Башҡортостан мәҙәниәте дәресе ( ниндәй ҙә генә матур дәресебеҙ булған)... Йылы, яҡты кабинет... Уҡытыусымдың сылтыр шишмәләй тауышы... Класташтарымдың иҙерәшеп кенә ултырыуҙары... Һәм минең дә...Илаһилыҡҡа арбалып ниндәйҙер бер донъя -даръяла бәүеләбеҙ!.. Тап шундай килеш хәтерҙә һаҡланған уҡытыусымдың дәрестәре! Әйе ,хатта, һәр кабинеттың да үҙ йәме, йә үҙенән этәргес алама энергияһы була ул. Беҙҙең лицей-интернаттың иң нурлы һәм иң ҡотло кабинетының "хужабикәһе" - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы! Нисәнсе кластарҙан уҡыта башлағандыр уҡытыусым хәтеремдә түгел, әммә телгә һәм әҙәбиәткә, тимәк матурлыҡҡа һәм гүзәллеккә һөйөү уята алған остазым тип мин тик Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙын һанайым.
Өлкән синыфтарҙа башҡа уҡытыусы уҡытһа ла, шул саҡтарҙағы олимпиада-конкурстарҙағы уңыштарым, артабан мәктәпте тамамлап, уҡыуымды ошо йүнәлештә- тел, әҙәбиәт һәм Башҡортостан тарихы бүлегендә дауам итеүем, мең-мең ҡабатлауҙарһыҙ, көн-төн "суҡынып" уҡыу-ятлауҙарһыҙ ҙа телдән яҡшы өлгәшкән студенттар рәтендә булыуым ( төркөмдәштәрем әйтеүенсә) да, студент саҡта байтаҡ ҡына фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуым да -барыһы ла Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙынан алған төплө белемем һөҙөмтәһе! Ниндәйҙер ғорурлыҡ тойғоһо кисереп уҡыным мин педуниверситеттын филология факультетында! Гел генә фән докторҙары, билдәле яҙыусылар, журналистар, атаҡлы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, үҙең яратып уҡыған китап- дәреслектәр авторҙарын күреп-ишетеп , уларҙан ғилем-фәһем алып, етмәһә ,бергә-бергә төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡайнашып йәшәнек бит, ә был бөтәһенә лә тәтегән бәхет түгел.
Тел яратҡан- халҡын яратҡан, илен ҡәҙер иткән, әҙәбиәткә ғашиҡ йән - матурлыҡты күргән, яҡшылыҡты һөйгән йән ул. Ундайҙарҙың уйында йә шиғыр, йә йыр, ғөмүмән, насарлыҡҡа урын ҡалмай тигәнгә иманым камил. Сөнки ғүмерем буйы яҡты маяҡ булып илаһилыҡҡа әйҙәп торған Уҡытыусым бар минең! Төплө белем һәм мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙенә туплаған Тормош Һабаҡтары биргән Уҡытыусым! Йөрәгемде ғүмер-ғүмергә илһамлы иткән, уны моңға сорнаған һәм нурға күмгән Уҡытыусым! Рәхмәттәрем һеҙгә сикһеҙ! Баштар буталып, әйтер һүҙҙәремде әйтеп кенә еткерә алмауым да оло ихтирамым һәм хөрмәтемдән генә ул. Ныҡ яҡындарға ғына күңел һандығыңды асыуы иң ауыры Был яҙмам да күптән яҙылырға тейеш ине...
Яратҡан Уҡытыусым, хөрмәтле остазым Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы! Күүп рәхмәтле уҡыусыларығыҙ араһында мин дә бармын- шуның менән ғорурмын һәм бәхетлемен!