә киске уйынға сығырға рөхсәт итә. Бөгөн дә киҫәтә-киҫәтә сығып киткәйне...
Ҡапҡаны асып ингәндә кашауайға егеүле атҡа иғтибар итте Зарифа, кеше булғас башҡа ваҡытта килермен, тип әйтә һалыр ҙа ҡайтырмын, тип ишекте асты. Аҙнабикә әбей яңғыҙы ине, Зарифаның һораулы ҡарашына:
- Мәнәйерҙән силсәүит килгән, сәй генә эсте лә мәктәпкә һалым түләмәгәнләрҙе саҡыртам, тип сығып китте. Ул ней, килһә атын гел беҙгә ҡуя. Бауайың һуңлаһа, мәктәптән ҡайтҡас атты Баһауетдинләргә алып барып туғарырым, шунта ҡунырым тине, шуңа туғарып та торманы атын, - тип тынысландырҙы. Әбей үҙе бик тынысһыҙ күренде, башҡа ваҡыттағы Аҙнабикә ҡарсыҡ түгел, үҙе туҡтауһыҙ һөйләнә, тәҙрә ҡорғандарын бер асып, бер ябып тышты ҡарай:
- Бауай, йыраҡ ҡапҡанларын ҡарайым, һуңлаһам Яланбаштағы баракта ғына йоҡларым, тип сығып киткәйне. Мынау һыуыҡта ҡайтып етһә әйбәт булыр ине, ул баракта әле эшселәр юҡ, икенсе яҡта эшләйләр. Баракларынта ҡарауылсы булып, мейесләренә яғып ҡуйһа ни әйтәң.
Күрше Мансар бабайҙың оло улы Ҡадир: “Атайымдар Яланбашта ҡуна яталар”, - тигәнен ишеткәйне Зарифа, әбейҙе тынысландырам, тип шул турала әйткәйне, уныһы:
- Ярай, ҡыҙым, бөгөн күңелем тә төшмәй әллә нишләп, ошо бер орсоҡ йөнтө генә аяҡлай һалайыҡ та, булты бөгөнкә. Бер башай башлағайным, сиратылған йөнөм етмәҫ һымаҡ ине, шуңа ғына һиңә әйткәйнем, балам. Оҙаҡлатмаҫым, ҡайтырһың, йә туғанларың бер үҙләре әлләмәшләп ултырыр..., - тип үҙенекен һөйләне.
Бер орсоҡ йөндө ни, тиҙ генә аяҡлап та бөттөләр. Зарифа:
- Әйҙә бер килгәнтә ҡалғанларын та аяҡлайыҡ Аҙнабикә әбей, - тип ҡарағайны ла, әбей тыңламаны:
- Ярай, ҡайт инте ҡыҙым, бар һин сыға тор, мин тә хәҙер артыңтан ҡапҡаны матурлап ябып ҡалырым, йә ат сығып китер, - тип тағы шул тәҙрә ҡорғанын аса һалып ябып ҡуйҙы. Үҙе көпөһөн кейеп тороп ҡалды. Зарифа сығыуға ҡапҡа ҙур итеп асылған, урамдағы ат бороп ҡуйылған. Ат янында өс кеше тапана. Ҡыҙ ҡурҡып әбейҙең соланына йүгереп кереп өй ишеген тартҡайны, асылманы. Ул арала тегеләрҙең икәүе килеп, ҡыҙҙы эләктереп күтәреп алып санаға ырғыттылар ҙа, толопҡа урап һалып та ҡуйҙылар. Зарифа, йән асығына ҡысҡырып, толоптан ысҡынырға тырышты, тик көслө ҡулдар уны ныҡ тотҡан.
- Әйҙә, ҡыуала!, - тигән бойороҡло тауыш Зарифаға бик таныш тойолдо...Ҡысҡыра-ҡысҡыра, толоптан ысҡынырға тырышып талаша торғас ҡыҙҙың хәле бөттө. Әҙерәк тын ала ла, яңынан туларға керешә, тик көслө ҡулдар уны ныҡ тотҡан. Шәп юртҡан ат күпмелер ваҡыттан туҡтаны:
- Керетегеҙ өйгә! Аҙаҡ атты алып барып туғарып, кашауайҙы йәшереп ҡуйығыҙ, ишетһен ҡолағығыҙ! Зарифаның инде икеләнеүҙәре бөттө, теге ваҡыт яусы ебәргән Ғарифйән ағай ине был бойороҡ биреүсе. Ҡыҙ ялбарҙы:
- Ағай, ни эшләүегеҙ был! Иртәгә үк беләсәктәр был эшегеҙҙе, минең ағайҙар күп, улар быны былай ғына ҡалдырмаясаҡ! Яҡшылыҡ менән кире алып барып ҡуйығыҙ мине ауылға!
- Юҡ инде һылыу, беҙ һүҙебеҙҙе һүҙ итмәй ҡала торған кешеләр түгел, яҙмышың, өлөшөңә төшкән көмөшөң ошонда! Инәйең мин яусы ебәргәндә риза булһа, һәйбәтләп йола ҡушҡанса алып ҡайтыр инем. Беҙҙең нәҫелдә ундай отказ хурлыҡ иҫәпләнә. Инде риза булмай хәлең юҡ, Зарифа. Әйҙәгеҙ, әйҙә, керә һалайыҡ, унда инәйем көтөп арып бөткәндер.
Ғарифйәндең ҡуштандары күҙ йәштәрен тыя алмай һыҡтаған Зарифаны өйгә өҫтөрәне...

Ш
Бына шулай булды Зарифаның киләсәккә яҡты хыялдарының селпәрәмә килеүе. Килеп ҡотҡарырҙарына айҙан ашыу өмөт итте ул, көттө. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан, күкрәге орден-миҙалдар менән тулы уҡытыусы Саматтың, “Биштар”ҙа мастер булып эшләгән Зәйнәғәбдин ағайҙарының, Бәҙретдин еҙнәһенең килеп алыуҙарын өмөтләнеп көттө. Ғарифйәнде ай ярымдан ашыу эргәһенә яҡын да ебәрмәне. Ул да баҫышманы, әллә бәлиғ булмаған баланы көсләп алғаны өсөн яуаплылыҡтан ҡурҡтымы, әллә ысынлап яраттымы, ҡыҙҙың яҙмышына күнерен сабыр ғына көттө. Ҡәйнә буласаҡ кеше генә уны тәүге көндәрҙән үк күрә алманы: ” Нимә тип ҡыланған булаһың, ҡырағай? Кемте көтәһең, килеп алып ҡайтырлар, тип уйлайыңмы? Бушҡа өмөтләнмә лә!”, -тип ҡәһәтләне. “Һы, губырнатор имеш, инте суҡышың төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың”, - тип әсәһен дә үсәне. “Беҙ һүҙебеҙҙе һүҙ итергә өйрәнгән. Улым вылас кешеһе, нимә эшләргә белә!”, - тип зәһәрен дә туҡтауһыҙ сәсте. Улына ла эләкте:” Мәмәй, һиңмай, ауыҙыңа һалғанты йота алмайың, ыстырам...”. Ғарифйән инәһенә тыныс ҡына яуаплай:”Мин уны яратам, иней, үҙе риза булмайынса яҡын бармаясаҡмын!”
Тәүге көндәрҙә ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмай, килен менән улына, тип бүлеп ҡуйған мөйөштән сыҡмай ятты Зарифа. Ғарифйән өгөтләп маташты:
- Улай итмә, инде, барыбер инде кире ҡайтарыу юҡ йәнем, ҡайтарһам миңә көн бөтәсәк, башымдан һыйпамаясаҡтар. Яратам бит мин һине, иҫәркәйем. Яратмаһам урлар инемме? Тәү күреүҙә үк оҡшаттым, һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә лә алмайым. Ултыртһалар ултыртырҙар, әммә үҙемдеке итәм, бел шуны! Тик ризалығыңды бирмәйенсә ҡағылмаясаҡмын, күпме көтһәм дә көтөрмөн...
...Шулай ай ярым буйы арлы - бирле генә әтмәләнгән ағас карауатта Зарифа бер яҡҡа, Ғарифйән икенсе яҡҡа ҡарап ятҡан көйөнсә йоҡлап йөрөнөләр.
Аҙаҡ Заһира апаһы Зарифаға ошоларҙы һөйләне: “Ҡоҙағый булған кеше анау ҡотһоҙ Аҙнабикәнең туғандары икән. Шул ғына һинең башыңды ашаны, инәйемә ней үсе булғандыр инте, эй Аллам... Еҙнәң ишеткәс тә: “ Туҙҙырам ояларын, имандарын уҡытам, балтыҙымты барып алып ҡайтам! Ҡалтырмайым ул “әждә” ҡулына!”, - тип эй уҡталты, эй уҡталты. Инәйем ней:

- Ҡуй кейәү, исеме сыҡты ҡыҙымтың, оятлы бултыҡ таһа. Аталары һуғыштан тере ҡайтһа, был хурлыҡҡа ҡалмаҫ инек, - тип илай. Әйләнгән һайын:
- Урланған ҡыҙ-хурланған ҡыҙ инте... Ҡыҙлар ней ҡыл өҫтөнтә, ҡылтан төшкәс, тел өҫтөнтә. Ауылта ғына түгел, бөтә тирә яҡта вис беләләр урлап алып киткәнләрен ҡыҙымты, - тип сурыттты ла ултырҙы. Самат ағайым:
- Бәлиғ булмаған баланы урлаған өсөн закон бар, еңгә. Хәбәр итәйек тейешле урынға, - тип ҡараны, тыңламаны инәйем. Бигерәк ғорур булды шул. Етмәһә:
- Кейәү булғаны үҙе насар кеше түгел, тигән булалар, әллә нисә кешенән ишеттем, ул аждаһа менән ғүмер буйы бергә йәшәмәҫтәр, әле кәләш алмаған энеләре бар ҙа, оя төбө түгел, - тип яйлап һинең яҙмышыңа күнде, беҙҙе лә күндерҙе. - Кем менән даны сыҡҡан, шуның менән йәне сыҡһын!”
Зарифаны ҡәйнәһе ныҡ һаҡланы, тышҡа сыҡҡанда ла ишекте йоҙаҡлай ине, кейеп килгән ҡышҡы кейемдәрен тәүге көндө үк әллә ҡайҙа йыйып ҡуйҙы. Ай ярымдан килеп ҡотҡарырҙарына өмөтөн бөтөнләй өҙгәс кенә яҙмышына буйһондо ҡыҙ.
IV
...Ә ҡәйнәһе, ысынлап та, аждаһаның аждаһаһы булды. Зарифа үҙе хәлле ғаиләлә үҫте, инәһе алты бала менән тороп ҡалһа ла һуғыш осоронда ла мал-тыуарын да кәметмәне, бәрәңгеһен дә етерлек сәстерҙе, ҡорт та аҫыраны. Хәмиҙуллаһы һуғышта һәләк булып ҡалғас та, тешен ҡыҫып артабан донъя көттө.
Ә Зарифа килгән йортта хәлдәр бөтөнләй икенсе ине. Ҡәйнәһенең ире һуғышҡа тиклем үк вафат булған, йорт-ҡура ла ташландыҡ хәлдә. Ғарифйән дә оло бала булһа ла, инәһе донъяһы өсөн бик иҫе китеп бармағандыр. Көндәр буйы сәүит эше менән мәшғүл, ҡайһы саҡта яғырға йүнле утындары ла булмай. Ҡәйнәһе Зарифаны һәр саҡ әрләп кенә торҙо, таң һарыһынан кискә тиклем бөтә йорт эштәре - һыйыр һауыу, һөт айыртыу, ашарға бешереү, кер йыуыу, башҡа ваҡ-төйәк бихисап эштәр барыһы ла уның өҫтөндә. Ҡатын-ҡыҙ башҡара торғандарынан башҡа утын бысыу, ярыу, тиҙәк ташлау, бәрәңге утау, күмеү, ҡаҙыу кеүек эштәр ҙә уныҡы. Ғаиләлә еткән ҡыҙы булһа ла уға эш ҡушҡандарын хәтерләмәй Зарифа. Иртәнән кискә тиклем ҡәйнәһе килененең эшләгән эшен яратмай әрләп кенә тора. Йәш булһа ла, бар эштәрҙе белә ҡыҙ, әсәһе уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Аш-һыуҙы ла, сигеү-һырыу, бәйләм бәйләү кеүек эштәрҙе лә, мал ҡарауҙы ла еренә еткереп эшләй белә. Эштән дә ҡурҡмай. Әммә ҡәйнәһе барыбер бер етешһеҙлек табып әрләмәй ҡуймаҫ ине.
Иң аптыратҡан, аңлайышһыҙ хәл тураһында, хатта әле олоғайғас та, һис онота алмай Зарифа. Әсәһе ҡыҙының яҙмышына күнеп, ҡыҙ артынан биреп ебәрелә торған яҫтыҡ-түшәк, мендәрҙәр, башҡа донъя кәрәк-яраҡтарын килтерҙе. Никах уҡыттылар, тик ҡоҙағыйы алдында ялпылдап йөрөгән ҡәйнәһе әсәһе килтергән әйберҙәрҙе үҙҙәренә бүленгән мөйөштә карауатҡа матурлап йыйыштырып ҡуйған ерҙән һыпырып алып, төйөнсөккә төрөп, үҙе белгән урынға йыйып ҡуйҙы. Аҙаҡ ҡыҙын кейәүгә биргән саҡта, шул әйберҙәрҙе кейәү йортона оҙатты ҡәйнәһе. Әсәһе юрған һырығанда бәхеттәр теләй-теләй энәһен йүгерткәндер. Тәндәрен, йәндәрен йылытырға, икәү бергә туҙҙырырға яҙһын, төҫтәре үҙҙәре менән бергә уңһын, тип теләгәндер. Тик йола тәртиптәрен дә һанға һуҡманы ҡәйнәһе, килененә үсе булһа ла, улына яҡшылыҡ теләр ине... Әлеге лә баяғы юҡлыҡ бар йола-тәртипте тапап үтергә мәжбүр иткәндер инде. Ә Ҡатай еренә Инйәр буйына һоратҡан ҡыҙын оҙатҡанда алып килгән яҫтыҡ-түшәктәренә, сигеүле мендәрҙәренә һоҡланып киленде маҡтанылар. Зарифа ғына өндәшмәне, тешен ҡыҫып түҙҙе был ғәҙелһеҙлеккә. Әсәһе ни, бар кәрәк яраҡты яңынан хәстәрләне:
- Ярар балам, түҙ, ни хәл итәң инте, аңраланып үҙең барып ҡаптың та тоҙаҡларына. Ней туҡыным, Аҫҡынға барыр алдынан, ней туҡыным: “Кис ыштубы тышҡа сығаһы булма, ишеккә типке һалып йоҡлағыҙ, тип, тыңламаны-ы-ы-ң, тыңламаның шу-у-у-л!”, - тип һамаҡланы...
V
Әсәһе ҡыҙының яҙмышы өсөн ныҡ борсолдо. Зарифаны һирәкләп булһа ла ауылына алып килгән саҡтарында кейәүен өгөтләне, яйлап күндерҙе:
- Кейәү, унда йәшәүегеҙҙең бер ҙә рәте-сираты юҡ бит, һинең әле өйләнәсәк ҡустыларың бар, ана әрменән ҡайтҡаны ла өйләнер ине, тик ҡайҙа килтерһен ул киленде. Шул сәүиттәге барлы-юҡлы аҡсаға ҡарап йәшәгәнсе әллә бында “Биштар”ға эшкә күсәңме? Бер өй ҙә белештем, ире һуғыштан ҡайтмаған бер бисә һата, Түбән яҡ берәүҙең бисәһе баланан һуң үлеп ҡалған, шул һоратҡас, барырға риза булған. Осһоҙға ғына - ҡырҡ биш тәңкәгә генә һатып китергә ризалашты, аҡсаһын үҙем түләйем! Әле буйтым торорлоҡ, яйлап яңыны төҙөргөҙ әле.
Шулай итеп, әсәһе ҡәйнә иҙеүенән ҡотҡарҙы, әммә Ғарифйән бында ла йүнләп донъя көтмәне, өй яңыртыу тураһында уйлап та бирмәне.
Ҡәйнәһенең улдары әсәләре һүҙенән сыҡманы, уның һүҙҙәре улар өсөн һәр саҡ закон булды. Хатта эшләп алған аҡсаларына тиклем хужа була торғайны. Иҫләй Зарифа, Ғарифйән бер йыл ҡыуғынға китте. Ҡыуғын бөткәс, күршеһе ҡайтып Зарифаға сәләм еткерҙе:
-Ҡыуғын шәп булды күрше, өс йөҙ һум аҡса тейҙе ҡулға ғына. Ғарифйәнгә премияны минән ун һумға күберәк яҙғандар.
- Әле ҡайҙа һуң, ни эшләп һинең менән ҡайтманы,- тип һорай ҡуйҙы Зарифа.
- Инәйем янына кереп ҡайтам, тип тороп ҡалды, - тип яуапланы күршеһе. Бер аҙнанан ғына аҙ ғына аҡсаһы менән ҡайтып керҙе Ғарифйән. Ундай хәлдәр йыш ҡына ҡабатланып торҙо. Әсәһе яҡында булмаһа Зарифаға балаларҙы ҡарауы бигерәк ҡыйынға төшөр ине, уға рәхмәтле.
Силсәүиттә эшләгән сағында ла, кис өйгә ҡайтһа, китабын ҡосаҡлап ҡырын ятыр ине, бында күсеп килгәс тә шул ғәҙәтен ташламаны. Бик башлы ине ул, китап яратыуы һәйбәт инде уныһы, ваҡыты булғанда үҙе әле лә уҡый Зарифа.
“Биштар”ҙа баракта ятҡанда кистәрен уҡыған китаптарының йөкмәткеһен һөйләүен, йә китап уҡыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, уның нары янына ике шәм килтереп ҡуябыҙ”, - тип һөйләйҙәр ине иптәштәре, -Ғариф илай-илай, ҡайһы бер урындарҙа көлә-көлә, ҡарт булһа ҡарт тауышы, ҡатын-ҡыҙ булһа уның тауышына оҡшатып, шул тиклем килештереп уҡый. Шул һынлым ролгә инеп китә лә ул, беҙ уның уҡығанынан китаптағы ваҡиғаларҙы ап-асыҡ итеп күҙ алдына килтерәбеҙ”. Байтаҡ йәштәр уға эйәреп китап уҡыуға әүәҫләнеп китте.
VI
Ысынлап та, ағас ҡырҡылып бөткәс “Биштар” ҙа бөттө, ауылдан күсеп китеүселәргә эйәреп, Зарифалар ҙә ҡалаға йүнәлде. Баракта йәшәнеләр, Зарифа тәүҙә заводта, аҙаҡ балалар баҡсаһында эшләне. Ғарифйән “Вторчермет” тигән ергә эшкә керҙе, шунда ныҡлап эскегә һалышты ла инде. Ҡәйнәһе лә күпмелер ваҡыттан ҡалаға күсеп килде, уға ла баракта бер мөйөш юллап ала алдылар. Ул саҡта иҫке барактарҙан яйлап уңайлы фатирҙарға күсереү башланғайны, бушағандарына урынлашыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай торғайны. Ғарифйән һуғышта ҡатнашҡан ветеран булараҡ, иң тәүгеләрҙән ғаиләһен барактан күсерә алыр ине лә, тик шул эскеһе ҡамасауланы. Әсәһе лә әйләнгән һайын, улын тыяһы урынға, гел генә эсереп ҡайтарҙы. Һин дә мин йөрөгән ир, әсәһендә булып ҡайтыу менән, юҡ-барға бәйләнеп тауыш сығарҙы. Ҡул күтәрмән Ғарифйән, тик ҡәйнәһе нисек әрләгәндә ғәйеп һүҙҙәре ташлаған, ул да шуларҙы ҡабатланы. Тормайым, сығып китәм берәй оло ҡалаға, бында әрәм булып ятҡансы, тип ҡабатларға яратты. “Ярай, мин эшкинмәгән икән, ти, мине ташлап та китерһең, ә был өс баланы ҡайҙа ҡуяң”, - тигәнгә лә иҫе китмәне иренең. Айыҡһа, тағы һин дә мин кешегә әүерелә, эсеп ҡайтһа, барыһы ла ҡабатлана.
Бер ваҡыт Зарифа эштә саҡта эскән көйө карауатта тәмәке тартып йоклап киткән дә, янғын сығарған. Күршеләр һиҙеп ҡалып, һүндереүен тиҙ һүндергәндәр ҙә, тик ялыу яҙып, өс айға ултыртып ҡуйҙылар. Унан сыҡҡас та тура ғаиләһенә ҡайтмай әсәһенә барған. Иртәгәһенә балалар мәктәптә саҡта ҡайтып керҙе:
- Зарифа, тегендә саҡта күп уйланым, беҙ бынан ары бергә була алмаҫбыҙ инде. Һине ғәйепләмәйем бындай тормошобоҙға, үҙем ғәйепле, балаларға яҡшы атай, һиңә яҡшы ир була алманым, ғәфү ит, мин сығып ҡына китәйем, шулай дөрөҫ булыр, ахырыһы!
- Эскеңде ташла, әйҙә иртәгә үк, ветеран булараҡ, фатир биреүҙәрен һорап барайыҡ, исмаһам балаларға бер ярҙамың, ә улар һиңә ғүмер буйы рәхмәтле булыр. Һуғышта ҡатнашҡандар тиҙерәк ала бит фатирҙы.
Тыңламаны, балалар менән хушлашмай ҙа сығып китте. Ауылға ҡайтмаған, күргән таныштар Свердловск яғына барып сыҡҡан, тип һөйләнеләр. Оло ҡыҙына ун ике йәш саҡ тулғайны. Аҙаҡ ишетә, унда ла балауыҙ һуҙа алмаған, ҡайҙа барһаң да шул ҡара һаҡалың эйәреп йөрөй шул! Әсәһе янына бер килгәнендә уныһы өгөтләгән икән ҡайтып китергә. Етмәһә, ауылдарындағы ире үлгән бер ҡатынды димләгән. Ул ҡатын да эсеүгә әүәҫ булып сыҡҡан. Һуңынан ауыл советы үҙәге булған ауылдан һуғыш ветераны булараҡ ҙур фатир биргән булғандар, шул ауылда йәшәп ятҡанда Яңы йыл алдынан Ғарифйән эскән килеш ныҡ итеп туҡмалып больницаға эләккән. Төҙәлерлек булмағас дауахананан ҡайтарғандар. Яңы йылға бер нисә сәғәт ҡалғас вафат булған. Зарифаға хәбәр ҙә итеп тормағандар, ҡыҙҙары, исмаһам, хушлашып ҡалыр ине. Фатиры ла теге ҡатындың балаларына тороп ҡалды, барып талашып та йөрөүсе булманы.
Ә балаларын үҫтереү бик ҡыйын булды уға. Балалар баҡсаһында эш хаҡы аҙ. Әлдә, мөдирҙәре бик һәйбәт булды. Уға һәр саҡ ярҙам итергә тырыша ине. Яраҡлылыҡ ваҡыты чыҡҡан япма йә юрған булһынмы, таҫтамалмы - комиссия иҫәптән сығарырға тигәндәрен уға бирергә ҡуша ине. Өҫтәмә рәүештә кер ҙә йыуҙы, бер эштән дә тартынманы.
Бер саҡ бергә эшләгән санитар ҡатын уға шәл бәйләгәне тураһында һөйләне, Үзбәкстан яҡтарынан аҡ шәл мамығы алып ҡайта, шунан шәлдәр бәйләп таныштарына һата икән. Теләһәң, әйҙә, иптәшкә һине лә алып барам, тигәс бар батырлығын йыйып эйәрҙе. Шулай итеп яйлап ошо кәсепкә ғаиләләре менән тотоноп киттеләр. Ул “пирсүк” тигән нәҙек кенә мамыҡты Зарифа иләргә лә тиҙ өйрәнде, ҡыҙҙарын да бәйләм бәйләргә өйрәтте. Улар дүртмөйөшлө, өсмөйөшлө шәлъяулыҡтар, шарфтар бәйләне. Һуңғараҡ Зарифа өйрәнгән юлдан Үзбәкстанға үҙе яңғыҙы ла барып ҡайта башланы. Мөдире һәйбәт, көн һораһа ебәрә, аҙаҡ ул көндәр өсөн өҫтәлмә сәғәттәр ала. Күстәнәскә ул ваҡытта дефицит булған Урта Азияның киптерелгән емештәрен алып ҡайта. Үзбәк бабайҙары алып ҡалмаһын өсөн юлда махсус рәүештә аламараҡ кейенеп ала, битен ҡаплай, сөнки ишетә йөрөй - йәшерәк башҡорт-татар ҡатындарын үзбәктәр йыш урлап алып ҡала икән... Ә Зарифа өлкәнәйә килә лә төҫ ташламаны, әле лә, ана, йөҙө йыйырсыҡланһа ла, туҡһан йәште ҡыуа тип әйтеп булмай.
Ә балалары шул тиклем аталарын һағынды, ҡайтыуына өмөтләнделәр. Ун бишен тултырған оло ҡыҙы Ғәзизәһе ҡаланан өләсәһенә ҡунаҡҡа килгәндә бер көндө түҙемлеге бөтөп, Йүкәлеләге һеңлеһенең оло ҡыҙын иптәшкә алып, атаһын күрергә сығып киткән. Ауылында икенсе ҡатын менән йәшәй ине инде ул саҡта Ғарифйән. Үҙе лә, ҡатыны ла иҫерек мәл тура килгән. Әммә Ғарифйән ҡыҙын ҡосаҡлап яратып, уларҙы йоҡларға ҡалдырған. Эскән булһа ла, кәштәнән алып:
- Ҡыҙым, ҡалаға ҡайтһаң китапхананан ошоны мотлаҡ алып уҡы!,- тип Виктор Астафьевтың “Царь-рыба” китабын тотторған.
Ҡыҙҙарының да китап уҡырға яратыуы, аталарынан килә, тик атай хәстәре күрмәй үҫеүҙәре генә бигерәк үкенесле. Эскене алға алмаһа, шул белеме менән артабан уҡып, әллә кем булып та китер, эштә лә үрләр ине, кем белә. Тик әсәһе һүҙенән сыҡмауы, ул ни әйтә, шуны эшләүе харап итте Ғарифйәнде.
Ә ҡәйнәһе ҡартайғансы ҡалала торҙо. Балаларынан йыраҡта торһа ла, тормоштарына ҡыҫылып йәшәү әмәлен таба ине. Бер улы ла ҡатындары менән йүнләп йәшәмәне. Ҡайһы бер “арттары ныҡлы” килендәрҙең аталары килеп бындай тормоштан ҡотҡарып алып ҡайтты. Улдары эскегә һалышты, йүнле тормош ҡора алманы. “Әждә” ҡушаматы алған был ҡарсыҡ улдарынан үҙе лә йүнле ярҙам күрмәне.


VII
Үҙе ҡәйнәһенә бер ваҡытта ла яман һүҙҙәр әйтмәне Зарифа. Ҡарсыҡ аптырағандыр инде, бер Ҡөрьән ашынан ҡалдырманы, әйләнгән һайын күстәнәс - йыуасаһын балалар аша ебәреп торҙо, үҙе лә ваҡыт табып янына барып сыҡҡыланы. Үҙенең дә балалар янына килеп киткеләүен тыйманы. Аптыраһа, аптырағандыр ҙа, әммә ҡартайғансы холҡон үҙгәртмәне, килененә лә, балаларына ла яҡты йөҙ күрһәтмәне. Бер ауылдашы: “ Ҡәйнәң киленде айыртып яңылыштым, ти. Хәҙер ныҡ үкенә...”, -тигән булғайны. Ысын булһа хәбәре...
Ныҡ ҡартайып кәре бөтә башлағас, Себерҙәге ҡыҙы килеп алып ҡайтып китте ҡәйнәһен. Туҡһан алты йәшендә сит яҡтарҙа күҙен йомған, йыраҡ булғас, тыуған яғына алып ҡайтып ерләү ҙә мөмкин булмаған. “Ауыр тупрағы еңел булһын! Хоҙай үҙе ярлыҡаһын!”, - тип кенә әйтте Зарифа вафатын ишеткәс. Әсәһе менән оҡшаш ҡаты характерлы булғас, һүҙен һүҙ итәм, тип уны улынан урлаттырғандыр, маҡсатына ирешкәс, буйһондорор, теҙ сүктерер өсөн шулай яһиллашҡандыр, инде. Уның ҡулына бала көйө генә барып ҡапҡас, ҡәйнә шулай булалыр, тип тауыш-тын сығармай, баш баҫып йәшәп тик ятҡанмын инде, тип уйлай Зарифа оҙон төндәрҙә таң аттыра алмай ятҡанында. Ҡәйнәһен дә аңлаған һымаҡ хәҙер, утыҙ биш йәшендә генә ирһеҙ тороп ҡалғас, ете баланы, етмәһә тыйып тотҡоһоҙ, ен һымаҡ дүрт малайҙы ҡулда тотор өсөн шундай ҡаты ҡуллы булырға тура килгәндер. Күрһәткән ҡыйынлыҡтары, киреһенсә, бирешмәҫкә генә өйрәтте, Зарифа ла Миңлесара “губырнатыр” ҡыҙы бит, холҡо шулай, тешен ҡыҫып балалар хаҡына бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнде, уларҙы кәм-хур итмәҫкә тырышты. Алланан, балаларым ғына минең яҙмышымды ҡабатламаһын, тип һораны. Шөкөр, иҫән-һауҙар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр барына шатланып ғүмер итә хәҙер. Шуныһы, үҙенең генә апаһы һымаҡ уҡытыусылыҡҡа уҡып, ҡартайғансы балалар уҡытам, тигән хыялдары тормошҡа ашмауы үкенес.
Ауырлыҡтарын шулай сабырлыҡ, ныҡышмалыҡ, тырышлыҡ арҡаһында еңергә өйрәнде ул тормош йөгөн яңғыҙы тартҡанда. Үҙенең йәшлек хыялдары тормошҡа ашмаһа ла, ҡыҙҙарын уҡытты, кейәүгә бирҙе. Бына тигән ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп етте. Хәҙер улар ҙа үҙ тормоштарын ҡорған. Зарифа әллә ҡасан барыһының да яратҡан өләсәһе, ҡартөләсәһе. Хаҡлы ялға сығыр алдынан ғына фатирлы булды ул. Фатирын бүлеп ҡыҙҙарына бирҙе лә тыуған ауылына атаһы нигеҙенә ҡайтты. Әле йәйҙәрен янына балалары ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре килеп тула. Һуңғы йылдарҙа ғына малын бөтөрҙө, сөнки балалары ҡәтғи талап ҡуйҙы:
- Инәй, инде тик йәйен генә ауылда йәшәрһең, йәме! Эргәңә алмашлап беҙ ҙә ял итергә килеп торорбоҙ, ә ҡышын, теләйһеңме - юҡмы ҡалала йәшәйһең!
Шулай тигәстәр, риза булды инде, бер уйлағанда улар ҙа хаҡлы, кемдең туҡһанды ҡыуғанда яңғыҙы мал аҫырап көн иткәне бар.

...Теге саҡ урлап алып киткәстәр яҙмышына күнгән Зарифа әсәһе килгәс, ҡайтыр сағында илай- илай:
- Инәкәйем, инде минең хыялдарым селпәрәм килде, Әлфиә менән уҡыуға бергә барырға һөйләшкәйнек, һин ҡайтҡас та бабайым менән һөйләш, йәме, уҡырға ебәрһен Әлфиәне. Әйт уңа, ыштубы минең яныма килеп китһен, яҙға сыҡҡас. Ә апайым алып барып урынлаштырһын, - тигәс әсәһе лә, апаһы ла тыңланылар.
Уҡыуы бөткәс килде Әлфиә уның янына. Ҡәйнәһенең зәһәр ҡараштарына иғтибар итмәҫкә тырышып, Зарифа әхирәте менән урамға сығып оҙаҡ итеп һөйләште, өгөтләне:
- Һиңә хәҙер беҙҙең икебеҙҙең уртаҡ хыялды яңғыҙ тормошҡа ашырырға тура килер, ысын әхирәт булһаң тыңла мине! Апайым яңыраҡ килгәнендә алып барам, тине, Өшөрәнән, Мәнәйерҙән ике ҡыҙыҡай барырға риза булғандар, яңғыҙ булмаҫһың.
Тыңланы әхирәтен Әлфиә, тәүҙә Темәстә уҡыны, өс йыл төнъяҡ райондарҙа эшләгәндән һуң уҡыуын Өфөлә дауам итте. Ғүмер буйы ҡалала балаларға белем бирҙе. Юл юҡлығы, аҙаҡ икеһенең ике ҡалала йәшәүе, донъя мәшәҡәттәре арҡаһында уларға осрашыу насип булманы. Хәҙер ни, тыуған ауылдары аша асфальт юл үтә, ниһайәт ут та килде. Ауыл ғына теге ваҡыт таралғандан һуң яңынын ныҡлап ҡына аяҡҡа баҫа алғаны юҡ. Зарифа янына нәҫелдәренән бер нисә йәш ғаиләнең килеп төпләнеүе генә бер ни тиклем өмөт уята.
Әлфиә инде күптәнән хаҡлы ялда, быйыл йәй, ниһайәт, әхирәтен эҙләп килеп сыҡты. Илай-илай төнө буйы һөйләшеп сыҡтылар, иртәгәһенә йәшлектәре үткән ауылдың үлән баҫып бөткән урамдарынан үтеп, йылға буйына төштөләр. Әлфиәне алып килгән улы машинаға ултыртып Батыросҡан ҡаяһына алып та барҙы. Әлфиә менән күрешеү Зарифаның урланған йәшлеге хәтирәләрен яңыртты. Үҙенең хыялдары тормошҡа ашмаһа ла әхирәте өсөн ныҡ шатланды. Әлфиә хушлашыр саҡта:
- Әхирәт, барыбер ҙа үкенерлек түгел беҙҙең тормош. Артистка була алмаһам да халыҡ театырында әле лә ҡатнашам, ғүмеремде балалар уҡытыуға арнаным. Ирем генә иртәрәк китеп барҙы. Әле улым, ҡыҙым яныма килеп кенә торалар. Бына әле улым килтермәһә, һине күрә лә алмаҫ инем, рәхмәт инде. Бына һин дә үҙеңде яратҡан балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең менән гөрләйһең, хәстәрле тормошта көн күрәң, ауылыбыҙҙы һүндерергә бирмәҫкә тырышып ятҡан көнөң. Минән бында ҡайтып йәшәү булмаҫ шул хәҙер. Йә ярар, һине күрмәй генә китеп барырмын инде был донъяларҙан, тип көйә инем, күрҙем, күңелем булды, әхирәт! Ғүмер көҙөбөҙ еткән, бәхетле үтһен ҡалған көндәребеҙ, ҡабат осрашмаһаҡ бәхил бул, йәме!
- Эй Әлфиә, инде оҙаҡламай минең дә “йәйләү”ҙән ҡалаға китер ваҡытым етә. Көҙ уртаһында балалар килеп тә етер инде алып ҡайтырға. Йәшлегем урланып, этлек күреп үҫһәм дә хәҙерге тормошомдан ҡәнәғәтмен, әхирәт! Аллаһы тәғәлә теләһә бәхет барыбер әйләнеп ҡайта икән. Ғүмер ҡайһылай ғына булһа ла үтә, бәхетле ҡартлыҡ насип итһен Хоҙай бар яҡындарыма ла!
Илашып, ҡосаҡлашып хушлашты ике әхирәт.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: