Йәйғор
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
17 Октябрь 2022, 17:04

Бер яңылыш аҙым (булған хәл)

Франгиза Мурзина яҙып алды.

Ауыл... Айҙың тулған төнө... Мәҙинә менә Сабирйән ашыҡмай ғына киске уйындан ҡайтып килә. Көндөҙ эйәрҙәр йүгереп аҡһа ла, төндәрен - боҙлауыҡ.

Ҡапҡа алдына килеп еткәс, егет ҡыҙҙың күҙҙәренә тултырып ҡараны ла, беренсе тапҡыр бит осонан ғына үбеп алды. 1991-се йылдың 5 апреле ине был төн.

Таң менән Мәҙинә өйҙәге сит тауыштарҙы ишетеп, йоҡоһонан уянып китте. Өҫтөнә күлдәген дә кеймәй, ишек ярығынан икенсе бүлмәне ҡараны. Мейес янындағы өҫтәл артында Сабирйәндең ата-әсәһе, ҡыҙҙың атаһы ултыралар. Мәрйәп апай, Мәҙинәнең әсәһе, йүгереп йөрөп сәй әҙерләй. Димләп килгәндәр икән!

Кисен Мәҙинә менә Сабирйән тағы осрашты... Был юлы клубҡа бармаҫҡа булдылар. Егет ҡыҙҙы һарай башына, алып менде. Ике йәш йөрәк киләсәк тураһында оҙаҡ хыялланып ултырҙы. Сәбирйән оялып ҡына Мәҙинәнең ирендәренән үпте, шул төндө ҡыҙлығын да алды.

Йәмле июнь айында туй... Мәжлескә бөтә ауыл халҡы йыйылған. Ҡыҙҙың ата-әсәһе йәштәргә һыуытҡыс, һыйыр бүләк итте, егет янынан - ВАЗ-2109 машинаһы. Көтмәгән, иң ҡиммәтле бүләкте Сабирйәндең ике туған ағаһы бүләк итте – үҙенең ике бүлмәле фатирын. Йәштәрҙең шатлығы эсенә һыйманы. Рәзиф үҙе сит илгә йәшәргә китә икән.

Туйҙан һуң Сабирйән бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Заводта эшләп йөрөй, өйгә һуңлап ҡайта башланы. Мәҙинә йөклө булғас, тауыш ҡуптарманы. Яңы йыл алдынан Сабирйән төшөрөп ҡайта, ҡатынына ҡул да күтәрә башланы. 28 ғинуа ныҡ иҫендә ҡалды буласаҡ әсәнең. Ата-әсәһе бүләк иткән һыуытҡысҡа бәйләнә башланы ире. Эсендә булған аҙыҡты ашап бөтөрөргә ҡуша. Мәҙинә тешен ҡыҫып түҙҙе. Урын һалып йоҡларға ятҡас, Сабирйәнгә Мәҙинәнең ҙурайған эсе оҡшаманы. Ҡатынының эсенә сығанағы менән ҡуғып ебәрҙе ул. Ауыртыуға түҙә алмағас, йәрен генә тиҙ ярҙам саҡыртты Мәҙинә. Табиптарҙы подъезд алдында ҡаршы алды. Нисек иҫен юғалҡанын хәтләмәй.

Икенсе көнгә дауаханан Сабирйәнгә шылтыратып, алмаш кейем килтерергә ҡушты. Ире тиҙ килеп етте, тубыҡланып тороп, кисереүен һораны.

Яңы йылды Мәҙинә дауахана ла ҡаршыланы. 4 ғинуар көндө ул ҡыҙ бала тапты. Бала табыу йортонан йәш әсә менән сабыйҙы ҡаршы алырға ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, гөлләмәләр тотоп Сабирйән үҙе килгәйне.

Ҡайтыуҙарына ире әҙерләнеп ҡуйған: карауат, коляска алған, фатирҙы таҙалаған. Йәштәргә ҡамасауламаҫҡа тип, ата-әсәләре ауылға ҡайтып китте. Ике аҙнанан сабый туйына килделәр, бәпескә Сабина тип исем ҡуштылар.

Өс ай һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Сабирйән ҡатынын ҡулында ғына йөрөттө. Мәҙинә уны күптән инде кисерҙе...

8-се март ине ул төн... Ишеккә шаҡынылар. Рәзиф ҡайтҡан икән, ҡунып сығырға рөхсәт һораны. Сабирйән әлбиттә ҡаршы төшмәне, ағаһы ла ике көнгә генә ҡайтыуын әйтте. (уң булыуға ҡарамаҫтан, Мәҙинә ҡунаҡҡа сәй әҙерләне, аҙаҡтан һауыт-һабаны йыуып алып, ире янына йоҡларға тип ятты. Был төндө Сабирйән йоҡо бирмәне. «Тоҙһоҙ» һүҙҙәр һөйләне: Ни өсөн ағайым һиңә ҡарай? Һеҙҙең арала берәй нимә бармы?

Икенсе көнөн Сабирйән төшөрөп ҡайтты. Сабина йоҡлаған арала, тамаҡ әҙерләргә сыҡҡан Мәҙинәнең ҡулдарын ҡайрып тотто, көсләне...

Йәш ҡатын ауыртыуҙан түгел, ғәрлегенән иланы. Ата-әсәһе янына ҡайтырға ҡарар итте. Ҡыҙы йоҡлаған бүлмәгә инде, артынан – Сабирйән.

- Ағайым нығраҡ оҡшаймы, - тип ҡырағай тауыш менән үкерҙелә, тағы Мәҙинәгә йәбеште. Ҡатындың ҡулына өҫтәлдә ятҡан бысаҡ эләте. Нимә булғанын иҫләмәй ул.

Мәҙинәне дүрт йылға иркененән мәхрүм иттеләр. Көсләнгәндән һуң, икенсегә ауырға ҡалғанын белә ине ул. Был сабыйында табырға булды. Икенсе ҡыҙы, Ландышы, декабрь айында тыуҙы. Сабыйҙы Мәҙинәнең ата-әсәһе  үҙ янына алып ҡайтты. Сабина менән Ландыш бик дуҫ булып үҫтеләр.

Мәҙинә башҡа кейәүгә сыҡманы. Сит илгә эшләргә сығып китте, ата-әсәһенә, ҡыҙҙарын аҡса ебәреп торҙо.

Сабина 9-сы класты тамамлағас, колледжға уҡырға инде, Ландыш уҡыуын мәктәптә дауам итте.

Бер көн йәштәр аулаҡ фатирҙа ҡунаҡ булырға булдылар. Сабина атаһынан ҡалған ВАЗ-2109 машинаһын һатҡайны. Тап ошонда Сабина буласаҡ ирен Кириллды осратты. Ҡыҙға ун һигеҙ йәше тулыу менән, өйләнештеләр. Олатаһы менән өләсәһе ҡаршы булды, тыңламаны. Әсәһенең аҡсаһына гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары тыуҙы Сабина менән Кириллдың.

Йәш атай эшләргә ашыҡманы, дуҫтары менән ҡунаҡ булыуҙар ҙа йышайып китте. Әсәлек капиталына бәләкәй генә өй алғас, бар ҡунаҡтар Сабина менән Кириллда йыйылды. Ир балаларына, ҡатынына йыш ҡул күтәрҙе. Сабина түҙҙе, яҡындарына бер ни әйтмәне. Әммә янып торған йәшел күҙҙәре төпкә батты, 26 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, сәстәре ағарҙы, битендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килде. Һеңлеһе үҙе янына саҡырһа ла, барманы Сабина. Шулай алты йыл ваҡыт үтеп тә китте.

Ул төн 19  март ине. Кирилл тыуған көнөн байрам итеп, иҫереп ҡайтты. Сабина ҡыҙҙарына әкиәт уҡып ултыра ине. Ире китереп, башына һуҡты. Ҡыҙҙары ҡурҡышына илап ебәрҙе, Кирилл тышҡа сығып китте...

Сабина бүлмәнән сыҡты ла, ишеген ныҡ итеп ябып ҡуйҙы. Аш бүлмәһенә сыҡты ла, ҡулына бысаҡ алды. Бер ни уйламай инеп килгән Кириллдың арҡаһына ҡаҙаны. Бысаҡ уның йөрәгенә эләкте, ир урынында уҡ йән бирҙе....

Сабина ҡулына телефон алды, ләкин кемгә шылтыратырға белмәне.

Күптән түгел төнгө клубта Асҡар менән танышҡайны. Егет Сабинаны бер ҡарауҙан оҡшатҡайны. Бәлки ул ярҙам итер.

 - Ало, Асҡар, мин уйламай эшләнем. Нимә эшләргә?

Телефондың икенсе осонда тынлыҡ. Бәлки бәйләнеш өҙөлгәндер. Таныш һандарҙы тағы бер йыйҙы, яуап биреүсе булманы.

Күп тә ваҡыт үтмәне, өй алдына полиция, тиҙ ярҙам машиналары килеп туҡтаны. Был төндө Саббинаны рәшәткә артына ултыртманылар. Ике ҡыҙын алып, күптән инде үҙ ғаиләһе менән йәшәгән Ландышҡа барҙы. Һеңлеһе бер һүҙһеҙ индерҙе.

Күрше тирә икегә бүленде. Кемдер Сабинаны йәлләне, кемдер – Кириллды. Киләһе ярты йылды Сабина утлы күмер өҫтөндә бейегән кеүек үткәрҙе. Йәмле июль айында суд ҡатынды алты йылға ирегенән мәхрүм итте.

Ландыш апаһының ҡыҙҙарын үҙ ғаиләһенә алды. Төрмәлә Сабина өс йыл ултырҙы. Әсәһенә аҡсанан өҙмәне, өләсәләре күстәнәстәр ебәреп торҙо. Сабинаға аҡса ла, күстәнәстәр ҙә кәрәкмәй ине, ул ҡыҙҙарын һағынды...

 

Хәҙер Сабинаға утыҙ йәш. Сәстәре күптән ағарған, битендә – йыйырсыҡтар. Ҡуртымға фатир алып йәшәй, заводта эшләй. Ҡыҙҙары Ландыш ғаиләһендә йәшәһәләр ҙә, күп ваҡытты әсәһе менән үткәрә.

«Ниңә генә өләсәй әйткәндәргә ҡолаҡ һалманым инде. Үҙ бәхетемде, үҙ ҡулдарым менән быуҙым, - тип һөйләне ул бер осрашыуҙа. – Йәш ҡыҙҙарға бер теләгем: уҡығыҙ, араҡы, һыра, бер көнлөк дуҫтар - яҡшыға түгел. Бер яңылыш аҙымым, бар бәхетемде юҡ итте».

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: