Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2020, 14:00

«Өлгөлө» исемен раҫланылар

Йәш артистарҙың сығышы юғары баһаланды.

Иглин районы мәҙәниәт йортоноң «Максимум» театр коллективы ошо көндәрҙә «өлгөлө» исемен раҫланы. Балалар театр коллективтарын ҡарау Өфө балалар филармонияһында уҙҙы. Сара «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театр- фестивале сиктәрендә ойошторолдо.
«Максимум»дың өлкән төркөмө жюри ағзаларына Константин Сергеенконың «Овраг» постановкаһын тәҡдим итте.
Жюри йәш актерҙарҙың режиссерлыҡ кимәлен, актерлыҡ оҫталығын, шулай уҡ драматик материалдың дөрөс һайланышын юғары баһаланы.
Читайте нас: