Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
10 Август 2022, 17:47

Иң иҙге хистәр – туғанлыҡ хистәре...

Һуңғы йылдарҙа туғанлыҡ тамырҙарын барлап, үҙҙәренең кем икәндәрен, ата-бабаларының ҡайҙан килгәндәрен белергә теләүселәр артҡандан-арта бара. Ниндәй милләт кешеләре булыуына ҡарамаҫтан, тарихи дөрөҫлөктә, ысынбарлыҡты белеп, асылына төшөнөргә ынтыла һәр халыҡ.

Иң иҙге хистәр – туғанлыҡ хистәре...
Иң иҙге хистәр – туғанлыҡ хистәре...

1730 йылдарҙа Ока йылғаһы буйынан килгән мишәрҙәр мең ырыуы старшинаһы Әлибай Мырҙағоловтан ер һатып алыуҙары тураһында архив документтар раҫлай.

Шулай итеп, килгән халыҡ Шишмә районының Бикәй, Муса, Ибраһим, Абрай ауылдарын барлыҡҡа килтергән дә инде. Быуаттар буйына башҡорт, мишәр халҡы бер туғандай, күрше булып татыу йәшәүен дауам итә.

Табында табындаш, изге яуҙа – иңде-иңгә терәп яуҙаш булғанын, 1812 йылғы һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихы биттәре аша яҡшы беләбеҙ. Ҡыҙ биреп, килен алып – ике милләт айырылғыһыҙ булып бергә үрелгән.

12 июнь – Рәсәй көнө Ибраһим ауылы туғайына, Бикәй ауылында тыуып-үҫкән, инде баҡыйлыҡҡа күскән Шайморат атлы олатай вариҫтары нәҫел ептәрен төйнәп, туғанлыҡ ептәрен барлап бергә йыйылды.

– Ерҙә ни өсөн йәшәгәнебеҙҙе балалар, килер быуындарға еткереү, туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен, туғандар бер-береһен танып, күреп белһен өсөн йыйылдыҡ беҙ бөғөн, - ти нәҫел ағасын төҙөүсө Рөстәм Фәһим улы Шайморатов.

Илебеҙҙең төрлө тарафтарына ынйы бөртөгөләй сәселгән Шайморат вариҫтәре Төмән, Урай, Дәүләкән, Өфө, Петербург һ. б. төбәктәрҙән йыйылған туғандар осрашты.

– 7 быуын нәҫел ағасыбыҙҙы төҙөп, атай-олатайҙарыбыҙҙың исем-шәрифтәрен, фамилиярын белдек, балалар, ейәндәргә лә төшөндөрөп бирҙек. Дәүләкәндән килгән Әнисә Фәрүәз ҡыҙы (85 йәштә) яңы мәғлүмәттәр һөйләп, күңелебеҙҙе иретте. Дәүләкәндә туғандар бар икәнен белмәй инек, – ти Альбина Әнәс ҡыҙы Шаймөхәмәтова-Бикмөхәмәтова.

96 кешене – төрлө йәштәге, төрлө быуын кешеләрен йыйған ошо күркәм сараның йөҙөк ҡашы булып, әлбиттә, аҡһаҡалдар Әнәс Ғиндулла улы Бикмөхәмәтов (85 йәштә), Фәһим Ғаязетдин улы Шайморатов (80 йәштә) түр башында ултырып, фәһемле һүҙҙәр һөйләп, хәтирәләр менән уртаҡлаштылар.

– Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, балаларыбыҙ, килер быуындарыбыҙға еткереү маҡсатында ауылда тәүгеләрҙән булып, өлгө итеп үткәрҙек был байрамды, – ти Шайморат олатай исеменә тап төшөрмәй, уның исемен мәңгеләштереп, үҙ фамилиялары итеп йөрөтөүсө Миҙехәт Шайморатовтың улы Рифҡәт һәм килене Тәслимә Шайморатовтар.

7-се быуын вариҫы – нәҫел дауамы ла уларҙың ейәндәре Аҫҡар Шайморатов.

– Донъя туңбаштар менән тулы, мәғәнәле, фәһемле саралар бик кәрәк. Туғандар араһында аңлашып, ҡан-ҡәрҙәшлекте һаҡлап, атай-әсәй ҡәҙерен белеп, тыуып-үҫкән нигеҙҙәрҙе туҙҙырмай, йәшәү мәғәнәһен йәштән аңлап үҫһен ине балалар. Иң изге хистәр – туғанлыҡ хистәре – һыуынмаһын аралар – сарабыҙ маҡсаты шул ине, маҡсатыбыҙға ирештек бер аҙ, – ти ойоштороусыларҙың береһе Дамир Әнәс улы Бикмөхәмәтов.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы
Читайте нас: