Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2019, 16:30

Бәхет арбаһы

Ә һинең ундай арбаң бармы?

Ни өсөн тиһеңме? Бер күҙ йәше лә булмаған матур бер ил бар, ти. Ана шул илгә иң яҡындарыңды ултыртып алып китеү өсөн бәхет арбаһы кәрәк икән.
​Республика үҙешмәкәр театрҙарының фестиваль - марафоны штандартын нуримандар ҡыйғыларға тапшырҙы.
​Ошо сара айҡанлы Ғ.Минһажев исемендәге Ҡыйғы халыҡ театры С. Әбүзәровтың “Күрәҙәсе” трагикомедияһын күрһәтте.
​Ауыл тормошоноң төрлө ҡатмарлы проблемаларын күтәреп сыҡҡан был сәнғәт әҫәре тамашасыға бәхетле йәшәү серҙәрен аса. Һәр кем бәхетле йәшәй ала был тормошта. Тик уның өсөн бәхет арбаһы ғына кәрәк! Бәхет арбаһы – ул йөрәк йылыһы, яҡындарың тураһында хәстәрлек, һинең кешеләргә таратҡан изгелегең.
​Нуриман тамашасыһы артистарҙың сығышын йылы ҡаршы алды, сәскәләргә, алҡыштарға күмде.
Читайте нас: