Аттарҙы бала саҡтан яратҡан Иҙиәтуллиндар ғаиләһе йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү улар нәҫеленең ҡанында тип иҫәпләй.
Иҙиәтуллиндар нәҫеле вәкилдәре ата-бабаларҙан ҡалған йылҡысылар династияһын дауам итеүгә үҙенең ҙур өлөшөн индерә. Бер туған Хәсән һәм Дамир Иҙиәтуллиндар үҙҙәренең 30 йылдан ашыу ғүмерен тап ошо эшкә бағышлаған да инде. Яратҡан эштәренә бар күңелен һалып, уны тормошҡа ашырған Дамир атаһы Сәғитйән Ғәләүетдин улы башлап ебәргән йылҡысылыҡ тармағына ҙур иғтибар бирә. Ул Шишмә районы “Урал” колхозында 30 йылдан артыҡ ферма мөдире, Тәпәреш бригадаһы бригадиры булып эшләгән осорҙа ла йылҡысылыҡ ныҡлап үҫешкән була. Аттарҙы бала саҡтан яратҡан улдарына Сәғитйән ағай уларҙы нисек итеп дөрөҫ ашатырға, ҡарарға өйрәткән. Тыуған ерен, һайлаған һөнәренә тоғро ауыл хеҙмәтсәненең тырышлығы бушҡа китмәй, уның күп йыллыҡ тәжрибәһе һәм белеме артабан да Иҙиәтуллиндарҙың өсөнсө быуындағы хеҙмәт династияһын дауам итергә сәбәпсе була.
Атаһы юлынан киткән Дамир Сәғитйән улы 1992 йылда райондың Тәпәреш ауылы ҡырында үҙенең фермер-крәҫтиән хужалығын асып ебәрә. 50 гектар ер, 3-әр ат, һыйыр менән башланып киткән эш, бөгөн 2200 гектар ер, 500 баш ат, 200 баш һыйыр менән тулыландырылған. Заманса 11 трактор һәм 3 комбайн ярҙамында хужалыҡтағы малдар ҡышҡылыҡҡа тулыһынса аҙыҡ менән тәьмин ителә. Йылҡысылыҡ, үҫемсеклелек, ҡымыҙ етештереү, ит әҙерләү менән етди шөғөлләнгән был крәҫтиән – фермер хужалығы әлеге мәлдә агротуризм йүнәлешенә лә өҫтөнлөк бирә.
-Эшләгән, ҡулынан килгән кешегә хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр күп. Тик ҡыҙыҡһынырға ғына кәрәк. Матди һөҙөмтә өсөн генә түгел, шөғөлөңдө бирелеп яратырға ла кәрәк. Ошо оҡшаған эштән табыш та алһаң, бигерәк тә шәп. Ауылда сынығып үҫкән бала булараҡ, үҙемә оҡшаған шөғөлдән күңел тыныслығы табып, ҡәнәғәтлек алып йәшәйем. Крәҫтиән –фермер хужалығының эшен йәнле итеп ойошторор өсөн район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының матди ярҙамына минераль ашламалар, техника һатып алабыҙ. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа ауылда үткәрелгән барса сараларҙа ла бағыусы булараҡ сығыш яһайбыҙ.Быйыл, мәҫәлән ауылда ун ике йыл рәттән үткәрелгән һабантуйҙа ла ярҙам иттек, - тип һөйләне кендек ҡаны тамған ғәзиз ерендә, тик изге эштәр ҡылған Дамир Иҙиәтуллин.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәндәй, Дамир ағайҙың ҡыҙҙары ла атаһы юлынан китеп, ауыл хужалығы, агротуризм йүнәлешендә билдәле ҡаҙаныштарға өлгәшә.Өлкәне Вилена 2018 йылдан ит етештереү буйынса «Экопрод» ауыл хужалығы кооперативын етәкләһә, ә Дианаһы атаһының уң ҡулы. 2021 йылда ул ире менән Тәпәреш ауылы эргәһендә «Йола» глэмпингын асып ебәргән. Бында ял итергә килгәндәрҙе көмбәҙ формаһындағы ҙур булмаған биналарға урынлаштырып, уларға ҡарағай урманына сәйәхәт, атта һыбай йөрөргә, ҡымыҙ етештергән фермаға барып был шифалы эсемлекте тәмләргә лә тәҡдим итә хужалар.
Тәбиғәткә яраҡлашҡан, һыбай йөрөүгә лә, егеп йөк ташыу өсөн дә уңайлы, хужаһының талаптарына тиҙ өйрәнеүсән һәм тыңлаусан, бик күндәм башҡорт аттарына өҫтөнлөк биргән Иҙиәтуллиндар үҙҙәренең алдынғы хужалығы менән республикала киң билдәлелек яулаған.Улар етештергән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә, агротуризм йүнәлешенә лә ҡулланыусыларҙың һорауы ҙур. Башҡорттарҙа киң таралған шөғөлдәрҙең береһе булған йылҡысылыҡҡа өҫтөнлөк биргән Иҙиәтуллиндар ата-бабалар мираҫына тоғро ҡалыуы менән дә маҡтаулы.