Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2016, 12:16

Яҡташтарҙың йыйылған сағы

Халыҡ берҙәмлеге көнөн нуримандар әүҙем билдәләне, күңелле итеп үткәрҙе.

Халыҡ берҙәмлеге көнөн нуримандар әүҙем билдәләне, күңелле итеп үткәрҙе.
3 ноябрҙә Ҡыҙылъяр мәҙәниәт йортонда «Дуҫлыҡта – көс» тигән район милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә татар милләте вәкилдәре сығыш яһаны.
Ҡул оҫталары, һөнәрмәндәр әҙерләгән эштәрҙән, уңған хужабикәләр бешергән аштарҙан фойела урап сыҡҡыһыҙ күргәҙмә ойошторолған. Татар халҡының милли кейемдәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ҙур сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Әхтәмйәнова асып ебәрҙе. Халыҡ йолаларынан «Ҡаҙ өмәһе», «Һыу юлы», «Орсоҡ байрамы», «Килен төшөрөү», «Исем ҡуштырыу» күренештәрен һәүәҫкәрҙәр бик оҫта итеп күрһәтте. «Хазина» ансамбле, «Йәйғор» бейеү ансамбле, шулай уҡ билдәлелек яулаған Миләүшә Имашева, Элина Ғабдрахманова, Вадим Шәйҙуллиндың сығыштарын тамашасы яратып ҡараны.
Нуриман районынан сыҡҡан билдәле шәхестәр ҙә ҡунаҡҡа килгәйне. Шағирәләр Хәлисә Мөҙәрисова, Наилә Әйүпова, Миләүшә Ғилманова, тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Хәлисә Мөхәмәҙиева яҡташтары алдында сығыш яһаны, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан әҙибәләр таныш-белештәре, уларҙың ижадын яратыусылар менән аралашып туйманы. Нуриман ғына түгел, бөтә Башҡортостан халҡының һөйөүен яулап барған йырсы Миләүшә Имашеваның да яңы йырҙары, буласаҡ концерттары менән ҡыҙыҡһыныусылар күп ине.
4 ноябрҙә район үҙәгендә ҙур йәрминкә ойошторолдо. Райондың фермер хужалыҡтары, агросәнәғәт предприятиелары үҙҙәре етештергән байлыҡты райондаштарына тәҡдим итте. Яңы һуйылған һыйыр, ҡаҙ, йылҡы ите, йәшелсә, ашлыҡ айырыуса һәйбәт үтте. Был йәрминкә һуңғыһы түгел, тағы буласаҡ әле, тип ышандырҙы ойоштороусылар.

Читайте нас: