Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
2 Февраль 2023, 09:58

Беҙгә харам килешмәй, кеше нәмәһенә теймәгеҙ

Әсәйем мәрхүмә бик йомарт кеше булып әйтер ине " Беҙгә харам килешмәй, кеше нәмәһенә теймәгеҙ, Аллаһ кире ҡоҫторор. "тиеп.

Беҙгә харам килешмәй, кеше нәмәһенә теймәгеҙ
Беҙгә харам килешмәй, кеше нәмәһенә теймәгеҙ

Ҙур башҡорт ауылы.Совет мәлендә бары кеше бер иш донья көттө.Бөтөн ауыл колхозда фермала эшләй.Ике һыйырҙан артыҡ һыйыр көттөрмәнеләр беҙҙең яҡта.Силсәвит проверка яһар ине һарайға инеп яҙлы көҙлө.
Шулайҙа ҡыш көнө һыйырҙар һыу алғанда бөтөн күрше беҙгә һөткә килер ине.Банка тотоп.Алты балалы ҙур ғәиләнән артып тағын бер нисә ғәиләгә етә ине.
Ул мәлдә хәҙерге кеүек магазинда ризыҡ тулып ятманы.
Яҙ етһә ҙуур баҡсаға кәртүк сәсә инек.
Былтырғы кәртүгебеҙ баҙыбыҙ тәрән һәм һалҡын булып сентябрьгә тиклем шытмай матур ятыр ине.Ҡарт әбей бабайҙар, күршеләр,кемдең кәртүге яҙ көнө сәсеүҙән артмаған шулар беҙгә килерҙәр ине.Атайым мәрхүм буш биҙрә тотоп ингән кешене күрһә ( эшләгән изгелеге юлдаш булһын.) " Ҡыҙым, бар баҙға төшөп тиҙ генә кәртүк әпир инәйеңә " тиер ине.Беҙ һүҙһеҙ югерәбеҙ.
Бал ҡорттары көтә инек , улары бик үрсеп барманы.Шулай булһала балауыҙлы балды ауыҙ итегеҙ тиеп әсәйем күршеләрғә ашата ине.
Әсәй беҙгә ситса тауарҙан йәйгелеккә күлдәк текһә, күрше ҡыҙынала тегеп бирер ине.
Биләриткә барғанда шул күрше әхирәтемә ҡурсаҡ алып ҡайтҡайны , әхирәтем, малайҙар араһында бер бөртөк ҡыҙ, иртәнән кискә тиклем беҙҙә уйнай инек.
Ауылға килгән уҡытыусылар , мәктәп өйөндә мунса булмағас беҙгә килеп мунса яғып төшөрҙәр ине.
Йәш ғәиләләргә тауыҡ , өйрәк, баҫтырып себештәре м.н алып барып бирер ине әсәйем.Ҡайһы берҙә атайым һуҡраныр ине әсәйемдең йомартлығына.
Аҙ һүҙле, бер әйтһә тура әйтер әсәйем бик күп изгелек йомартлыҡ эшләр ине.Һуңғы юлға оҙатҡандарында кешеләр, һеҙҙең әсәйегеҙ миңә итек бирҙе, миңә шәл бирҙе һ.б тип барыһыла әйтеп мине аптыратҡандар ине.
Шулай беҙҙең атайым һәм әсәйем эшләп тапҡан таянғандарын кемдең нимәһе юҡ шуларға ярҙам итеп бирерҙәр ине.
" Һеҙ бит бай балалары булдығыҙ! " тип күп кеше әйтеп мине аптыратҡаны бар.
Алты бала , атайым яңғыҙ колхозда эшләй, әсәй инвалид булды.( уң яҡ паралич.)ҡайҙан ғына булһын инде байлыҡ ул заманда.Кешегә ихлас өләшкәнгә ризыҡ урынына килеп торған инде.
Өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ булып, ингән бөтөн кешенелә сәйһеҙ сығармаҫ ине әсәйем.
Беҙ балаларҙа күп эшләй инек.
Хәҙер килеп аңлайым.
Күпме таратағыҙ ризыҡты, күпме мохтажға ярҙам итәгеҙ шунса Хоҙай тарафынан кире ҡайта.Шуғала беҙ кеше әйтмешләй бик бай булғанбыҙ.

 

Хикәйә һәм фото "Сәйер донъя" төркөмөнән алынды.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: