Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Март 2020, 14:30

Айһылыу Шәйхуллина - "Сулпылар " ҙа

Ул район ғорурлығы

Благовещен ҡалаһындағы 1- се гимназияла 5-се класта уҡыған Айһылыу Шәйхуллинаны иң әүҙем, иң тырыш, үҙ - үҙенә талапсан уҡыусылар рәтенә индереп була.
Район хакимиәте башлығы стипендиаты булған Айһылыу тик бишлегә генә өлгәшә, йәмәғәт эштәрендә лә, мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Әле яңыраҡ ул "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған "Сулпылар -2020" республика телевизион конкурсындағы беренсе турҙа уңышлы сығыш яһаны. Сәриә Вәхитова һүҙҙәренә Гүзәл Диникеева көйөнә яҙылған "Әсәйем" йырын башҡарған ҡыҙҙың 60 бала араһынан 2-се турға үтеүе яҡындары, уҡытыусыһы, мәктәбе өсөн бик шатлыҡлы булды.
- Мәктәп уҡыусылары өсөн үткәрелгән "Алло, беҙ һәләттәр эҙләйбеҙ" район конкурсында ла Айһылыу ошо уҡ йыры менән сығыш яһағайны. Мин уның сығышын видеоға төшөрөп, "Сулпылар" республика телевизион конкурсының һайлап алыу турына ебәргәйнем. Жюри ағзалары һәләтле йырсы ҡыҙға иғтибар итеп, ул башҡарған йырҙы тапшырыу өсөн төшөрөп тә алған. 4 апрелгә тиклем күрһәтелгән тапшырыуҙарҙа башҡа балалар араһында Айһылыу Шәйхуллинаның да исеме яңғыраясаҡ. Һәр яҡлап та килгән, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулаған уҡыусымдың бында ла ал бирмәҫенә ышанам, - тип һөйләне гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Мәүләүи ҡыҙы Шакирова.
Читайте нас: