Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ноябрь 2019, 11:00

Путин билдәле композиторҙы орден менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә, 10 ноябрь, композитор Александра Пахмутованың юбилей концертына килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә, 10 ноябрь, композитор Александра Пахмутованың концертына уны юбилейы менән ҡотларға тип килде. Ил башлығы сәхнәгә күтәрелде һәм Пахмутоваға ҙур сәскә гөлләмәһе тапшырҙы, тип хәбәр итә ТАСС.
Путин билдәле сәнғәт әһелен Рәсәйҙең иң юғары наградаһы – Александр Первозванный ордены менән бүләкләнеүе хаҡында ла әйтте. Уның һүҙҙәре буйынса, награда Кремлдә тапшырыласаҡ.
“Һеҙгә ысын күңелдән ил һәм халыҡ өсөн эшләнгән эштәрегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Төрлө быуын вәкилдәре һеҙ яҙған көйҙәргә үҫте һәм йәшәй”, - тине ул.
Фото: Сергей Бобылев/ТАСС
Читайте нас: