«Тоҙло перәниктәр булмай!» - тиерҙәр күптәр. Бәхәсләшмәйем. Эйе, улар баллы, татлы ғына булалар. Ләкин бала саҡта ҡапҡан перәник әле лә хәтерҙә. Ҡабырҙан алда уға субырҙап әсәйемдең күҙ йәштәре тамғайны, шуғалырмы, уртты ҡорошторорҙай тоҙ тәме килде унан.
Әсене хәтерләгәс, бала сағың сөсөнән булмағандыр, тип алдан һорарға ашыҡмағыҙ. Юҡ, улай тимәйем. Бала саҡ, нисек кенә үтмәһен, ул сафлыҡ, паклыҡ диңгеҙендә йөҙгән, тылсымлы йоҙаҡтарға бикләнгән әкиәт һарайы сүрәтендә, ымһындырғыс, арбатҡыс көсө менән әсир итеп, һәр ваҡыт үҙенә әйҙәп, саҡырып тора.
Әйҙәгеҙ, хөрмәтле уҡыусым, шул хыял даръяһында йөҙгән, «Бала саҡ» тип аталған серле утрауға аҙға ғына булһа ла барып әйләнәйек. Һәр кемдең үҙ утрауы. Минең утрауҙа һеҙҙе бер ҡатлы, саф күңелле, мөғжизәләргә ышаныусан, шағир йәнле ете йәштәр самаһындағы ауыл малайы оҙатып йөрөр.
* * *
…Әсәйем үлмәй ҡалды. Ҡышҡы селләлә дауаханаға инеп йығылғандан һуң, мөгөҙө һыныҡ ҡарт һыйырҙы колхозға һатып, шуның аҡсаһына мең михнәт менән табылған дауаларҙың да шифаһы теймәгәс, һауығырына табиптар ҙа күптән өмөттәрен өҙгәйне. Көндән-көн һарғая, кибә барған әсәйем, яҙ һулышы ергә йылымыс тыны менән һарылғас та, ни мөғжизә менәндер, яйлап-яйлап карауатынан ҡалҡынып ултыра башланы. Һирәкләп булһа ла сыуаҡ, йылы көндәрҙә, одеялын бөркәнеп, дауахананың бейек күтәрмәһендә лә күренгеләне. Ә ерҙәр йәшәреп, сәсеүҙәр бөтөп, иртәгә һабантуй тигән көндө әкрен генә атлап ҡайтып та инде.
Өй эсендә шатлыҡлы сыр-сыу ҡупты. Оло апайым Раушания, кесе апайым Мәҙинә әсәйемә барып йәбештеләр. Өләйәсем яҙып ябынған яулығын төҙәткеләп, бер яҡ ситтәрәк үҙ сиратын көтөп тора. Уның да йыйырсыҡтар менән сыймаҡланған йөҙө, төҫһөҙ күҙҙәре балҡый, йылмая.
Миңә ҡалһа, был ғаиләлә берҙән-бер ир заты, сабыр ҡалырға тейешмен. Ә үҙемдең шатлығым эсемә һыймай, апайымдар һымаҡ, әсәйемде ҡосаҡлағым, дарыу еҫе аңҡыған күлдәген еҫкәгем килә, тик шул әлеге лә баяғы кәпәсле булыуым тыйып тота.
Әсәйем, ҡыҙҙарҙан арынғас, өләсәйем менән күреште лә, килеп, урындыҡ сит-ендә ултырған минең арыҡ арҡамдан һыйпаны:
– Бына Айҙарым да егет булып килә. Ул өйҙә саҡта донъям бөтөн минең.
– Ҡаҙ себештәре теүәл теүәллеген. Аҙғын ғына ҡайтманы, - тип ебәрҙем эре генә.
Өләсәйем миңә үтә лә яуаплы эштәрҙе ышанып тапшырған. Өй хужаһы көн оҙоно быуа ярында ҡаҙҙар көтөргә, кис көтөүҙән тирә-йүндә яманаты сыҡҡан Аҙ-ғын ҡушаматлы кәзәне алып ҡайтырға бурыслы. Аҙғын үҙе онотҡанда бер генә ҡайтып күренә. Кәйефе килмәгәндә иһә, ғорур атлап, ауылдың бер килке аңра һарыҡтарын эйәртеп, урам уртаһынан үтә лә китә. Инәлеп, ялбарып ҡысҡырыуыма, ҡулымдағы икмәк ҡатыһына, исмаһам, бер боролоп ҡараһасы!
–Бөгөн булмаһа, иртәгә ҡайтыр. Бар уйнап кил. - Әсәйем миңә һөйөп ҡараны. - Киткән мал ҡайтыр, һаулыҡ ҡына…
Уның һуңғы һүҙҙәре артымдан ябылған ишектә бүленеп ҡалдылар, - мин урамға атылдым. Малайҙар күптән бура һуға, ҡараңғы төшкәнсе уйнап ҡалырға кәрәк.
Уйындың уртаһында ҡайнайым. Бөтә нәмә тыңлай миңә бөгөн, аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре йүгерәләр, сәпкә ырғытҡан таяҡтарым да бураның ҡап уртаһына ғына барып тейә, йәнемә тейгән, көн һайын ҡыйырһытҡан Шәриф тә күрер күҙгә һөйкөмлө генә икән дә баһа, хатта минең тарафҡа йылмайып ҡараны ла шикелле.
Эңер төшкәс кенә ҡайтып индем. Өйҙәгеләр йоҡларға ятҡан. Өҫтәлдәге көрш-әкте һәрмәп табып, һөт һемергәс, әсәйемдең уң яғына барып һыйынып яттым. Һиҙемләүемсә, кесе апайым әсәйҙең һул яғына ятырға тейеш. Әсәй шулай итә, икебеҙҙе йәнәш һалмай, сөнки юрған өсөн тере һуғыш сығасағын белә. Ул дауаханала саҡта өләсәй уртала ята торғайны. Әле уның тын алышы урындыҡ төбөнән ишетелә.
Оло апайым өйҙөң берҙән-бер йыһазы булған көмөш ситле тимер карауатта йоҡлай, өҫтөнә лә яңы алынған сейә ҡыҙыл атлас тышлы юрған ябына. Рәхәттер ул яңғыҙыңа мамыҡ юрғанды бөркәнеп, тәҙрәнән төшкән ай нурында балҡыған көмөш карауатта маҙырап ятыуы! Өләсәйем әйтмешләй, оло апайым еткән ҡыҙ, тиҙҙән кейәүгә лә сығып китер әле, күр ҙә тор. Нихәл итәһең, сыҡһа сыға ла китә инде, тик шуныһы ғына - уның менән бергә карауат, урынды йәмләп ятҡан юрған бирнәгә әүерелеп юлланһа, мөлкәтһеҙ тороп ҡалырбыҙ бит. Башымдан күңелһеҙ уйҙарҙы ҡыуып, ҡәҙерле дарыу еҫен еҫкәй-еҫкәй, иҙерәп йоҡлап киттем.
Уянғанымда ҡояш байтаҡ юғары күтәрелгәйне. Күршебеҙ Сәғиҙә инәйҙәр яғы-на терәлеп тиерлек ҡараған берҙән-бер тәҙрәле өйөбөҙҙө көн яҡтыһы һирәк иркә-ләй. Торлағыбыҙҙы күрер өсөн, ҡояшҡа иң әүәл күршебеҙҙең ҡыйығына менеп ҡу-нырға кәрәк. Унда ла әле нурҙар түрбаш яғына үтмәй, тәҙрә кәсәктәрен һәрмәштерә лә юҡҡа сыға. Тәү ҡарашҡа һөҙгәк үгеҙҙе хәтерләтеп ҡыйшайған, иҫке һалам түбәһендә алабута, әрем елберҙәгән донъябыҙ ҡотһоҙ ҙа күренәлер, бәлки. Төптө улай түгел. Уның ҡарауы, ишегебеҙ, килгән ҡунаҡтың ҡулы тейер-теймәҫтән, теге аушайған яғына, шағыр ҙа шоғор тауыш сығарып, асылып та китә. Әйҙә, рәхим ит, хөрмәтле ҡунаҡ, тартынып торма!
Өйҙә өлкәндәр күренмәй. Янымда Мәҙинә генә бумала башын яҫтыҡҡа төртөп, мышнауын белә. Раушания апайым, моғайын, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан Һаҡмар буйындағы йәйләүгә иртәнге һауынға киткәндер.
Тыштан табала май сыжлағаны ишетелә, асыҡ ишектән үтеп ингән тәмле еҫ та-нау тишектәрен наҙлай, тамаҡ төбөн ҡымырйыта. Бәй, бөтөнләй хәтерҙән сыҡҡан: бөгөн һабантуй ҙа баһа, байрам бит бөгөн! Тиҙ генә урындыҡтан шыуып төшөп кейенә һалдым да тышҡа атылдым.
Ситән соланға ҡушарлап эшләнгән йәйге мейес янында көлдөксә ауыҙында баҙрап ятҡан ҡуҙҙан йөҙө алһыуланып киткән өләсәйем йүгергеләй, майҙа ғына йөҙ-ҙөрөп, ҡабартмалар бешерә, әсәйем уға булыша. Әсәйемдең дә ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡҡан, яп-ябай, ғәҙәти ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәренә һыуһағанлығы күренеп тора.
– Бөгөн һабантуй, һабантуй! - Тирә-яҡҡа яр һалдым.
– Улайтып ярҙауайланма, ярыҡ барабан. - Өләсәй асыуланмай ғына орошоп алды. - Бар, ана, битеңде сай ҙа Мәҙинәне уят, сәй эсеп алырбыҙ. Бәлки Раушания ла ҡайтып өлгөрөр. Юғиһә, халыҡ байрамға ҡуҙғала ла башланы.
Инеп, мейес ауыҙына ҡуйылған ҡомғанды алып сығышлай Мәҙинәнең юрған-ын иҙәнгә һөйрәп төшөрҙөм. Был минең «Тор, йоҡо сүлмәге!» тигәнде аңлата.
Сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә иртәнге сәйҙе эскәс, өләсәй йорт-ҡураға хужа булып ҡа-лды, ә беҙ, етәкләшеп, һабантуй барған яҡҡа ыңғайланыҡ. Оло апайым ҡайтып өлгөрмәне. Ҡайтһа - барыр, сыҙап ятмаҫ. Әсәйемдең сағыу төҫлө ебәк күлдәген ке-йеп, осло тағалы туфлийын эләктерер ҙә артыбыҙҙан йүгерер. Уйлап ҡараһаң, ғәҙеллек юҡ был ерҙә: бәғзеләр иркен карауатта, атласҡа төрөнөп кенә йоҡлайҙар, ебәк күлдәк кейеп кенә типтерәләр. Мин генә, көн дә кейгән салбарымдың балаҡтарын төрөп алғанмын да, артта ҡалмаҫҡа тырышып, туҙанлы юлдан йүгерә-атлай киләм. Дөрөҫ, тағы ла бер салбарым бар барлыҡҡа. Тик ул, мәктәпкә барырымды көтөп, һандыҡ төбөндә ята. Көтөлгән көндө еткерә алмай, күҙҙәрем тоноп бөттө инде. Өләсәйем, япраҡтарға һары ҡунғас уҡырға төшөрһөң, тигәйне лә бит, улары һарғайырға уйламайҙар ҙа. Яҙын ағастар оҙаҡ япраҡ ярмай йөҙәттеләр, хәҙер килеп ҡарағусҡыл- йәшел япраҡтарын елдә елберҙәтеп бер килеп һарғайыуҙарын һанға һуҡмай ултыра бирәләр.
Көҙҙөң ҡасан килерен бер кис клубҡа уйынға ашыҡҡан оло апайымдан белергә иткәйнем дә, теге «йөҙәтмә әле» тип кенә ҡуйҙы. Һөйләшеүҙе ишетеп торған Мәҙинә «пырх» иттереп көлөп ебәрҙе лә, ғәҙәтенсә, йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыуын сығарҙы:
– Наҙан!
Әле юл ситендә шыбырҙашҡан ҡарағусҡыл йәшел ҡыуаҡтар мине кемуҙарҙан «наҙан, на-ҙан, на-а-ҙа-а-н-н-н» тип ирештерәләр төҫлө.
Мәҙинә мәктәп күлдәген кейгән, аҡ яға тағып ебәргән, түшендә Ленин бабайлы значок балҡый, һәр хәрәкәте, күҙ ҡарашы уҡымышлылығын, белемлелеген күрһ-әтеп тора. Шуға ла минең менән йәнәш барыуҙы тиңһенмәй, әсәйемдең икенсе яғынан, мине «наҙан» тип үсекләгән хөсөт ҡыуаҡтар яғынан атлай.
Әсәйемдең өҫтөндә - төҫө уңа башлаған ҡыҙыл сатин күлдәк, уныһы ла ябыҡ кәүҙәгә тоҡ һымаҡ һалынып төшкән. Уны кейеме матурламай матурлауға, шулай ҙа һомғол кәүҙәһен йәмһеҙләй алмай. Иңе аша ишелеп төшкән, икенән үрелгән сөм-ҡара сәс толомдары ни тора! Теге Раушания апайым клубҡа сыҡҡан һайын өҫтөнән төшөрмәгән ебәк күлдәкте иртәнсәк ҡулында әйләндергеләп торҙо ла кире һалды, әллә уны кейергә дәрт итмәне, әллә еткән, биҙәнергә, осоҡланырға хирес ҡыҙын ҡайғыртты. Һиҙгәндер, һауындан ҡайтып инһә апайым өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп шул күлдәкте, осло тағалы туфлиҙарҙы эҙләргә керешәсәк, сөнки күптән уларҙы үҙене итеп иҫәпләй.
Һабантуй туғайына етәрәк, әсәй юлдан ситкә төштө лә туранан тартты: тынсыу, туҙанлы юлда хәле етмәҫтәй тойолдомо, өҫтөндәге кейеменән оялдымы – белмәҫ-һең. Ә оло юлдан атлыһы ла, йәйәүлеһе лә, машиналарға тейәлгәндәре лә ағылды ла ағылды. Улар беҙҙе шәйләмәйҙәр ҙә шикелле. Юҡтыр, ысығы яңы кибә башлаған, билбыуарҙан үҫкән үләндәрҙе ярып барыусы өсәүҙе хатта күктәге ҡояш та күрмәй һымаҡ, күрһә, шул тиклем дә аяуһыҙ ҡыҙҙырмаҫ ине. Беҙ генә бөтәһен дә күрәбеҙ, тантана итәбеҙ. Апайым сәскәләрҙән гөлләмә яһап тотто, әсәйем, тәү ҡат күргәндәй ағастарға, алда йәйрәп ятҡан болонға йотлоғоп та, һоҡланып та ҡарай, үлән-сәскәләрҙе һындырып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, ипләп кенә һыйпаштырғылап үтә. Үҙем дә ҡосаҡ тултырып ҡымыҙлыҡ йыйып алдым.
Әлһерәткес ҡояш та, туҙаны ишелеп, күпереп, аяҡтарҙы тышап ятҡан юл да байрам кәйефемде һүрелтмәне. Донъям бөтөн, йәшәүем түңәрәк бөгөн. Күңелем йырлай, күкрәк ситлегемде дөбөрҙәтеп йөрәгем бейей, осона. Алда мөғжизәләрҙән ҡоролған, тылсымдарҙан хасил төпһөҙ зәңгәр сатырлы башланмаған көнөм тора, яныбыҙҙа хәүеф-ҡазаларҙан ҡурсалар ел-ямғырҙан таш ҡаялай ышыҡлар кеш-ебеҙ атлай. Ҡайһылай һәйбәт икән ул әсәйле булып йәшәүе! Хистәремә, йәнемде ҡанатландырған илһамыма сыҙаша алмай һамаҡлап ебәрҙем:
Алтын ҡояш, нурыңды ҡой,
Ҡотло булһын һабантуй!
– Бәй, - тип йылмайҙы әсәйем. - Айҙар ҡайһылай матур шиғыр отоп алған.
– Юҡ, отманым, үҙем яҙҙым! - Телемде ҡысытҡан маҡтаныуҙы ысҡындырҙым.
– Яҙҙың, яҙмай ҙа ни, наҙан! - Апайым теленән төшмәгән түбәнһетеүен сатнатып әйтте лә әсәйем аша үрелеп телен сығарып күрһәтте. - Иң тәүҙә хәреф тан-ырға өйрән әле, үәт!
Әсәй беҙҙең бәхәсте бүлде:
–Айҙар шиғырын күңеленә яҙып ҡуйған, эйе бит, улым?
Шулайын шулай ҙа, тик апайымдың һүҙҙәрендә лә дөрөҫлөк бар. Уныҡы ише ялтыр ҡаптырмалы сумкам да, матур тышлы, ғәләмәт күп һүрәтле китаптарым да, төҫлө иҫәпләү таяҡтарым да юҡ минең. Мәҙинә быйыл икенсе класты тамамланы - уҡыған кеше, шуға күрә мине томаналыҡта ғәйепләргә хаҡлы.
Халыҡ йыйылған киң туғайлыҡ йәнләнә лә башлаған. Төрлө тарафтарҙан ағылған кешеләр бер урынғараҡ эркелгән һайын, һабантуй күҙгә күренеп ҙурайып, үҫкән һайын төрлө тауыштар бергә ҡушылып, ҡурай, гармун моңдарына сорналып, әһаңлы бер көй хасил итә. Байрам ҡото - майҙан уртаһындағы оҙон шыма ҡолғаға затлы бүләктәр эленгән, көрәш майҙанында, таҡтанан эшләнгән сәхнә тирәһендә лә йәнлелек. Йылға буйына теҙелгән ҡаҙандар аҫтынан сыҡҡан шыйыҡ төтөн, тал, ҡайындар тәлгәштәренә йәбешә-йәбешә, юғарыға үрләй.
Ана, яңғыҙ ҡайын төбөндә Менәүәрә апай һатыу итә. Бер яғына - аҙыҡ-түлек, икенсе яғына кейем-һалым өйгән. Тимәк, бөгөн кейем-һалым һатыусы Ҡыйыш-күҙ Хәбир эшләмәйәсәк. Моғайын, «салыш» тейәргә өлгөргәндер ҙә әле. Ул саҡ ҡына йоторон яҙа төшөрһә, ризыҡ тип ейгәнен яҙа һалһа донъяға тура ҡараған сәләмәт күҙе ҡылый күҙенә үпкәләгәндәй уға ҡапма-ҡаршы яҡҡа ауыша. Ундай мәлдә Хәбир һатыу ҙа итә алмай, әҙәмсә юрғалар хәле лә булмай. Былай үҙен шәп һатыусы тиҙәр, кибеткә инеүсене Хәбир ҡоласын йәйеп, тауарҙарын маҡтай-маҡтай, баҡыр күҙҙәре менән тишерҙәй итеп ҡарап ҡаршы ала ла, һатып алыусының уйын һиҙгәндәй, кәрәкле әйберҙәрҙе алдына килтереп тә өйә. Кибеттәге бер әйбер ҙә Ҡыйышкүҙ Хәбирҙең сәлгер ҡарашынан аҙға ғына булһа ла ситкә яҙлыҡмай: сәләмәт күҙе инеүсе менән һатыу иткән арала, салыш күҙе әйберҙәр юғалып ҡуймаһын, тигәндәй, кәштәләр яғын күҙәтә. Шул Хәбир әле үҙенә тәғәйенләнгән урында күренмәй.
Һатыу урынындағы сиратта күршебеҙ Ғәлләм ағай тора, эргәһендә кесе улы Рәсих бутала. Дуҫымды күргәс, ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙем:
– Рәсих, кил бында, икебеҙҙең дә эстәребеҙ күберлек ҡымыҙлыҡ йыйҙым!
Рәсих тауыш килгән яҡҡа боролдо. Мине күргәс, оҙон, төҙ танауының өҫтөнә ҡунған ҡыҫыҡ күҙҙәре тағы ла ҡыҫыла төштө, ауыҙы йырылды. Эргәһенә килгәс тә, ҡымыҙлыҡтарҙың ҡап яртыһын уға тотторҙом. Ул да үҙ сиратында ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә ашыҡты:
– Әйҙә беҙгә барайыҡ, перәник ашарбыҙ, атайым шуға тип сиратҡа баҫҡан.
Ул беҙҙе эйәртеп алдан төштө.
Ғәлләм ағайҙың ғаиләһе йылға янындағы өйкөм таллыҡ күләгәһендә табын ҡор-ған ине. Үләнгә йәйелгән сағыу балаҫ өҫтөнә Ғәлимә апайҙың эркет гөбөһөләй йыуан кәүҙәһе ялпашҡан. Уны тирәләп уртансы улдары Рафиҡ, ҡыҙҙары Динә менән Зилә ҡунаҡлаған. Улдары төҫкә һуйған да ҡаплаған Ғәлимә апай булһалар, ҡыҙҙары Ғәлләм ағайға тартҡандар. Табаҡ битле, йәбештерелгән һымаҡ яҫы ҡашлы был ҡыҙҙарҙың күҙҙәре бер ваҡытта ла йомолмайҙар һымаҡ. Динәһенә көс етмәгәс, Зиләһенең ҡаштарының йәбештерелмәгәненә, күҙҙәренең йомолғандарына ышандым-ышаныуын, тик һуңынан өләсәйҙән бик ҡаты ғына эләкте.
– Һаумы, Ғәлимә күрше. - Әсәйем эркет гөбөһөнөң эргәһенә сүгәләне.
Теге әллә ишетмәне, әллә ишетмәмешкә һалышты - сәләмде алманы, май бө-ргән эсен, ауыр тын алып, ыуалаштырып бер аҙ ултырғас, бөтөнләй тороп уҡ китте. Сумкаларҙы аҡтарып, һауыт-һабаны шалтыратып бушатты, усаҡтың былай ҙа матур ғына янып ятҡан торонбаштарын болғатырға тотондо.
Мин бүлешкәндән ҡалған ҡымыҙлыҡтарымды балаҫ уртаһына һалдым. Рафиҡ шуларҙың береһен алып таҙарта башланы
– Рафиҡ, үлән ашамаһаң әллә тамағың асмы? Былай ҙа эсең ауырта! - Ғәли-мә апай тамаҡ төбө менән улына екерҙе.
Рафиҡ һаман да ҡулындағын ташламағас, байпаңлап янына килде, күстәнәс-емде тартып алып ситкә быраҡтырҙы.
– Кемгә әйтәләр, ә?! - Рафиҡтың маңлайына майлы ус сәпелдәне. Тегеһе турһайып, ярҙам өмөт иткәндәй, бер миңә, бер әсәһенә ҡарап ултырҙы ла илап ебәр-ҙе.
– Ниңә шаулашаһығыҙ, бисә? - Эргәләге талдар артынан ҡалын тауыш ишетелде, һәм артынса уҡ Ғәлләм ағайҙың һонтор кәүҙәһе пәйҙә булды.
Әйтеп үтеүемсә Ғәлләм ағай ҡыҙҙарына оҡшап тора. Уның ярайһы уҡ йоҡа, һонтор кәүҙәһенә ҡыҫҡа аяҡтар, нескә ҡулдар һәм сөрәкә баш ялғанған. Шул ҡуш йоҙроҡ дәүмәлле генә баш тарамыш, күкшел тамырҙарҙан һәм ҡоро тиренән генә хасил ҡолға муйынға ултырған. Әллә шуғалырмы, «мине ни сәбәптән улай уҡ бейеккә ҡунаҡлаттылар икән?» тигән һымаҡ, ҙур түңәрәк күҙҙәр тирә-йүнде аптырап, таһырайып күҙәтә. Йәнә Ғәлләм ағай - саманан ашҡан, өлкәндәр әйтмешләй ҡырҡһан ҡаны сыҡмаҫ һаран. Кибеткә килһә лә, һатып алырын алмайынса, оҙаҡ ҡына уныһын-быныһын төпсөнөп ҡарап тора, ҡайта-ҡайта хаҡтарҙы белешеп кибетсене йонсота. Шунан һуң ғына сыбыртҡылай тотанаҡһыҙ ҡулын тәрән салбар кеҫәһенә терһәгенәсә тығып ебәрә лә ярты ус самаһы баҡыры ҡатыш көмөш тәңкәләр килтереп сығарып, күҙҙәрен түшәмгә терәп, йоҡа ирендәрен ҡыймылдатып, башында тейешле хаҡты иҫәпләп сығарғас, аҡсаһын һатыусы алдына һала:
– Йә, Менәүәрә, ҡәрендәш, мул ғына итеп шәкәр үлсәп ебәр әле, - тигән була артығы эләкмәҫен белә тороп.
Өйөнә ҡайтҡас та, был шәкәр бик һаҡсыл тотонола. Сәй эскән һайын бер шаҡмаҡ бәләкәй ҡыпһыуыр менән дүрткә ярылып, балалар алдына һалына, үҙҙәренә тигәне икегә бүленә. Шәкәр онтаҡтарын да Ғәлләм ағай бик ҡәҙерләп, баш бармағы битенә баҫып ялап ҡуйырға онотмай.
Әле лә тауарҙарҙың хаҡын ҡат-ҡат һорап, белешеп, эҫелә ҡаҡланып йонсоп килде булһа кәрәк, ғаилә башлығы - шунда уҡ балаҫҡа ятып ҡыйшайҙы.
– Ә-ә-ә, Йәнбикә күрше… - Ул әсәйемде яңы ғына шәйләне һымаҡ, уның яғына боролдо. - Бик мөҙөргәнһең, тиҙәр ине, ысын икән. Ауырыу кешегә бындай көндә өйҙә генә ятырға кәрәк. Ҡара, көнө ҡайһылай ҡыҙҙыра, һау кешеләр аяҡтарын көскә һөйрәп йөрөйҙәр.
– Әлләсе, балаларҙың күңелдәрен асып апҡайтайым тигәйнем дә… - Әсәйемдең тауышы тамағы төбөнән ҡыҫылып сыҡты.
Ғәлләмде әсәйемдең яуабы ҡыҙыҡһындырманы, ул йыуатҡандай итеп илауҙан буҫыҡҡан малайына өндәште:
– Йә, ярай, Рафиҡ, етте, бына мин һеҙгә һабантуй ризығы әпкилдем. - Күн тышлы, сепрәк тотҡалы сумкаһын үрелеп алып, тубыҡтары араһына ҡыҫты ла, көмөш ҡаптырмаһын ысҡындырып, дүрт бөртөк перәник сығарҙы. - Динә, Зилә, тотоғоҙ! - Ҡыҙҙарының йәйелгән итәктәренә күстәнәсен ырғытты. Шундай уҡ өл-өш Рафиҡ менән Рәсихҡа ла эләкте.
Ике әхирәте перәник кимерергә тотонғас, Мәҙинә башын аҫҡа эйҙе. Апайым миңә үтә лә йәл тойолдо. Их, өлөш тейһә, үҙемдекен мотлаҡ уға тотторор инем дә бит, күстәнәс мине лә аша үтте шул.
– Рәсих, перәнигеңдең ыуағын ергә ҡойма. - Ғәлимәнең әсе тауышы ҡолаҡты ярҙы.
Эргәмдә үҙ өлөшөн усында ыуғылап торған Рәсих теләр-теләмәҫ кенә балаҫҡа сүкте. Хәҙер дуҫымдың арыҡ арҡаһын һәм мөйтәңләгән эйәген генә күрәм.
Башымды ситкә борҙом. Әсәйем усаҡ янына барып баҫҡан булды. Уның һар-ғылт ҡулдары итәген төҙәткеләй, биттәре уттай яна. Аяҡтарын алмаштырғылап баҫа. Ҡапыл ниндәйҙер ҡарарға килгәндәй, эргәбеҙгә йүгерә-атлай килеп етәкләп алды:
– Әйҙәгеҙ, балалар, анау аҡланда күп балтырған, ҡуҙғалаҡ күргән инем, шуларҙы өҙөп бирәм. - Ул ҡабаланып хушлашты ла алға ынтылды. Артыбыҙҙан Ғәлимәнең: «Үләкһә, төбөркөлөз башы менән байрамдың йәмен ебәреп йөрөмәһә…» - тип зәһәр ыҫылдағаны ишетелде.
Артыма боролоп: «Әсәйем төбөркөлөз түгел, үпкәһе генә шешкән, һауығасаҡ тиҙҙән, күрерһегеҙ!» - тип ҡысҡырғым килде. Ләкин әсәйемдең шытырҙатып ҡыҫ-ҡан ҡулдары алға елтерәтте.
Ҙурайғас, табип буласаҡмын. Ошо хаҡта әсәйемә лә әйттем, ҡыш көнө дауаха-нала тубыҡтарына башымды һалып ултырғанда әйттем.
– Нимә ул төбөркөлөз?
– Кем улай ти, Айҙар?
Ирендәремде турһайттым.
– Ғәлимә апай, төбөркөлөз балаһы менән уйнатмайым тип, Рәсихте сығармай. Шәриф менән уйнағым килмәй. Батырйән ауырып ята. Көнө буйы өйҙә тик ултырам…
Әсәйемдең ҡарашы моңһоуланды:
– Улым, төбөркөлөз түгелмен, үпкәм генә шешкән. Таһир ағайың шулай ти-
не.
– Үҫкәс, Таһир ағай һымаҡ табип булырмын, йәме әсәй! Һатҡан һыйырыб-ыҙҙың быҙауы бар бит. Шуның аҡсаһы миңә уҡырға етер, моғайын. - Әсәйем һар-ан ғына йылмайғас ҡыйыулана төштөм. - Ауылда ауырыуҙарҙың эҙе лә ҡалмаҫ. Тағы Ҡыйышкүҙ Хәбирҙең күҙен төҙәтәсәкмен, юғиһә йыш болғаңлап йөрөй бит ул.
– Ҡыйышкүҙ түгел, Хәбир олатай, тиген. Ә хәҙер бар инде, ҡайт доктор, ҡараңғы төшөп бара. - Әсәйем мин етәкләне лә ишеккә тиклем оҙата килде. Ҡаҡ һөйәк кенә булһалар ҙа, ҡайһылай йомшаҡ әсәйемдең ҡулдары…
Бөгөн шул ҡулдар беләгемдән матҡып алғандар ҙа әллә ҡайҙа һөйрәйҙәр, ысҡынырмын тимә.
Әсәй беҙҙе аҡланға түгел, урман ситенә һөйрәне. Артынан саҡ-саҡ өлгөрөп юрғалайбыҙ, һөрөнөп китәбеҙ, битте сыбыҡ-сабыҡ сыйып бөттө, аяҡтарҙы гөлйемеш ҡыуағы һыҙырҙы, ә ул ҡабаланып атланы ла атланы. Гармун, ҡурай тауыштары, кешеләрҙең шаулауы алыҫта, артта ҡалды.
Бына әсәйем ҡапыл туҡтаны, шәп атлауҙан тыны быуылғандай биттәрен ҡуш-услап хәрәкәтһеҙ торғас, устарын йәйҙе. Күҙҙәре асыҡ, ә биттәре буйлап йәштәр тәгәрәй.
– Әсәй, илама, әтеү Мәҙинә лә илай башлар. - Итәгенән тарттым. Ысыны: үҙемдең дә тамаҡ төбөнә ҡаты төйөр килеп тығылғайны.
– Юҡсы, иламайымсы, Ғәлимә апайың усағын болғатҡайны бит, шунда күҙемә төтөн бәрелде…
– Әсәй, ҙурайғас, һеҙгә күп итеп перәниктәр алып бирермен, йәме. Сумка тултырып. - Ғәлләм ағайҙың сумкаһынан да ҙурыраҡ. Мәҙинә, һин Зилә менән Динәне һыйларһың, мин Рафиҡ менән Рәсихте. Һабантуйҙа осрағандарҙың барыһын да һыйларбыҙ.
– Ярай, шулай итерһегеҙ… - Әсәйем йәш аралаш йылмайҙы.
– Теләйһегеҙме, хәҙер үк әпкиләм! - Әсәйем ауыҙын асырға ла өлгөрмәне, тороп йүгерҙем. - Китешләй боролоп ҡысҡырҙым: - Һеҙ китмәй ошонда ғына кө-төгөҙ, мин оҙаҡламай килә-ә-ә-әм. Көтөгөҙ!
Дыуамалланып йүгереүен йүгерҙем дә, перәниктәрҙе ҡайҙан алырмын һуң? Кеҫәмдә аҡса түгел, төймә әҫәре лә юҡ.
Төймә тигәндәй, төймә урта урам малайҙары араһында аҡса ҡиммәтендә йө-рөй. Шәрифтең кеҫәһендә һәр ваҡыт ярты кеҫә самаһы баҡыр аҡсалар ҙа, төрлө ҙурлыҡтағы төймәләр ҙә ята. Үәт, исмаһам, байлыҡ! Сөнки Шәриф - иң оҫта кәрт һуғыусы. Минең дә, дуҫым Батырйәндең дә барлыҡ төймәләре - уның ҡомағай кеҫәһендә ята. Ҡотом юҡ шул минең, ырыҫым юҡ, шуға гел отторам. Улайға китһә, бөтөнләй төймәләргә йәлсеп булмаҫтыр, билләһи.
Элекке көн күлдәгемдең һуңғы төймәләрен кәрткә һалып ҡайтҡас, өләсәй ҙә: «Ҡуй инде, ҡуй, лафка күлдәген алдың ни ҙә алманың ни, төймәләре ике көнгә лә сыҙамай, - тип орошоп алды, - Боронғо киндер ебен ҡайҙан алаһың хәҙер». Әммә минең тарафҡа үпкә белдермәне. Исмаһам һуҡранһын ине. Кәнсир һауыттағы байлыҡтарын урындыҡҡа йәйеп төймә эҙләүсе өләсәйемде йәлләп ҡуйҙым. Белеп торам, эҙләгәнен таба алмаясаҡ. Унда булһалар, мин ни эшләп күлдәктән өҙәйем, ти. Кисҡырын бөтә төймәләрҙе отоп, кире ҡайтарырға, башҡаса ундай алама уйынды уйнамаҫҡа ант итеп, Батырйән менән Шәрифтәргә киттек. Шәриф, тиҫкәре нәмә, ҡоро уйнамаясаҡ, шуға усымда өләсәйҙең кәзәкейенән йолҡоп алынған ике бөртөк төймә ята. Отам да төймәләрен кире ҡаҙайым, ҡалғандарын кәнсиргә тултырам. Иртән өләсәй кәнсирен асып ҡараһын да әйҙә аптыраһын. Шул саҡта ғына серҙе асасаҡмын.
Хыялым бушҡа сыҡты. Кәзәкей төймәләре берәм-берәм сиратлап Шәрифтең төпһөҙ кеҫәһенә төшөп яттылар. Ғәрлектән күҙгә йәш төйөлдө. Батырйәнгә ҡарайым, ярҙам итерлек хәле юҡ. Ана бит, төймәһеҙ күлдәге елдә елберҙәп ултыра. Байғош ҡиәфәтемде күргәс, Батырйән сыҙаманы, өйҙәре яғына ҡарай тороп сапты һәм бер аҙҙан уртаға тимер төймәләр килтереп һалды. Батырйән дә отторҙо.
Баштарыбыҙҙы эйеп ҡайтып киләбеҙ. Күңелһеҙ тынлыҡты боҙор өсөн дуҫҡа өндәшәм:
– Салбар төймәләрен әйтәм, шәптәр ине - Көндөҙ Сәлихә еңгә ишек алдын тултырып салбарҙар йыуып элгәйне, һиҙемләүемсә отторолған төймәләр шунан булырға тейеш.
– Шәптәр ине шул. - Батырйән теләр-теләмәҫ кенә ризалаша. - Кәстүм кейһәң салбар төймәһеҙ икәне беленмәй ул. Тик Ырыҫбикә инәй ҡунаҡҡа нисек йөрөр икән, төймәһеҙ кәзәкей кейеп…
Беҙ хушлашмай ғына өйҙәребеҙгә ыңғайланыҡ.
… Һабантуй тағы ла йәнләнә төшкән, төш яҡынлағанға күрә, күптәр ҡаҙандар тирәһендә урала. Сәхнә янында, һатыу иткән ерҙә шау-шыу тағы ла көсәйгән. Тиҙҙән концерт башланалыр - халыҡ араһында клуб мөдире Ғәзиз ағай йүгермәләп йөрөй.
– Эй, Ҡотой малайы!
Ҡапыл өндәшеүҙән тертләп киттем. Минән алыҫ түгел ҡалҡыулыҡта өс ир табын ҡорған. Табын уртаһына гәзит өҫтөнә бешкән йомортҡалар, бәлештәр, ҡурған балыҡ өйөлгән. Өндәшеүсе ҡыҫҡа, йыуан түмәр һымаҡ кәүҙәле, туп ҡорһаҡлы, быжыр битле колхоз рәйесе Хәлим ағай булып сыҡты.
Колхоз хужаһы минең атайым була торғайны. Уны көҙгө ыҙғырыҡта, төн уртаһы тип тормай, ҡыҙыл фуражкалы ағайҙар алып сығып киткәйне, һаман ҡайтмай ҙа ҡуя. Өйҙәгеләргә һиҙҙермәй генә ауыл ҡапҡаһына сығып эңер төшкәнсе оло юлға өңөлөп ҡарап торғаным да бар. Ҡайтмаһа ҡайтмай икән кеше. Атайым буйға оҙон, йоҡа кәүҙәле булһа ла ғәләмәт көслө, мине еңел генә күтәреп ала ла әллә ҡайҙа, юғарыға сөйөп ебәрә торғайны. Ә миңә ҡыҙыҡ, шарҡылдап көләм, йығылып ҡуйырмын тип тә ҡурҡмайым, сөнки беләм, теләһә ниндәй мәлдә лә көслө ҡу-лдар тотоп ҡаласаҡ, һаҡлаясаҡ, ҡурсыясаҡ. Хәҙер мине күптән инде күккә сөйөп яратыусы ла юҡ, ә әсәйем ипле генә итеп етәкләп йөрөтә. Болоттарҙы ҡоса яҙып юғарыға сойорғомағас йәнем дә элеккеләй асманға ашып, Йыһанға ынтылып бар-май. Йәнә һәммәһе лә атайымдың ғәҙел, эшлекле, оҫта етәксе булыуын әйтә. Ғәйепһеҙҙе бикләп тотоуҙарына аптырайым. Өлкәндәрҙең ҡылыҡтары аңыма барып етһә лә, зиһенемде ҡуҙғытмай. Атайымды алып китеп, әсәйем ауырып йығылғас, өләсәйем беҙҙе үҙенең тауыҡ кетәгендәй генә өйөнә алып ҡайтты.
Табында Шәрифтең атаһы Насырғол ағай аяҡ бөкләп ултырған, ситтәрәк урынлашҡаны - ят кеше. Тәү ҡараштан уҡ ул кеше миңә шыпа ла оҡшаманы; асҡалаҡ йөҙө төмһәреп ҡарай, сәгер ҡараған күҙҙәре ялбыр ҡаштар аҫтына боҫҡан, йәмш-егерәк танау аҫтындағы Чапайҙыҡына тартым мыйыҡ алғыр эттең ҡойроғолай тырпайып күренә, йәнә уң яҡ бит осонан эйәк төбөнә ҡәҙәр тәрән яра йөйө ялтасланып төшкән. Биленә ҡылыс аҫып, алтатар тоттор, торғаны юлбаҫар инде, урман ҡарағы.
Хәлим ағай, ҙур түрә булһа ла һәр ваҡыт эсеп, йә ҡыҙмаса йөрөргә ярата. Әле лә үҙенән түбән кешеләрҙе тиң күреп кәйеф-сафа ҡороп ултыра.
– Кил әле яныма. - Хәлим, йөнтәҫ ҡулдары менән матҡып, янына ултыртты, ҡырлы стакандарға ғолҡолдатып араҡы ҡойҙо, береһен миңә шылдырҙы. – Атай-ың минең менән табында ултырыуҙы бер ҡасан да тиңһенмәне, исмаһам байрам ашынан һин тот.
– Эскегә һабышманым әле. - Көтөлмәгән тәҡдимдән баҙап ҡалдым.
Хәлим һаһылдап көлөп ебәрҙе, уға табындаштары ҡушылды.
– Ярай, эсмәһәң эсмә. - Хужа ризалашты. - Улайһа аша.
Ризыҡҡа ҡағылмаһам да, көсләп маташманы. Хатта ташбыҡ күҙҙәрен йоммай ғына ойоп та китте, шикелле. Шунан, ҡапыл йоҡоһонан уянғандай, тертләп-һиҫкәнеп ҡуйҙы, табындаштарын барлап сыҡҡас, Насырғолға өндәште:
– Йәле, ҡорҙаш, йырла булмаһа.
Етерлек тейәгән Насырғол ағай инәлтеп маташманы, алдындағы ярты стакан араҡыны оло ауыҙына түңкәрҙе лә йыр башланы:
Порт-Артур тигән таш ҡала
Күп ҡалаға баш ҡала…
Көсәнеүҙән уның ҡорҙай бәләкәй, таҡталай йоҡа кәүҙәһе ата күркәнеке ише ҡабара башланы, маңлай, муйын тамырҙары бармаҡ йыуанлыҡ булып күтәрелеп, бүртеп сыҡты. Муйын аҫтынан ҡыҙыл бүртектәре ҡалҡып сығыр, ҡанаттары аҫҡа һалыныр ҙа күркәгә әүерелгән Насырғол ағай табындаштарын бына-бына пыр туҙҙырып ҡыуып ташлар төҫлө. Алай ҙа улай итмәне, аяғын салып тәхетенә ҡунаҡлаған төрөк солтаны ише һауалы ҡиәфәттә ултырыуында булды. Эсеп ҡайтҡанында ла, табында ла, һарғайып бөткән һаплы балтаһы менән таптарҙы сәсрәтә сабып, яңғыҙы бура бурағанда ла бер үк йырҙы һуҙа Насырғол ағай. Уның был йырына күнегеп бөткәнбеҙ. Таң атыуын белдереп әтәстәр ваҡытында ҡысҡырмаһа ла, нисектер хилаф тойола бит, шуның кеүек. Эскән мәлдәрендә яратҡан йырын аҙағынаса ослай алғаны юҡ. Йыр яртылауға тауышы дерелдәй башлай, аҙағында инде, оло ауыҙын күккә терәп ҡысҡырып илай ҙа ебәрә. Тағы ла шул хәл ҡабатланды.
Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ
Ыңғырашып яталар…
Балалар һымаҡ илаған йырсыны табындаштары әүрәтмәне лә, тыйманы ла. Аңламаҫһың был өлкәндәрҙе - перәник бирмәһәләр ҙә илайҙар, йырлап та илай-ҙар…
Насырғол ағайҙың сеңләүе оҙаҡҡа һуҙылғас, ҡыйынһынып ҡына урынымдан торҙом:
– Китәйем булмаһа, әсәйемә перәник алайым тип кенә килгәйнем.
– Перәник тиһеңме, аҡсаң бармы һуң?
Аптырап ҡалдым, нимә тиергә? Юҡ, тиһәм, тағы ла көлә башлаясаҡтар, бар, тиер инем - кеҫә төбө таҡыр. Хәлемде һүҙһеҙ ҙә төшөнгән Хәлим ағай үрелеп, үл-ән араһынан буш шешәләр алып алдыма ырғытты:
– Мә, ошоларҙы тапшырып ал.
– Кәрәкмәй, аҡсам бар ул. Китәйем. Әсәйем көтә торғандыр.
Алдаша белмәйем шул - шунда уҡ биттәрем, ҡолаҡ остарым ҡыҙара, яна башлай. Ялғанлауымды күрһәтмәҫ өсөн сәхнә тирәһендә өйкөлөшкән халыҡ яғына ҡа-рай йүгерҙем.
Концерт башланып ҡына тора икән. Сәхнәгә ҡыҙҙар, малайҙар сығып, сиратлап үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә. Беҙҙә шулай - йыр-моң бәйгеһен, төрлө ярыштарҙы кескәйҙәр аса, ары ололар дауам итә.
Клуб мөдире булып эшләүсе Ғәзиз ағай сәхнә ситенә ҡуйылған ҡумтанан бү-ләктәр ала ла сығыш яһаған береһенә тоттора. Арғы оста йәшәгән Бөрсә Фәндиҙә бейегәйне, уға матур ҡурсаҡ тотторҙолар. Кәкре урамдағы Телдәр Ғәлегә шиғыр һөйләгәне өсөн хәтәр ҡылыс эләкте. Концерт шулай һәүетемсә генә дауам итте, балалар сиратлап сыға торҙо, бүләктәр тарала торҙо, уның һайын Ғәзиз ағайҙың ҡулы ҡумтаға тәрәнерәк сумды. Бына ул һоро айыуҙы юғары күтәрҙе:
– Бүләктең иң затлыһы төптәрәк ятҡан икән. Шиғыр һөйләүсене лә ишеттек, бейеүҙәр ҙә булды. Ә хәҙер кем матур итеп йырлай - бүләк шуға!
Өндәшеүсе күренмәй. Хәҙер берәйһе сығыр ҙа алыр. Ғәзиз ағай иң ҙур бүләк тине бит. Эләктергәндә, Мәҙинә апайыма шәп уйынсыҡ булыр ине. Перәник кимереп кинәнмәһә лә, исмаһам айыуға ҡыуаныр.
– Йә, кем батыр?
– Мин!
Йөҙәрләгән ҡараш миңә төбәлде. Абына-һөрөнә сәхнәгә күтәрелгәндә лә, уртаға сығып баҫҡанда ла шул ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар мине оҙата барҙы. Халыҡ араһында ултырып ҡарау ғына еңел икән. Алдымда ер убылғандай булды, бөтә һабантуй сайҡалғандай итте, тамағым кипте. Ярҙам өмөт иткәндәй халыҡҡа төбәлдем.
Түбәнге остар ултырғыстарҙың алғыларын биләгәндәр, арыраҡ урта урам ултырған, ситтәрәк Фатима еңгә күренә, янына урын ҡалдырған. Тимәк, Насырғол ағай һаман да сеңләп бөтмәгәндер. Арттараҡ Динә менән Зиләнең тумалаҡ күҙҙәре бызылдай. Ана, аҡ халатлы Менәүәрә апай тора, ҡулдарын ҡаушырған да мине күҙәтә. Уға ҡарағас, ҡеүәт бирергә теләгәндәй, башын һелкте, йылмайҙы. Бирешмә, йәнәһе.
Ысынлап та, хәл кергәндәй булды, тубыҡтар ҡалтырамай башланы. Тамағым-ды ҡырып, берҙән-бер белгән йырымды һуҙып ебәрҙем:
Зәңгәр һауа, ҡояш яна…
Нәҙек башланым, тыным быуылды, күҙҙәремдә уттар күренде хатта. Бөттөм. Мәсхәрәгә ҡалдым. Оятҡа баттым.
Тирә-яҡ тып-тын, көлгән тауыштар ишетелмәй былай. Менәүәрә апай миңә тын өрөргә теләгәндәй, алға уҡтала биргән. Йырҙы дауам иттем:
Ул бер малайҙың һүрәте…
Китте был. Тәүге юлдары ла, унан ары ла. Шәп сыҡҡас, Насырғол ағайға оҡшатып ҡабарынып, ҡоласты йәйеп ебәрҙем:
Һәр ваҡыт булһын әсәй!
Булайым һәр саҡ мин!
Йырлап бөткәс, гөрләтеп ҡул саба башланылар, хуплау тауыштары ишетелде.
Ғәзиз ағай бүләкте килтереп тоттороп, сәхнәнән төшөрҙө лә, китергә йыйынғас, уның еңенән тарттым:
– Ни… айыу кәрәкмәй ине бит әле…
– Нисек кәрәкмәй? Шәп йырланың, бүләк һинеке.
– Айыуға алмашып, әсәйемә, апайыма етерлек перәник кәрәк…
– Перәник юҡ шул ҡустым, ошоно ғына ал, йәме! - тине лә үҙ эшен дауам итергә йүгерҙе.
– Айҙар, үҫкәнем! - Артымдан кемдер ҡосаҡлап алды. Белеп торам, Менәүәрә апай шулай итә. Уның беҙгә килеп эшләй башлауына күп тә түгел, шул арала дуҫлашып та өлгөрҙөк. Мине ҡайҙа осратһа ла, туҡтап, нимә лә булһа өндәшеп үтә. Мәҙәк хәбәр әйтеремде көтә. Әгәр шундайырағы ысҡынһа, ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән һоро сәстәрен артҡа һирпеп, аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп, ҡыйғас ҡара ҡаштарын юғары сөйөп, рәхәтләнеп көлә. Шуға уның көлөүен гел күрер өсөн, мәҙәк уйлап, йыш ҡына кибет тирәһендә уралам. Бөгөн шатланып һөйләнеүенә лә ҡыуанманым, башымды аҫҡа эйеп тора бирҙем. Ә ул иркәләп, өлтәйгән сәстәремде һыйпай, тирле битемде хушбый еҫе аңҡыған ҡулъяулығы менән һөртә.
– Айҙар, һин ғәләмәт шәп йырлай ҙа беләһең икән дә баһа. Бүләктең иң шәбе һиңә эләкте.
– Миңә… миңә бүләк кәрәкмәй… - Баянан бирле күҙҙәремде әсеткән әсе төйөн һытылды, битем буйлап йәштәр тәгәрәне. - Әсәйем ауырый, перәник ашағыһы килә…
Менәүәрә апай ҡосаҡлап алды:
– Йә, йә, Айҙар, илама. Хәҙер һиңә күп итеп перәник бирәм. Ҡайҙа Йәнби-кә апай, Мәҙинә? Яңыраҡ ҡына бергә инегеҙ бит. - Шулай һөйләнә-һөйләнә, мине эргәһендәге һатыу иткән урынына алып китте.
Ә минең күңелемде ҡурҡыу биләп алды: аҡсамдың юҡлығын белмәй ҙә инде ул. Ләкин ул минән аҡса һораманы, кеҫәләремә һап-һары, баллы перәниктәрҙе тултырырға тотондо, ҡағыҙға ла төрөп бирҙе. Ҡыйынһынып ҡына алдына айыуымды һалдым:
– Бына, апай, перәник өсөн…
Менәүәрә апайҙың йөҙөндә һаран йылмайыу төҫмөрәнде, биргәнемде ҡабат ҡуйыныма ҡыҫтырҙы:
– Бик матур уйынсыҡ, уйнат, йәме, йә Мәҙинә апайыңа бир. Миңә аҡса кәрәкмәй.
Ҡырҡа боролоп, төргәкте кире һалдым:
– Аҡсаһыҙ алмайым әтеү! - Кеҫәләрҙәген бушата башланым.
Менәүәрә апай аптырап ҡалды, шунан ҡабаланып перәниктәрҙе кире кеҫәләремә тултырырға кереште:
– Аҡса алырмын, йәме, тик бөгөн түгел. Берәй ваҡыт килтереп бирерһең улайһа.
Икеләнеп ҡалдым:
– Мин бирәсәкте килтергәнсе елкәңә сыҡмаҫмы?
Менәүәрә апай, ғәҙәтенсә, башын артҡа ташлап көлөп ебәрҙе. Көлгән була, елкәңә сыҡһа, бөтөнләй ямаҡай булып ҡалырһың әле бына. Хәтәр нәмәкәйҙең күп һатыусыларҙың, шул иҫәптә Ҡыйышкүҙ Хәбирҙең елкәһенә сыҡҡан, тигәнде ишеткән бар, күргәнем генә юҡ.
– Ҡурҡма, сыҡмаҫ. Үҙемдең аҡсамды һалып торормон. - Сәстәремдән һый-паны. - Бар, йүгер!
Ҡыуаныстан йүгереп киттем. Ҡуйында - һоро айыу, кеҫә тулы, ҙур төргәк ту-лы - баллы перәниктәр! Күҙ асып йомған арала байыһа байый бит кеше! Китешләй боролоп ҡысҡырҙым:
– Менәүәрә апай! Эшләп эш хаҡы алғас та, килтереп түләрмен, йәм-е-е-е! Иртәгеһенә ү-ү-үк! Шау-шыу араһында ул мине ишетмәне лә, шикелле, башын ҡаҡты, йылмайҙы, ҡулын болғаны.
Әсәйемдәр ҡалған ергә етәрәк, аҙымдарымды һәлмәкләттем, аҡрынайттым. Күрһен әле апайым, уҡымаған шыр наҙан булһам да, баштан-аяҡ байлыҡҡа бат-ҡанымды.
Килеп еткәс, бүләгемде эре генә апайыма тотторҙом, төргәкте әсәйемә һон-дом:
– Бына, әсәй, перәниктәр, туйғансы аша.
Ләкин әсәйем төргәккә ҡағылманы ла. Баяғы һымаҡ, икебеҙҙе лә тағы ҡосағ-ына ҡыҫты.
Кеҫәмдән перәник алып ҡабырға иткәндә, юғарынан ике бөртөк йәш ризығымдың өҫтөнә тамды. Ҡапҡас, ауыҙымды ҡороштороп, тоҙ тәме килде…