Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Декабрь 2019, 13:39

Балаларҙың һәләте асыла

Театр сәнғәтенә һөйөү

А.Я. Першин исемендәге 4 - се мәктәп уҡыусылары Светлана Леонидовна Новичкова етәкләгән театр түңәрәгендә ихлас күңелдән шөғөлләнә.
Сәхнәлә ҡаушамаҫҡа, үҙен ышаныслы тоторға өйрәнгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың телмәре лә шыма, көндән - көн тән хәрәкәттәре лә камиллаша бара.
- Балаларҙы театр сәнғәте аша үҫтереү беҙҙең төп маҡсатыбыҙ. Улар репетиция мәлендә бер - береһе менән яҡындан аралаша, дуҫлашып китә.Был артабанғы уртаҡ эштә бик ярап ҡала, - ти түңәрәк етәксеһе Светлана Новичкова.
"Яңы йыл әкиәте" пьесаһын барса мәктәп, ата - әсәләр алдында сәхнәләштергән балалар үҙҙәренә ышанып бирелгән ролдәрҙе ысын артистарса оҫта башҡарҙы. Мөғжизәгә ышанып әкиәт ҡараған олоһо ла, кесеһе лә тамашанан ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: