Йәйғор
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
27 Сентябрь 2022, 11:27

ЯҘМЫШТЫ ҺАЙЛАП БУЛАМЫ?

Борис Хәйретдинов хикәйәһе.

Нисек кенә тырышһа ла Зөлфирәнең тормошонда һиҙелерлек ыңғайлыҡтар булманы кеүек. Шулай тип гел генә уйлана ине ул. Эйе, мәктәп йылдарында һәйбәт кенә уҡып йөрөнө, тура ярып әйткәндә - гел бишле билдәләренә. Ләкин ун беренсе класты бөткәндә алтын-көмөш миҙалдар аҡсалы ата-әсәләре булғандарға тәтене.
Шәхси тормошона килгәндә ҡәҙимгесә ғүмер иттеләр, әсәһе менән күптән бирле икәүләшеп кенә йәшәнеләр.. Йәмғиәтте яңыртып ҡороу заманы, артабан баҙар экономикаһына күсеү уларҙың ғаиләһенә бер ниндәй ыңғайлыҡ та бирмәне. Ҡыҙ беренсе класҡа барған йылы атаһы Себергә эшкә киткәндән юҡҡа сыҡты, әллә тере, әллә юҡ – был турала бер хәбәр ҙә булманы, көтөп көтөк булдылар, тора биргәс, яҙмыштарына бойһонорға тура килде, яйлап ҡайтмаҫына инандылар. Артабан колхоздар юҡҡа сыҡты, шул арҡала пенсия йәшенә етмәҫ борон уҡ һауынсы әсәһе эшһеҙ ҡалды, әллә эстән янып көйөүҙән, әллә башҡа сәбәптән ул ауырыуға әйләнде. Шуға күрә Зөлфирә медицина институтына инергә хыялланһа ла мәктәпте тамамлағас та ситкә, йәғни башҡалаға табан юллана алманы. Нисек итеп ауырыу әсәһен ташлап ауылдан сығып китһен инде! Әсәһенән башҡа яҡын кешеһе юҡ бит уның. Ярай әле ҡулайлы күргән эш тиҙ табылды, яңы ғына ауылда асылған шәхси магазинға һатыусы кәрәк булды, ул шунда урынлаша алды. Магазин хужаһы бер-ике көн эш тәртибен аңлатты ла һатылған әйберҙәрҙе яҙып барырға ҡушып, эш хаҡы тураһында аңғартып, оҙаҡҡа туҡтамай ҡалаға олаҡты. Яңы эшкә тиҙ өйрәнде йәш кеше, ауылдаштары менән һәйбәт мөғәмәлә булды, дебет-кредит системаһын аңлап алды, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙы документтары буйынса ентекләп ҡарап ала барҙы, һатылғандарын яҙа барҙы, ныҡлап иҫәптә тотто. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла әсәһе менән икәүһенә осон-осҡа ялғарға етә ине булғаны. Мал-тыуар тотмаһалар ҙа ҡош-ҡорт, йәғни тауыҡ-ҡаҙ тәрбиәләп көн иттеләр. Бына шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда әсәһе ныҡлап ауырып китте. Район дауаханаһына һалырға тура килде. Ике көндән һуң әсәһенең үлеме тураһында хәбәр алды ҡыҙыҡай. Эйе, әсәһен һуңғы юлға оҙатҡан саҡта күп уйланды Зөлфирә. Артабан ауылда ҡалыуҙан фәтеүә юҡ, тигән ҡарарға килде ул. Июнь башында эшен тапшырып, ҡош-ҡортон уңлы-һуллы һатып, өйөнөң тәҙрәләренән арҡыс-торҡос таҡталар менән ҡатып, булған аҡсаларын һалып алып юлға сыҡты. Медицина институтының педиатрия бүлегенә ынтылды ул, сөнки балаларҙы дауалау, уларҙың һаулығын күҙәтеү эше Земфираға килешле һөнәр тойолдо. Ләкин “балл” тип аталған күрһәткес уны ситкә этте, ҡыҙ институтҡа уҡырға инә алманы. Документтарын алған саҡта ҡабул итеү комиссияһы рәйесе түләп уҡыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны ла ул, ләкин Зөлфирә риза була алманы, улар әйткән түләүҙәргә көс етерлек түгел ине. Йылына 170 мең аҡсаны ҡайҙан табып булһын!
Ярай әле ваҡытлыса булһа ла йәшәп торорлоҡ торлаҡ тапты, бер үҙе йәшәгән өлкән йәштәрҙәге ҡарсыҡ фатирына индерҙе, торлаҡҡа түләүҙә әллә ни юғары булманы.
Ә артабан ҡайҙа барырға? Урам буйындағы бағаналарға йәбештерелгән иғландарҙы ҡарай-ҡарай Зөлфирә алға атланы. Бер иғланда трамвай йөрөтөүселәр курсына саҡыралар ине, ләкин курстар октябрь башынан ғына асыла икән. Уға тиклем нимә ҡарап ятмаҡ кәрәк? Тағы бер-ике иғланды уҡып алды, ләкин иғтибарға алғандайы тап килмәне. Артабан ҡайҙа барырға белмәй, Ағиҙел ярындағы һыбайлы Салауат батыр һәйкәленә ҡарай юлын дауам итте. Бында ял итеүселәр әллә ни күп тә түгел ине, көндөҙ күп кеше эштә була инде ул. Зөлфирә буш булған эскәмйәләрҙең береһенә барып ултырҙы һәм уйға талды. Артан нишләргә? Берәй уңайлы булған ябайыраҡ эш табылырмы икән?
Тап ошо ваҡытта эскәмйәнең икенсе осона ике егет килеп ултырҙы. Ниндәйҙер эшҡыуарлыҡ асыу тураһында бәхәсләшәләр, бер-береһенең фекерен инҡар итәләр. Төҫ-баштарына ҡарағанда, береһе –рус, икенсеһе башҡорт милләтенән буғай. Ултыра торғас ҡара сәсле егет Зөлфирәгә ҡарап:
- Һылыуҡай, нишләп бик бойоғоп, балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың? – тип башҡортса өндәште.
- Тимәк, сәбәбе бар, - тип яуап бирҙе Зөлфирә артабан һөйләшкеһе килмәйенсә.
- Сәбәбен әйтһәң, бәлки, ярҙам итә алыр инек, - тип артабан ҡара сәслеһе һүҙен дауам итте, - бындай матур ҡыҙ тик бәхетле булып, йылмайып ҡына йәшәргә тейеш.
- Ярҙам итә алыр инек тиһегеҙме? Улайһа әйтегеҙ әле – һөнәре булмаған ҡыҙға бөгөн-иртән эш урыны булғандай предприятие белмәйһегеҙме?
- Бәй! Мин эшләгән урында кеше етешмәй, ләкин унда эш шарттары ауырыраҡ – шуныһы насар. Улайһа ныҡлап һөйләшер алдынан танышайыҡ булмаһа. Мин – Азамат, быныһы – Сергей, минең класташ. Беҙ былтыр ошондағы мәктәп-интернатты бергәләп тамамланыҡ, йәғни класташтар. Мин Селикат заводында эшләйем, ә Серега Милли йәштәр театрында билет һатып ултыра. Һеҙҙең исем нисек? Ҡайһы яҡтың елдәре һеҙҙе бында ташланы.
- Мин – ауыл ҡыҙы, исемем – Зөлфирә, - тип яуап бирҙе ҡыҙ кеше, - әлеге мәлдә эш эҙләү өҫтөндәмен. Бынан алда ауыл магазинында эшләп торҙом.
- Ярай, бик яҡшы. Ҡаланың селикат заводына эшкә саҡыра алам һеҙҙе. Мин бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡһам да аҡсаһына ҡыҙығып, заводта “ҡара” эшсе булып йөрөйөм. Шуға беләм: заводтың әҙер продукция бүлексәһенә кассирмы, продукцияны ебәреп тороусымы шунда кәрәк ине. Теләһәгеҙ бөгөн үк эшкә аласаҡтар, сөнки ул урын бер аҙна инде буш тора. Элекке кассир кейәүгә сығып, Казанға күсеп китте. Эше ауыр түгел, тиҙ генә эшкә өйрәнергә була. Ундағы эш шунан ғибәрәт: әҙер продукцияның күпме, ҡасан, кемгә киткәнен иҫәпләп яҙып барырға кәрәк. Бына шулай эш.
- Мин һеҙҙең һөйләшкәнде аңлап ултырам. Азамат әйткән урынға барһаң - хур булмаҫһың, бар ҙа тәүҙә эш рәтен белеш. Уларҙың бына тигән ятаҡтары ла бар, - тип Сергей һүҙгә ҡушылды.
Бына шулай итеп Зөлфирә селикат заводына барып эләкте, ятаҡҡа мәшәҡәтһеҙ урынлашты, “әҙер продукция” бүлегенә урынлашты, уға килгән документҡа ҡарап әҙер булған һатлыҡ тауарҙы төрлө тарафтарға оҙатты.
Ә эштән буш булған саҡтарҙа өсәүләшеп ҡала урамын ҡыҙырҙылар, кинотеатрҙарға инештерҙеләр, танцмайҙандарҙа булдылар. Ҡыҙҙың күңелендә өмөт сатҡылары уянды, сөнки эшле булды, торорлоҡ торлаҡ та бар. Ике егет тә ҡыҙға яратыу тойғоһо аша ҡарайҙар ине инде, ләкин ҡыҙ кеше Азаматты һайланы һәм улар, ярты йылдан һуң өйләнешеп, мосолман ҡанундары буйынса бата уҡытып, бер бүлмәле фатирға сығып алып, бер бөтөн ғаилә булып йәшәй башланылар.
...................................................................................................
Йәш осорҙа, әлбиттә, әллә ни ҙур булмаған эш хаҡтары иркенләп тотонорға етмәй ине шул: моданан ҡалмайынса кеше ыңғайына кейенергә лә кәрәк, фатирға, ЖКХ-ға түләргә лә кәрәк, аҙыҡ-түлеккә лә сығарырға кәрәк, унда-бында кафе-ресторандарға инеп ултырғы ла килә. Тап бына шул арҡалалыр Азамат бер көндө көтөлмәгән хәбәр һалды:
-Зөлфиә! Сергей дуҫ бөтөнләй башҡа кермәгән, шулай ҙа иғтибарға лайыҡ булырҙай бер тәҡдимен күптәнән бирле әйтә килә. Әйҙә һеҙ йәшәгән урам мөйөшөндә “бистро” вариантында берәй кафешка асайыҡ ти. Уның уйынса тәүҙә кредит алабыҙ, шул аҡсаның бер өлөшөнә йүнлерәк бер вагончик һатып алабыҙ. Артабан шуны матур итеп биҙәп, тәртипкә килтерәбеҙ. Кәрәкле газо-электроплиткаларҙы, һыуытҡыстарҙы, бер-нисә быяла витрина һатып алабыҙ, кәрәкле продуктарҙы килтерәбеҙ һәм бешереп-төшөрөүсе, йәғни ашнаҡсы табып эш башлайбыҙ. Һинең ҡарашың нисек? Һин нисек уйлайһың?
- Мин бындай эштең килеп сығырына ышанып етмәйем бит әле. Бурысҡа батып аптыраҡҡа ҡалып йөрөмәҫһегеҙме икән? Сергейҙың холҡо билдәле, тура һуғырға ярата шикелле. Һүҙем шул: мин хупламайым, икенсе яҡтан һеҙҙе тыйырға хоҡуғым да юҡ минең, - тип ҡырҡа яуап бирҙе Зөлфирә.
- Ә беҙҙең эш бешһә, һин ашнаҡсы булып барыр инеңме?
- Юҡ! Мин бара алмайым. Ундай урынға мотлаҡ дипломлы кеше кәрәк. Икенсе яҡтан мин эшләп йөрөгән эшемде ташлап китке килмәй. Тураһын әйткәндә, эшем әле яңыраҡ ҡына ныҡлап өйрәнеп алдым, хатта ул миңә оҡшай башланы...
Ике егет уйҙарын тормошҡа ашырыу эшенә тотондолар. Эште былай бүлештеләр: Сергей кәрәкле кешеләр менән бәйләнешкә кереп, нимә кәрәк шуны таба, йәғни директор вазифаһын үтәй, Азамат аҡса менән етәкселек итеп, баш бухгалтер эшен алып бара. Бөтә кәрәкле документацияны әҙерләү, финанс, дебет-кредит, сығым-керем, эш хаҡын түләү уның ҡулында. Икеһе лә элекке эшенән китергә мәжбүр булдылар.
Мул ғына итеп кредитҡа алынған аҡсаға ғәмәлдән сығарылған, ләкин әле эшкингәндәй оҙонтороҡ тимер юл вагонын осһоҙ ғына хаҡҡа һатып алып, уны йыһазландырып эш башланылар. Шулай итеп ҡала ситендәге урамда “Ихлас” исемле кафе барлыҡҡа килде һәм уйламағанда уның эштәре яйлап алға китте. Был юҫыҡта бер Хоҙай Тәғәләнең ризалығы ғына түгел, ә ашнаҡсы һөнәрен яңыраҡ алып, ошонда эшкә төшкән йәш ҡыҙ Гөлнисаның тырышлығы, төрлө аш һәм башҡа ашамлыҡтарҙы тәмле итеп бешерә белеүе, уның алсаҡлығы беренсе урында булды шикелле. Унда-бында үткән халыҡ тәүҙә ҡыҙыҡһынып, һуңыраҡ тамаҡ ялғарға күпләп инә башланы, хатта Гөлнисаға ярҙамсы, йәғни даими һатып тороусы кәрәк булды. Уның тәҡдиме буйынса бергә уҡып сыҡҡан Вәсимә исемле ҡыҙ кеше һатыусы булып эшкә урынлашты. Ҡыҙҙарға эш хаҡын егеттәр матур итеп түләнеләр, тәүге рәттә үҙҙәренә хеҙмәт хаҡын бик бәләкәй генә ҡуйып, эште башҡарҙылар. Ләкин вагон – вагон инде, күпләп индереп ашатырҙай, йәки корпоратив, ял кисәһе, булмаһа туй-маҙар үткәрерҙәй урындар етешмәй ине.
Теүәл бер йыл үтеп китте. Налогтан, сығымдан һәм эш хаҡынан башҡа килем урам ҡаршыһындағы өс бүлмәле фатир һатып алырға етте, шуны рәткә килтереп күсеп сыҡтылар һәм “Ихлас”тың эшен һәүетемсә генә артабан дауам иттеләр. Тик был тормош, күрәһең, һәр ваҡыт ыңғай ғына бармайҙыр. Бер ваҡыт Сергей үҙен һауалы итеп тота башланы, Эшкә йөрөүе лә һирәгәйҙе. Күренгән ваҡыттарҙа ла еңелтә эсеп килер булды. Шул арҡала Азамат менән Сергей араһында аңлашылмаусылыҡ тыуҙы, тора бара ул талашҡа әйләнде.
Ярты йыллыҡ отчетты эшләгән ваҡытта Азамат счеттан ҙур ғына сумманың юҡҡа сығыуын күреп аптыраны. Сергейгә инеп был турала хәбәр итте Азамат. Шуны ғына көтөп торғандай, директор аудиторҙар саҡырып ревизия үткәртте. Эйе, ҙур ғына сумма аҡсаның юҡҡа сығыуы асыҡланды. Сергей Азаматтың “әйҙә осона яйлап сығайыҡ, минең бында бер ниндәй ғәйебем юҡ” тигән һүҙенә ҡолаҡ һалып торманы, был эште судҡа бирҙе. Суд бик тиҙ үтте, Азаматтың һүҙе өҫкә сыҡманы, уны биш йылға иркенән мәхрүм иттеләр, телефон аша һөйләшеп алыу мөмкинлеген тыйҙылар. Шул арҡала өҙөлөп һөйгән Зөлфирә менән һөйләшеү бөтөнләй булманы. Ҡатынына хат яҙып ҡарау ҙа файҙа бирмәне. Икенсе яҡтан уның өсөн ҙур сумма аҡсаның ҡапыл юғалыуы ниндәйҙер аңлашылмаған сер булып ҡалды, “бынан ҡотолоп сыҡһам, был эштең төбөнә мотлаҡ төшәсәкмен”, тип үҙ-үҙенә ҡат-ҡат маҡсат ҡуйҙы ул, шул уйҙары менән үҙенең янған күңелен баҫыр булды. Бында ул үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтте, барыһы менән дә тигеҙ мөғәмәлә булырға тырышты. Амнистияға ғариза яҙып та ҡарағайны, ләкин бер файҙаһы ла булманы. Ваҡытын тулыһынса тултырғандан һуң, үҙе йәштән йөрөп өйрәнгән ҡалаһына юл тотто. Уның маҡсаты Зөлфирәһен эҙләп табыу һәм берәй тотороҡло эшкә урынлашыу ине.
Бын ул таныш урамдарҙан атлай. Биш-алты йыл эсендә лә ҡала өлөшләтә үҙгәргән. Бында яңыраҡ һалынған күп ҡатлы йорттар үҙенең архитектур стиле менән элеккеләрҙән ҡырҡа айырылып тора икән: яңы технологиялар ҡулланған йорттар байтаҡ күренә: премиум класс, барнхауз, хатта лэйнхауз тибындағы йорттар үҙҙәренең үҙенсәлектәре менән әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора.
Юлды аша сығырға самалап, светофор төбөндә туҡтаны ул. Машиналар тулҡыны туҡтамай үтә лә үтә, тап шул ваҡытта 5-6 йәшлек бер малай, светофор утына ҡарап тормайынса, ике машина араһынан үтеп өлгөрөргә тырышып, велосипедынан төшмәйенсә ҡаршы яҡтан бирге яҡҡа ынтылды. Бәлки, был ҡабалан бала сығып та өлгөрөр ине, тик юлды арҡыры үтеп бөтмәҫ элек, велосипеды менән ҡушарлап ҡолап китте. Уның өҫтөнә тулыһынса әйбер тейәгән олоғара КамАЗ етеп килә ине. Азамат етеҙ генә ырғып, машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала яҙған малайҙы тотоп алып, юл ситенә ташланы. КамАЗ велосипедты тапап үтте һәм яман итеп гудок биреп артабан елде. Был малай теремек бала булып сыҡты. Тапалған ике тәгәрмәсле техникаһына аптырап ҡарап торҙо ла ҡулын һелтәне:
- Ярай, великты атайым яңынан алып бирер әле, ул – миллионер, - тине. Шунан былай тип өҫтәне: - Олатай! Әйҙәгеҙ минең менән, йәнәш урамда атайымдың кафеһы бар. Шунда барайыҡ, мин һеҙҙе рәхмәт йөҙөнән бушлай ашатып сығарам.
- Улым! Исемең кем һинең?
-Азат минең исемем. Атайым рус булһа ла, әсәйем миңә башҡорт исемен ҡуштырған.
- Шулаймы ни!
- Эйе. Әйҙә киттек.
- Юҡ, улым, улай оҡшамаҫ, мин һине тамаҡ ашар өсөн ҡотҡарманым бит. Бөтәһе лә автоматик рәүештә килеп сыҡты. Атайыңдан, йә әсәйеңдән әрләнерһең.
- Әрләнмәйем. Хәҙер атайыма шылтыратып аңғартам.
Ир бала телефон аша атаһы менән һөйләшеп алды, хәлү-әүәхеүәлде тәфсирләп аңғартты. Шунан һуң Азаматҡа боролоп:
- Олатай! Атайым рөхсәт итте, унда беҙҙе көтөргә тейештәр – тине.
Кафе бинаһы күрше урамда ғына урынлашҡан булып сыҡты. Өлкән повар уларҙы матур ғына итеп ҡаршы алып, төпкө бүлмәләгә оҙатты, ундағы өҫтәлгә мул ғына итеп һый-хөрмәтте теҙелгән ине. Тамаҡ ялғаған ваҡытта Азат әсәһенә шылтыратып, үҙе менән булған хәлде тәсфирләп һөйләп алды, мине килеп ал, велигым тапалды, тип хәбәр итте.

Шунан:
- Хәҙер әсәйем мине килеп ала, - тип ҡыуанысын белдерҙе малай кеше. – Әсәйемдең үҙенең еңел машинаһы бар.
Күп тә ваҡыт үтмәне, буғай, ишектән спорт формаһы кейгән ҡатын-ҡыҙ заты пәйҙә булды һәм ул әллә ҡайҙан уҡ сәләмләп өҫтәл артына килеп ултырҙы ла, балаһын үлемдән йолоп алып ҡалған өсөн ир кешегә рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә уҡталды. Ләкин ныҡ аптырауҙан әйтә алмай тотлоғоп ҡалды.
- Азамат? Азамат! Был һинме? Уй аллаҡайым, әллә күҙемә күренәме тип торам. Был һинме һуң? Ҡайҙа юғалдың һин?
Азамат таныш тауышты ишетеп, иғтибар менән күҙҙәрен ҡатын-ҡыҙға ҡарай йүнәлтте. Уның алдында Зөлфирәнең үҙе ултыра ине.
- Бына һиңә мә! Көтөлмәгән осрашыу! Зөлфирә икәнеңде күреп танып торам. Был һинең улыңмы? Әллә мин юҡ саҡта кейәүгә сыҡтыңмы? Әйт! Йәшермә! Мин аңларға тырышырмын. Мин бит һине һаман яратам, һине эҙләргә тип йөрөй инем әле...
- Азат! Ашап бөткәнең икән, балам! Бар әле, улым, бер-ике пакет һөт алып, машинаға алып барып һал, шунда көт мине, - тип Зөлфирә улына өндәште.
Азат залдан сығып китте. Зөлфирә һүҙен дауам итте:
- Был һинең улыңмы, тип һорайһың, эйе, минеке шул. Ләкин ул һинең дә улың...
- Ә нишләп был турала мин бер ни белмәнем, Зөлфирә?
- Сөнки ул саҡта мин үҙем бер ни ҙә белмәй инем әле, ә һуңынан һиңә әйтергә мөмкинлек булманы.
- Тағы бер һорауымды ҡабатлайым. Мин юҡта кейәүгә сыҡтыңма әллә? Сыҡһаң – кемгә?
- Эйе, сыҡтым. Дуҫың Сергей һин юҡлыҡтан файҙаланып үҙенә сығырға мәжбүр итте...
- Ах! Мин уны...
- Туҡта! Туҡта! Ҡыҙмай тор әле! Тағы төрмәгә ултырырға ынтылаһың түгелме? Әйтеп бөтәйем башлағас... Мин уны яратмайым... Минең күңелемдә һин генә. Мин һине һаман көттөм, Азамат. Ниһәйәт Хоҙай Тәғәлә осрашырға насип итте. Зөлфирәнең күҙ йәштәре ике битк буйлап ағы башланы.
- Насип итте, насип итте. Ә артабан мин нишләргә тейешмен. Әйт, Зөлфирә!
- Сабырлығың етһә барыһын да әйтәм, мин – һинеке, был юҫыҡта аптырай торған бер ни ҙә юҡ. Тик һине ултыртҡандар яза алырға тейештәр, тигән уй әллә ҡасанан бирле башымды быраулай инде.
- Нишләргә һуң? Ниндәйҙер тәҡдимең бармы әллә? Үҙемдең башым тубал булып эшләмәй тора әле, шуға һорайым.
Тәүге рәттә Сергей:
- Зөлфирә! Мин һине яратам. Миңә кейәүгә сыҡ, - тип йөҙәтте. – Баланы үҙемә яҙҙырырмын. Икегеҙ ҙә бал эсендәге май кеүек йәшәрһегеҙ, тине. Тора биргәс һинең үлемең тураһында ниндәйҙер телеграмма тотторҙо. Ә инде артабан “миңә сығырға риза булмаһаң, ҡул-аяғыңды бәйләп алып ҡайтып һалам һәм төпкө бүлмәлә бикле тотам, тигәс риза булырға тура килде. Мине кем яҡлаһын? Шунан бирле эшләмәйем.
- Ах, мин уны... Мин уның мутлығын асыу өсөн бында ҡайттым, тик нисек итеп эш башларға ғына белмәй торам, - тип ә йтеп һалды Азамат.
- Бер нығыраҡ эсеп ҡайтҡан көндө Сергей маҡтанып ташланы, уның ҡушыуы буйынса хакерҙар аҡсаны ситкә шылдырғандар. Минең ул әйткән һүҙҙәрҙе телефонға яҙырға башыма етте. Тексты бер таныш юрисҡа тапшырып, шуның осона сығыуҙы һораным, хеҙмәтенә түләйәсәгемде белдерҙем. Ул эш башланы инде. Өсәүләһәк эшебеҙ бешер тип уйлайым. Һиңә мотлаҡ юрист менән осрашырға кәрәк.
- Ярай осрашырмын, адресын биререһең. Ә Сергей нимә менән булыша әле?
- Ул йыл да бизнесын киңәйтеү менән булышты. Биналар һатып алып, тағы бер кафе, бер ресторан асты. Һуңғы ваҡытта әллә ни эше менән ҡыҙыҡһынмай, күп күңел асыуға күсеп китте. Көн дә иҫерек...
Тәжрибәле юрист Азамат менән берлектә ай буйы ҡыҙыу эш алып барҙы, кәрәге тейерҙәй документтарҙы судҡа әҙерләне, прокуратура менән кәңәш ҡорҙо, кафе, ресторандағы баш бухгалтерҙар менән аралашты. Шул йыйылған ҡағыҙҙарға таянып, Азамат Сергейҙы судҡа бирҙе.
Был юлы суд оҙаҡ ҡына барҙы, ултырыштар төрлө сәбәптәр арҡаһында өҙөлә-өҙөлә дүрт тапҡыр үткәрелде. Был юлы Сергей тулыһынса фаш ителде, ул нисек булған шулай, йәшермәйенсә һөйләргә мәжбүр, сөнки енәйәтен асҡандай факттар күп ине. Был уны иркенән мәхрүм иткәндәй суд ҡарарын сығарыуға нигеҙ булды. Булған шәхси мөлкәт тулыһынса Азаматҡа ҡайтарылды. Шул аҡсаның бер өлөшөнә ул фатир һатып алды. Азамат ҡатыны Зөлфирә, улы Азат менән яңынан ғаилә ҡороп йәшәй башланылар. Тик Азамат шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙе хуп күрмәне, ҙур аҡса кешене боҙа, тип уйланы ул, шуға күрә ҡатыны менән кәңәшләшеп, ике кафеһын, ресторанын һатып ебәрҙе һәм элек эшләп киткән селикат заводына был юлы баш бухгалтер булып эшкә урынлашты.
Шулай итеп был ғаиләлә ахырҙа тыныслыҡ урынлашып, эштәр ыңғай китте. Эйе, бындай бәхет һәм берҙәмлек был тормошта бик һирәк була шул. Ғаиләнең матурлығы ир менән ҡатындың бер төптән тормош йөгөн тарта белеүенән тора икәнен аңлап алһаң, бөтәһе лә үҙ урынына ултыра. Ошондай ғаиләләр күберәк булһа ине, унда берҙәмлек, аңлашып йәшәү гел дә сәскә атһын ине...
Ҡыҫҡаһы – яҙмышты һайлап була, тик үҙең, нисек кенә ҡыйын булмаһын, тырышып ыңайлыҡҡа ынтылырға тейешһең. Был юлда арыу-талыу арҡаһында туҡтарға тейеш түгелһең. Йәш саҡта күберәк ыҙалаһаң, ҡартлыҡта муллыҡ көтәсәк, ә күңелең тулы буласаҡ, йөрәгең тыныс һуғасаҡ. Эйе, кешегә түгел үҙеңә ышанып йәшә, сөнки башҡа кешенең теләһә лә әйткән һүҙен, вәғәҙәһен үтәргә юлы ябыҡ булыуы мөмкин...

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: