Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2017, 12:15

Халыҡ хазинаһын – халыҡҡа

Телебеҙ, еребеҙ, йырыбыҙ, йолаларыбыҙ тип янып йөрөгән кешеләр бар ул Нуриман районы Яңы Күл ауылында. Шуларҙың береһе – Хәким Ситдиҡов атлы уҙаман.
Заманында ул Баһау Нуриманов исемендәге колхоздың инженер-механигы булып эшләгән, колхоз рәйесе урынбаҫары, партком секретары ла булып алған. Ул саҡтарҙа Хәким Хашим улы хужалыҡ үҫеше, техника әҙерлегенә ҡағылышлы мәшәҡәттәр эсендә ҡайнағандыр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, рухи хазиналарыбыҙҙы йыйыу, һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу хәстәренә тулыһынса инеп китә.
Ауылда “Күлдәр иле” тигән фольклор ансамбле эшләй. Унда өлкәндәр ҙә, урта быуын да, йәштәр һәм балалар ҙа ҡатнаша. Ауылдың бөтә һәләтлеләре шунда йөрөй. Әммә Хәким Хашим улы тағы бер төркөм ойоштороу ихтыяжын күрә. Был төркөм башҡорт халҡының йыр, таҡмаҡ, бейеү оҫталығын, киске уйын йолаларын һаҡлау, өйрәнеү һәм өйрәтеү маҡсатынан сығып эшләргә тейеш була. Шулай итеп, ике йыл элек “Гөлнәзирә” барлыҡҡа килә. Ул ауыл ветерандар ойошмаһы ҡанаты аҫтында ойоша һәм тик өлкәндәрҙән генә тора.
– Ансамблде гармунсылар Хисаметдинов Закуан, Ғайсин Камил, ҡурайсы (мин уйнайым), бейеүсе Рәмилә Фәтҡуллина һәм туғыҙ ҡатын-ҡыҙ йырсы хасил итә, – тип һөйләй уның етәксеһе Хәким Ситдиҡов. – Халыҡ йырҙарын башҡарабыҙ, ауылдашыбыҙ Резидә Нуриманова яңы таҡмаҡтар сығарып, репертуарыбыҙҙы байыта. Нуриман төбәгенә хас булған боронғо таҡмаҡтарҙы, беҙҙең яҡта ғына бейелгән бейеүҙәрҙе (мәҫәлән, киске уйында бейелә торған “Папарина”) һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Быны беҙ эшләмәһәк, улар барыһы ла юҡҡа сығасаҡ, онотоласаҡ. Район етәкселәренә бик рәхмәтлебеҙ. Мәҙәниәт йортобоҙҙо бик яҡшы итеп ремонтлап бирҙеләр. Хәҙер йәштәр ҙә бик ихлас йөрөй. “Гөлнәзирә” өсөн музыка ҡоралдары алыу тураһында һөйләшергә барғас, район Советы секретары Нурсолтан Ғәлиев: “Башҡорт районы була тороп, ниңә беҙҙә ҡурай яңғырамаҫҡа тейеш?” – тине лә мәсьәләне бик тиҙ хәл итте.
Шулай итеп, “Гөлнәзирә” халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауға тос өлөш индерә, халыҡ ынйыларын халыҡҡа илтә.

Читайте нас: