Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
18 Октябрь 2022, 09:19

Бер яңылыш аҙым (булған хәл)

Франгиза Мурзина яҙып алды.

Дауамы. Башы ошо һылтанма буйынса.

Сабина бүлмәнән сыҡты, ишеген ныҡ итеп ябып ҡуйҙы. Аш бүлмәһенә инде лә, ҡулына бысаҡ алды. Бер ни уйламай инеп килгән Кириллдың арҡаһына ҡаҙаны. Бысаҡ уның йөрәгенә эләкте, ир урынында уҡ йән бирҙе...

Сабина ҡулына телефон алды, ләкин кемгә шылтыратырға белмәне.

Күптән түгел төнгө клубта Асҡар менән танышҡайны. Егет Сабинаны бер ҡарауҙан оҡшатҡайны. Бәлки ул ярҙам итер.

 - Ало, Асҡар, мин уйламай эшләнем. Нимә эшләргә?

Телефондың икенсе осонда тынлыҡ. Бәлки бәйләнеш өҙөлгәндер. Таныш һандарҙы тағы бер йыйҙы, яуап биреүсе булманы.

Күп тә ваҡыт үтмәне, өй алдына полиция, тиҙ ярҙам машиналары килеп туҡтаны. Был төндө Саббинаны рәшәткә артына ултыртманылар. Ике ҡыҙын алып, күптән инде үҙ ғаиләһе менән йәшәгән Ландышҡа барҙы. Һеңлеһе бер һүҙһеҙ индерҙе.

Күрше тирә икегә бүленде. Кемдер Сабинаны йәлләне, кемдер – Кириллды. Киләһе ярты йылды Сабина утлы күмер өҫтөндә бейегән кеүек үткәрҙе. Йәмле июль айында суд ҡатынды алты йылға ирегенән мәхрүм итте.

Ландыш апаһының ҡыҙҙарын үҙ ғаиләһенә алды. Төрмәлә Сабина өс йыл ултырҙы. Әсәһенә аҡсанан өҙмәне, өләсәләре күстәнәстәр ебәреп торҙо. Сабинаға аҡса ла, күстәнәстәр ҙә кәрәкмәй ине, ул ҡыҙҙарын һағынды...

 

Хәҙер Сабинаға утыҙ йәш. Сәстәре күптән ағарған, битендә – йыйырсыҡтар. Ҡуртымға фатир алып йәшәй, заводта эшләй. Ҡыҙҙары Ландыш ғаиләһендә йәшәһәләр ҙә, күп ваҡытты әсәһе менән үткәрә.

«Ниңә генә өләсәй әйткәндәргә ҡолаҡ һалманым инде. Үҙ бәхетемде, үҙ ҡулдарым менән быуҙым, - тип һөйләне ул бер осрашыуҙа. – Йәш ҡыҙҙарға бер теләгем: уҡығыҙ, араҡы, һыра, бер көнлөк дуҫтар - яҡшыға түгел. Бер яңылыш аҙымым, бар бәхетемде юҡ итте».

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: