Бер күреүҙән ғашиҡ
Ишкиндар законлы никахта 18 йыл йәшәй. Ике йәш йөрәктең бер-береһен табышып, бергә тормош ҡороуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр был донъяла.
Ҡомлокүлдә осрашҡан йәштәрҙе Зинурҙың класташы таныштыра. Һөйкөмлө Ләйсән уларға ҡунаҡҡа килгән була. Тап шул ваҡыттағы беренсе осрашыу минуттарында Ләйсән Зинурҙа үҙенең күңеленә яҡын, ҡәҙерле кешеһен төҫмөрләй.
Бер күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәрҙе Зинурҙың армияла үткән ике йылы ғына айырып тора. Был осорҙа әлеге кеүек кәрәҙле телефондар, интернет та булмай, шуға ла улар хат аша ғына аралаша. Чечен Республикаһына хәрби хәрәкәткә эләккән Зинур өсөн Ләйсән бик ҡайғыра. Һөйгәненең тыуған яҡҡа имен-аман ҡайтыуын ғына теләп Хоҙайға ялбара. Зинурҙың әсәһе лә ошо ваҡытта бик борсолоп йәшәй, тәүҙә оло улы Чечняла хеҙмәттә булһа, артабан Зинуры ла ағаһы юлынан ҡыҙыу нөктәгә юллана.
Хеҙмәте тураһында һөйләргә яратмаған Зинур әңгәмә барышында һәр саҡ һөйөклө кәләше Ләйсәнен маҡтап телгә ала, уға тоғро ҡалып, түҙемле генә армиянан көтөп алыуын ыңғай билдәләй. Йыраҡ ерҙә туғандарҙай яҡын итеп аралашҡан хеҙмәттәштәрен дә онотмай Зинур. Улар менән һирәк булһа ла, хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп торорға ваҡыт таба.
Үҙенә тартҡан мөхәббәтле йорт
Йорттарында бәхет йәшәгән Ишкиндарҙың ғаиләһендә бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләнә. Бер-береһен тулыландырып, яҡшы мөғәләмәлә йәшәгән ғаилә ағзалары үҙ йортон төҙөй, яҡында ғына йәшәгән Зинурҙың ата-әсәһе менән дә яҡшы мөнәсәбәттәр булдырғандар.
Оло ҡыҙҙары 14 йәшлек Азалия Ҡомлокүл мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы. Ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан ҡыҙ яуаплы һәм уҡыуында ла алдынғы.
5 йәшлек Даяндың киләсәктә иретеп йәбештереүсе булам тигән теләгенә өйҙәгеләрҙең береһе лә аптырамай. Сөнки уның олатаһы, ағаһы, атаһы тап ошо һөнәр эйәләре. Ата-әсәһенә бик теләп йорт эштәрендә булышҡан Даян һүрәт яһарға ла әүәҫ. Йәш рәссамдың ижади эштәре уларҙың йортон биҙәй.
Ишкиндарҙың уртансылары Данис дүртенсе класта уҡый. Тырыш малай бөгөндән үк мәктәп предметтары буйынса үҙенең һәләтен күрһәтә. Яңыраҡ ул класс етәксеһе Әлфинә Сәғит ҡыҙы Ғиндуллина менән рус теле буйынса олимпиаданың мәктәп этабында еңеүсе булған. Хәҙер улар район кимәлендә үтәсәк олимпиадаға әҙерләнә. Каратэ буйынса тренеры Арарат Юрьевич Хачатрян етәкселегендә уҙған күнекмәләргә лә Данис даими йөрөй. Тренерын ярты һүҙҙән аңлап эш иткән егет был спорт төрөндә лә уңыштарға ирешергә ниәтләй.
Ата-әсә алтын ҡанат
Ишкиндарҙың ике яҡлап тамырҙары ныҡ һәм таяныслы. Уларҙың ата-әсәләре раҫлауынса, бар башланғыстарҙың нигеҙендә лә тыуған ергә һәм яҡындарға һөйөү, хөрмәт ята.
Зинурҙың ата-әсәһе Алихан Миран улы һәм Венера Рәшит ҡыҙы Ишкиндар бар ғүмерен «Чапаевский» совхозында эш менән үткәргән. Алихан Миран улы бар ҡул эштәрендә лә оҫта: ул туҡыусы ла, иретеп йәбештереүсе лә, кәрәк булһа комбайнер, шофер ҙа. Венера Рәшит ҡыҙы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, ул теплицала, ҡаҙанлыҡта хеҙмәт һалған.
Алихан ағайҙың атаһы, мулла Миран Шәйәхмәт улы Ишкинды ла ауылдаштары хөрмәтләп иҫкә төшөрә. Ул башлаған эштәрҙе уның оло улы һәм Исмәғил ағаһының дауам итеүе лә бик мәртәбәле.
Ләйсәндең ата-әсәһе лә ҡыҙының ғаиләһе өсөн бик ҡәҙерле, яҡын кешеләр.
Ныҡлы тамырҙарға эйә булған ғаиләлә ҡанат нығытҡан балаларҙың көнитмеше лә яҡшы. Ҡатыны, балалары өсөн бөтә шарттар тыуҙырған ғаилә башлығы «Өфөводоканал» дың авария хеҙмәтендә электр иретеп йәбештереүсеһе булып эшләй. Башҡорт дәүләт аграр университетының механик һәм цифрлы инжиниринг факультетының «Автомобиль һәм автомобиль хужалығы» һөнәрен дә үҙләштергән Зинур.
Ләйсән һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре. Өфө медицина колледжын тамамлаған ҡыҙ Өфөләге 8-се дауаханала шәфҡәт туташы – анестезист булып, артабан Ҡыҙылъяр участка дауаханаһында эшләй. Әлеге мәлдә ул «РЖД-Медицина» һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында шул уҡ һөнәре буйынса эшен дауам итә.
– Эшем ауыр булһа ла, мин уны бик яратып башҡарам. Ә күңелеңә яҡын эш менән булашыу – тормошта иң дөрөҫөлер тип уйлайым, – ти Ләйсән. – Беҙҙең реанимация инсульт менән сирле ауырыуҙарға тәғәйенләнгән. Бындай сирлеләр күп осраҡта һөйләшмәй һәм хәрәкәтләнмәй. Шуға ла уларҙың һәм туғандарының иң ауыр минуттарында беҙ уларға терәк-таяныс булып ҡалабыҙ. Күп сирлеләр яңғыҙ булғас, һин уларға ныҡлап бәйләнәһең, эштән һуң да уларҙың хәле хаҡында белешәһең. Мин беҙҙә дауаланыусыларҙың йылмайыуына, ҡулын күтәрә алыуына, үҙенең яңынан ҡалаҡ тота алыуына ла ныҡ шатланам.
Ағиҙел ярындағы - Ҡомлокүл
Өфө районының Ҡомлокүл ауылы иң матур урында Ағиҙел ярында, күлдәр һәм урмандар менән уратып алынған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ишкиндар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ауылда күпләп төҙөлөш эштәре дауам итә, йәш ғаиләләр бында төпләнә.
Үҙенең ауылын, уның мөғжизәле бай тәбиғәтен, емеш-еләккә бай урмандарын яратҡан был ғаилә ағзалары ялан-ҡырҙарға сәйәхәткә йөрөй. Балалары менән тәбиғәт ҡосағына сәйәхәткә лә сыға улар. Ишкиндар йорттағы эштәрҙә лә, күңелле ял мәлдәрендә лә берҙәм һәм дуҫ.
-Донъяуи мәшәҡәттәрҙән айырылып бер табын артында йыйылыу беҙҙең ғаиләгә кинәнес тә, рухи көс тә өҫтәй. Ғөмүмән, атай-әсәйебеҙ беҙҙә тәрбиәләгән сифаттарҙы үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙға тапшырырға, улар менән бергә үҫергә, алға ынтылырға тырышабыҙ. Бәләкәстәребеҙҙе рухи яҡтан да үҫтерәбеҙ. Уларҙы төрлө сараларға, концерт-спектаклдәргә йәлеп итәбеҙ, - тип һөйләне Ләйсән Ишкина.
Тышҡы ҡатмарлыҡтарға бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн һәм күңел ҡеүәтен дә һала Ишкиндар. Ике йәш йөрәктең бер-береһен табып, бергә тормош ҡороуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр был донъяла. Афарин!