Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ноябрь 2019, 18:00

Әсәйебеҙ – тормош биҙәге

Иглиндә йәшәүсе әсә Альбина Нәсибова өс балаға ғүмер биргән, уларҙы илдең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләгән

Иглин ауылында йәшәүсе иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе – беҙҙең әсәйебеҙ, – ти Альбина Нәсибованың балалары.
Альбина Ғәлим ҡыҙы ғүмеренең күп өлөшөн район мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлай. 1991- 2014 йылдарҙа ул район мәҙәниәт йортонда директор, режиссер вазифаларын башҡара.
Ҡатын бер үҙе өс бала тәрбиәләй. Тырыш әсә балалары лайыҡлы кешеләр булып үҫһен өсөн бик күп көс һала, уларҙы матурлыҡты күрә белергә, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә. Хәҙер инде улар ҙурҙар. Өлкән улы сит төбәктә йәшәй, кесеһе – Башҡорт агросәнәғәт колледжының Иглин филиалында белем ала. Ә ҡыҙы Анастасия әсәһе юлынан киткән. Бөгөнгө көндә район мәҙәниәт йортонда эшләй.
Әлеге ваҡытта бәхетле өләсәй ейәндәрен тәрбиәләшергә булыша. Уларҙың йәмғиәткә кәрәкле кеше булып үҫеүен теләй ул.
Читайте нас: