Благовещен ҡалаһында йәшәгән, «ПОЛИЭФ» акционер йәмғиәтендә инженер-метролог булып хеҙмәт һалған Анна Торопованың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Яратҡан эшендә ул хөрмәтле хеҙмәткәр, өйөндә ике улына яратҡан әсәй һәм иренә һөйөклө ҡатын. Етмәһә, ул Благовещен ҡалаһында әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә.
2019 йылда Анна Торопова СИБУР йәмғиәтенең “Яҡшы эштәр формулаһы” проектында ҡатнашып, “Тәбиғәт – төп байлыҡ” проектына грант отҡан. Үҙе эшләгән предприятиелағы хеҙмәттәштәре менән Ҙур Утрау биләмәһен, Ағиҙел йылғаһының ярын таҙартыуҙы ойоштора алған. Райондың ветерандар, ирекмән йәштәр советының “Йөрәк ҡушыуы буйынса” проекты сиктәрендә Анна Торопова ла әүҙем ҡатнашҡан. Иҫке зыяратта өмә үткәреп, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡаралмаған ҡәберлектәрен тәртипкә килтереп, ҡаһарман яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалған. Аннаның “Сүп – сар артынан һунарсылар” проекты ла 200 кешене бергә тупланы һәм улар бергәләп ҡала эсенән өс меңдән артыҡ сүп – сар йыйҙы. “Бер айҙа – йөҙ изге эш” проекты ла ҡатнашыусылар күңелендә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йәмғиәткә яҡшылыҡ ҡылғандар ойоштороусыларға үҙҙәренең эштәре тураһында мәғлүмәт ебәреп, проекттың ирекмән футболкаһына ла лайыҡ булды.
-Сәләмәт тормош яҡлы кеше булараҡ, мин Башкортостан буйынса үткән йүгерештәрҙә амбассадор һәм пейсмейкер ҙа булып торам. Тематик йүгерештәрҙең, экологик акцияларҙың эшенә индергән өлөшөм менән дә ҡәнәғәтмен. Беҙҙең команда өмәләрҙе плоггинг экологик йүнәлештә лә үткәреүҙе яйға һалды. Йүгереүҙе сүп – сар йыйыу менән дә берләштерәбеҙ, быға балаларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Ирекмәндәр хәрәкәтенә тағы ла бер яңылыҡ индерҙек: битараф булмаған ҡала халҡы менән бергә тупланып, сүп – сарҙы сорттарға бүлеп, Өфөләге ҡабул итеү пункттарына тапшырабыҙ. Был эштән килгән аҡсаны хайуандарға ярҙам итеү фондтарының иҫәбенә күсерәбеҙ,-тип һөйләне ирекмән Анна Торопова.
Сентябрь айын иң бәхетле айҙарҙың береһе тип иҫәпләгән Анна һәм Антон Тороповтар 14 йыл законлы никахта йәшәй, улдары Роман менән Степанды тәрбиәләй. Тап ошо алтын көҙҙөң тәүге айында уларҙың туйы үткән, улдары ла тыуған. Тороповтар ғаиләһе бәләкәйҙән балалары күңелендә тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй, тирә-йүндәге тереклеккә яуаплы ҡарарға һәм хәстәрлекле булырға өйрәтә. Сит илдәргә йыш йөрөгән Тороповтар, тыуған Башҡортостанының да гүзәл тәбиғәтенә күптән ғашиҡ. Күмәкләшеп барып күргән Торатау, Асҡын мәмерйәһе, Зәңгәр күл, Павловка тәбиғәт паркы, Ағиҙел йылғаһын да улар һағынып иҫкә ала. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡан Тороповтарҙың улдары өҫтәл теннисы, шахмат уйнай, саңғы, велосипед,тимераяҡта йөрөү менән дә мауыға. Аталары менән ҡышҡы һәм йәйге балыҡ тотоу ҙа уларҙы ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай.
Эйе, ғаилә кешегә кәрәкле йылы усаҡ , ә уның гөлө – ул бала. Тороповтарҙың да һәр алған һулышы, һәр ынтылышы, һәр ҡыуанысы - ғәзиз улдарының тәртибендә, ҡылған эштәрендә сағыла. Үҙҙәренең ысын миҫалында тәрбиәләгән балаларының да изгелекле, шәфҡәтле һәм киләсәктә оло таянысы булырына ышана улар.