Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар һәм күп мөмкинлектәр бирелә. Һуңғы тиҫтә йылда республикала уларҙың һаны 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы Федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Балалы 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө льготалар менән файҙалана, ә бала тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүгә 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Республика Хөкүмәтенең балаларҙы тәрбиәләү өсөн даими шарттар булдырылыуын үҙ иңдәрендә татыған күп балалы Елена һәм Денис Яковлевтар райондың Зубов ауылында йәшәй. Уларҙың ныҡлы ғаиләһендә тәрбиәләнгән үҙҙәренең өс, патронат тәрбиәгә алынған биш балаға ла берҙәй ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә, матур тәрбиә бирелә. Ғөмүмән, улар ғаиләһе менән үҙ-ара булған йылы мөнәсәбәттәрҙе хөрмәт итә һәм ҡәҙерләй белә.
– Мәрхүм булған һеңлемдең балаларын бер-береһенән айырмай, уларҙы ғаиләлә ҡалдырыуҙың төп инициаторы ирем булды, бының өсөн мин уға бик рәхмәтлемен, - ти Елена. Ул бик яҡшы, аҡыллы, тәртипле кеше, миңә бөтә башланғыстарҙа ла ярҙам итә. Бер үҙем генә булдыра алмаҫ инем, уның менән гел кәңәшләшеп, уйлап эш итәбеҙ.
Яковлевтарҙың тәрбиәгә алған өлкән ҡыҙҙары Дианаға 20 йәш. Ул Өфө технология һәм дизайн колледжын тамамлағандан һуң ул кейәүгә сыҡҡан. Хәҙер инде эшкә урынлашып, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инергә йыйына. Уның һеңлеләре 18 йәшлек Ангелина һәм 16 йәшлек Арина С. Бикеев исемендәге Өфө профессиональ колледжында уҡый. Ангелина «Дизайн графигы» һөнәрен үҙләштерә. Ҡыҙ матур итеп һүрәт төшөрә, гитарала уйнарға ярата, быйыл йәй ул дуҫтары менән Ҡырымда эшләгән. Арина электрон йыйыу һәм версткалау операторына уҡый, үҙенең мөмкинлектәренән сығып эшләп тә йөрөй.
Яковлевтарҙың ҡыҙы Каринаға 14 йәш тула. Быйыл ул Зубов ауылының «Белем» мәғариф үҙәгенең 9-сы класына уҡырға бара, инглиз теле менән әүҙем шөғөлләнә һәм киләсәктә ҡунаҡхана бизнесын өйрәнеү өсөн колледжға уҡырға инергә йыйына. Александрға 13 йәш, ул быйыл 8 – се класҡа күскән, уның мауығыуы - рәсем төшөрөү. Карина менән Саша “Березка” балалар һауыҡтырыу лагерында ял итергә, яңы уҡыу йылына көс тупларға ла өлгөргән.
12 йәштәге улдары Олег, беренсе кластан ул футбол менән шөғөлләнә, төрлө ярыш-турнирҙарҙа сығыш яһап, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уның ике туған ағаһы, аҙашы булған Олег та беренсе класты тамамлаған. Балалар баҡсаһынан уҡ кесе Олег шашка һәм шахмат уйнарға ярата. Ғаиләлә иң төпсөгө булған Артемға ике йәш. Өлкән апалары һәм ағаларының ваҡыты булғанда Артем уларҙың ҡулынан төшмәй. Бәләкәй туғанын барса ғаилә ағзалары ла берҙәй ярата.
Матур ғаилә – ил күрке! Изге күңелле, оло йөрәкле Яковлевтар ана шул ил күркен тәшкил иткән ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың ғаиләһендә татыулыҡ, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрә. Быға ир ҙә, ҡатын да булышлыҡ итә. Тап ошондай ғаиләләрҙә илһөйәр, телһөйәр, асыҡ күңелле балалар үҫә икәнен беләбеҙ. Бәләкәй ғаилә ағзаларының да үҙ бәхет биләмәһе бар. Эшһөйәр атай менән хәстәрлекле әсәй булдырған биләмәлә йәшәгән балалар һәр саҡ шат һәм мөхәббәтле.
Уларҙың дуҫ, татыу ғаиләһенә ныҡлы киләсәк, балалар бәхете һәм яҡты көндәр насип булһын. Һәр атҡан таң тик бәхет-шатлыҡтар ғына әйләһен!
Республикабыҙҙа ғаиләләр хаҡында төрлө форматтарҙа даими хәстәрлек күрелә. Башҡортостандағы ғаиләләргә, дөйөм алғанда, 20-нән ашыу төрҙә пособие түләнә һәм социаль ярҙам сараһы күрһәтелә. Улар иҫәбендә – мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары, һалым льготалары, торлаҡ йорттарға газ үткәреүгә сертификаттар.