Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2019, 14:00

“Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә барып етә”

“Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә барып етә”

Иглин районында сәнғәт донъяһының иң мауыҡтырғыс төрө булған театрға ғашиҡ кешеләр күп. Шулар араһынан Меңйетәр мәҙәниәт йортонда эшлэп килгән “Балҡыш” халыҡ театры ветераны Халит Мөҙәрисов айырым иғтибарға лайыҡ. Һәүәҫкәр артист 40 йылдан артыҡ сәхнәлә “йәшәй”.

Халит Сәғит улының хәтерләүенсә, Меңйетәр ауылында 1980 йылда мәҙәниәт йорто асыла. Уны талантлы белгес Рәүеф Апсатыев етәкләй, сәнғәт етәксеһе булып оҫта баянсы Рәмис Базаров эшләй. Ауыл сәхнәһендә ошо йылда уҡ Ә. Атнабаевтың “Шоңҡар” тарихи драмаһы ҡуйыла, “Ялган никах " әҫәре сәхнәләштерелә.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында театрҙың эшмәкәрлеге бер аҙға тукталып тора. 2014 йылда район мәҙәниәт йортоноң йәш ҡуйыусы-режиссеры Гөлшат Ибәтова үҙешмәкәр коллективтың эшен яңынан тергеҙеп ебәрә. “Балҡыш” халыҡ театры коллективы ауылдаштарын, күрше ауылдар, райондар тамашасыларын яңынан-яңы спектакльдәр менән ҡыуандырып тора.

Халит ағай мәктәп йылдарынан уҡ йәмәғәт эштәрендә, мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Үҙе матур итеп йырлай ҙа. Район күләмендә үткәрелгән ижади бәйгеләрҙә ҡатнаша, урындар яулай ул.

-Драма, трагикомедияләрҙәге рольдәрҙе уйнау еңелерәк, - ти һәүәҫкәр артист. – Ә көлкөлә рольдәрҙе еренә еткереп башҡарыу өсөн оҙаҡ эшләргә тура килә. Образды тулыһы менән асыр өсөн үҙеңдең йәки башҡаларҙың тормошонда булған ваҡиғаларҙы ла “эшкә егергә” тура килә. Тормошта ысынлап та булған хәлдәр аша ғына тамашасыны ышандырып була. Рольде үҙ йөрәгең аша үткәрми тороп, башҡаларға еткереп булмай.

Халит Сәғит улы уйнаған образдарҙы тамашасы йылы ҡабул итә. Сөнки ул рольдәрҙең һәр береһен еренә еткереп башҡара.

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә, ти бит халыҡ. Һәр бер уйнаған роле Халит ағайға балаһы кеүек ҡәҙерле.

Хеҙмәт һәм сәхнә ветераны Халит Мөҙәрисов киләсәктә лә тамашасыларын яңынан-яңы рольдәре менән ҡыуандырып торор әле.
Читайте нас: