Йәйғор
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
13 Сентябрь 2023, 16:58

Һеҙҙең иғтибарға - яңы шиғырҙар

Һеҙҙең иғтибарға яңы шиғырҙарымды тәҡдим итәм. Донъя, тирә –яҡ, тормошобоҙ, йәшәйешебеҙ үҙгәреп торһа ла, уй-фекерҙәрем үҙгәрмәй минең.  Шулай ҙа һәр бер шиғырым яңыса тыуа, тормошома йәм бирә. Бәлки уларҙы уҡып, кемдәрҙер үҙ яҙмышы тураһында уйланыр. Кемдеңдер кәйефе күтәрелер, кемдер үткән матур йәшлеген иҫкә төшөрөп йылмайып ҡуйыр.Шиғриәтте яратҡан кешеләр өсөн ҡайһы ваҡыт яңы шиғыр уҡыу ҙа шатлыҡ килтерә ала бит.

Һеҙҙең иғтибарға - яңы шиғырҙар
Һеҙҙең иғтибарға - яңы шиғырҙар

Мәңгелек йыр

“Һис китмәй күңелдән

Күҙеңдең ҡараһы.

Мәңгегә онотмам

Яғымлы ҡарашың.”

Шул йырҙа сағыла

Йөрәктең яраһы.

Ямарға етмәй шул

Бер ғүмер араһы.

“Һис китмәй күңелдән

Күҙҙәрең һороһо,

Йәшеле, зәңгәре,

Йәшлеһе, ҡороһо”

Йырҙарҙа йырлана

Йөрәктең яраһы,

Яраны ямамай

Быуаттар араһы.

Йырланған, йырлана,

Йырланыр тағы ла.

Ғашиҡтар йыр һуҙыр

Мөхәббәт таңында.

Яраны ямарҙай

Булмаҫ тик сараһы.

Дауаны эҙләргә

Ҡайҙарға бараһы?

“Онотолмай ҡарашың,

Күзеңдең ҡараһы...”

Был яра, үлгәнсе.

Йөрәктә ҡаласы.

 

Йәшәүҙән туйманым

Бормалы тормоштоң юлдары,

Туп-тура булһа ла уйҙарым,

Үтһәк тә дауыллы йылдарҙы,

Яҙмыштан уҙмыштар булманы.

Иңдәргә ҡайғылар һарылды,

Ялғанға аяҡтар абынды.

Туп-тура булһа ла уйҙарым,

Йөрәктәр бушлыҡҡа табынды.

Кисәге ҡарайтты бөгөндө,

Күҙҙәрҙән күпме йәш түгелде,

Бер янды күңел, бер һүрелде.

Ағы ла ҡаралай күренде.

Көн төҫлө тиҙ уҙҙы йылдарым.

Ни төрлө рәүештә булманым,

Һаман да бормалы юлдарым,

Үткәнде юҡһына уйҙарым.

Ғүмерем күп төҫкә буялды,

Онотолдо киләсәк хыялым,

Тик ниндәй төҫтәрҙә булһа ла

Йәшәүҙән барыбер туйманым.

 

Көтәсәктәр

Тыуған яғым болононда

Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр.

Мәңге ҡайта алмаһам да,

Беләм, мине көтәсәктәр.

Сыйырсыҡтар өҙөлөп һайрай.

Көҙөн, һиҙәм, китәсәктәр,

Ләкин быйыл ҡайтмаһам да.

Мине улар көтәсәктәр.

Юлды баҫҡан аҡ ҡайындар,

Беләм, һеҙҙе киҫәсәктәр,

Ләкин ҡалған ҡайындарым

Ҡайтыр тиеп көтәсәктәр.

Баҫыуҙарҙа ужым ғына,

Иген булып үҫәсәктәр,

Көҙгә ҡәҙәр улар ҙа бит

Ҡайтыр тиеп көтәсәктәр.

Шишмә юлы, Ҡамышлы күл

Көн дә иҫкә төшәсәктәр

Миңә шулай тойоламы

Улар мине көтәсәктәр.

Беләм дә бит ҡайтыу кәрәк,

Беләм, мине көтәсәктәр.

Юлым төшмәй, һағыныуҙан

Һарғайыптар бөтәсәктәр.

Йөҙҙө наҙлай яҙғы елдәр,

Тыуған яҡҡа иҫәсәктәр,

Ҡайталмаһам, тыуған яҡҡа

Сәләм булып китәсәктәр.

 

 

Ундай йәшәү кәрәкме?

Тыуған яҡтан һурып ала яҙмыш,

Йыраҡтарҙа ғүмер кисер ҙә.

Ғүмер буйы моңһоҙ йәшә, имеш,

Бер ҡабат та иҫкә төшөрмә.

Дуҫтарыңды тартып алһа үлем,

Көтмәгәндә тормош көҙөндә,

Күңелеңдән сығар һин уларҙы,

Бер ҡабат та уйлап көрһөнмә.

Һөйгәнеңде тартып алһа яттар

Йәшлегеңдең аяҙ кисендә,

Бөтөнләйгә онот ул кешене,

Төшөрмә лә бүтән иҫеңә.

Туптар шартлай, өйҙәр ут эсендә,

Йәш ғүмерҙәр көн дә өҙөлә,

Һинән былар бик йыраҡта әле,

Юҡты уйлап бер ҙә өтөлмә.

Аҡыл ҡайсаҡ шундай кәңәш бирә:

“Селтәрләнеп бөтөр йөрәгең”,

Ләкин ерҙә улай йәшәүҙәрҙең

Бармы икән миңә кәрәге?

 

 

Кемгә нимә яҡын

Кемдер сит илдәрҙе күрер,

Диңгеҙҙә йөҙөр,

Миңә тыуған яғым матур,

Күргәндә күҙҙәр.

Кемделер хыялы ымлап ,

Көтәлер юлдар,
Миңә бәхет –һыҙламаһа

Аяҡ һәм ҡулдар.

Кемдер яңы таныш эҙләп

 Юлдарға сығыр,

Кемдер яҡынын юғалтып,

Юҡһынып илар.

Донъя күрәм тип китәләр

Сит илгә ҡәҙәр,

Ҡоштар моңон тыңлау -бәхет,

Ишетһәң әгәр..

Яңғыҙлыҡтан ҡасып кемдер

Донъялар гиҙер,

Кемдер ғүмерлек ярына

 “Яратам” тиер.

Бәхет яңы өйҙәр һалып,

Йәшәргә күсеү,

Кемгәлер ғаиләһе менән

Бергә сәй эсеү.

Кемдер йәшәй -йәшәй таба

Донъяның тәмен,

Кемдер тик юғалтҡас аңлай

Тормоштоң йәмен.

Уңыш һиңә, ергә тыуған

Бәхетле кешем,
Рәхмәт әйтәйек һәр иртәлә

Һау торған өсөн.

Аяҙ күк йөҙөнә ҡарап,

Көл дә һөйөнөп,

Йәшәйек беҙ һәр тыуған көндә

Һөйөп, һөйөлөп.

 

Әйбер ҡәҙере

Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр

Донъя йыя ерҙә ҡайберҙәр.

Ул үлгәс тә оло бер йөк булып

Тороп ҡала йыйған әйберҙәр.

Кәрәге лә юҡтыр бер нәмәнең,

Бигерәк тә тар инде ҡәберҙәр.

Уфтанмаҫ та инем был ҡәҙәрле,

Ҡалған малға булһа ҡәҙерҙәр.

Үлем малы үртәһәң дә тормай,

Еңел килгән еңел юғала.

Кеше көсө кергән әйберҙәрҙең

Бәйәһе юҡ әҙер донъяла.

Изгелектәр ҡылып, иман ҡылып

Йәшәү етмәй ерҙә күптәргә.

Киҫәтергә беҙҙе теләгәндәй,

Рухтар дәшә һымаҡ күктәрҙән.

 

Ҡунаҡ

Ап-аҡ сәскә алмағаста

Муйылда һәм ҡыуаҡта,

Ләкин оҙаҡҡа түгел бит,

Бик аҙ ғына ҡунаҡта.

Ҡыҙыл еләк бешә ерҙә,

Йә бөрлөгән был яҡта.

Ләкин оҙаҡҡа түгел шул,

Тик йәй генә ҡунаҡта.

Көнбағыш, иген өлгөрә,

Халыҡ төшә ураҡҡа,

Ваҡытында йыйып өлгөр

Улар көҙгө ҡунаҡ та.

“Бар ҙа ваҡытлыса ғына”

Бер йыр сыңлай ҡолаҡта.

Үҙебеҙ ҙә бит килгәнбеҙ.

Бер ғүмергә –ҡунаҡҡа.

 

Ниңә һуң беҙ бергә түгел,ә?

Тик болоттар йөҙә күгемдә

Моңһоу йырҙар сыңлай күңелдә,

Күҙҙәремдән йәштәр түгелә:

Ниңә һуң беҙ бергә түгел,ә?

Ҡояшы ла иртә һүрелә,

Гөлдәр шуға бойоҡ күренә,

Күпме була шулай түҙергә,

Ниңә һуң беҙ бергә түгел,ә?

Һандуғастар һайрай бөгөн дә,

Һағыш һалып күңел түремә.

Еттек инде ғүмер үренә,

Ниңә һуң беҙ бергә түгел,ә?

Ай-йондоҙҙар тора һүнергә,

Ваҡыт инде беҙгә күнергә,

Ғәйеп микән бары үҙемдә,

Ниңә һуң беҙ бергә түгел,ә?

 

Эҙләйем

Һандуғастар моңло йырын һуҙа,

Беҙҙән һуң да улар һайрар, беләм.

Йырлап торған көндәремде эҙләп,

Һандуғаслы урмандарға киләм.

Күпме сәскә нурлы йөҙөн асҡан

Бар донъяға ҡарай наҙҙар менән.

Көлөп торган көндәремде эҙләйем,

Урап ҡайтмаҫ микән яҙҙар менән.

Ҡайындарҙың зифа билен ҡосоп

Бейеп йөрөй елдәр һырғаланып.

Бейеп торған көндәремде эҙләйем,

Ҡайҙа ҡалды икән борғаланып.

Уйҙар баҫҡан ғәзиз башҡайымды,

Донъя ғәме баҫҡан иңдәремде.

Бер газапһыҙ миҙгелдәргә ҡайтып.

Үтер инем ҡалған көндәремде.

 

Ниңә?

Ник тыуған яҡ болондары

Бар болондан йәмлерәк?

Ҡыҙарып бешкән еләге

Бар еләктән тәмлерәк?

Муйылдарының хуш еҫтәре

Бар хуш еҫтән татлыраҡ?

Ай-йондоҙҙоң яҡтылары

Бар уттан да яҡтырак?

Йәш егеттәр, ҡыҙ-ҡырҡындар

Бар яҡтан да дәртлерәк?

Әбей-һәбей, ҡарт-ҡоролар

Беҙҙең яҡта бәҫлерәк?

Йылғалары балыҡлыраҡ?

Урманнары-гөмбәле?

Сөнки был яҡтарҙа уҙа

Ғүмеремдең көҙҙәре.

Шишмә һыуҙары шифалы,

Саф һауаһы дауалы,

Бары был яҡтарҙа үтһен

Ғүмеремдең дауамы.

 

Бәхетле кешегә шул етә

Таң тыуып шат ҡояш йылмайһа,

Болоттар ағылһа һауала,

Бәхетле кешегә шул етә

Донъяға йылмайып ҡарарға.

Гөлдәре сәскәгә күмелһә

Тәҙрә төбөндә,баҡсала.

Бәхетле кешегә шул етә:

Бит бәхет һатылмай аҡсаға.

Сабыйы йылмайып ҡараһа,

Йылы һүҙ ишетһә ирендән,

Бәхетле кешегә шул етә,

Ҡосаҡлап алһалар иңеңдән.

Онотор бар ҡайғы-һағышты,

Йылы нур бөркөлөр күҙеңдән.

Кеше бит бәхетле шул саҡта,

Бәхетте таратһа үҙенән.

 

Миләүшә Ғилманова,

Нуриман районының

Яңы Субай ауылы.

Читайте нас: