Иглин районында йәшәүселәр «Үҙенсәлек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» интернет-флешмобында әүҙем ҡатнаша. Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған сара милли кейем көнө сиктәрендә үтә.
Теләге булған һәр кеше милли кейемдәрҙә төшкән фотоһын #милликейем #национальныйкостюм #мкрб #рцнтрб #мыедины #беҙберҙәм хештектары менән социаль селтәрҙәрҙә һала ала.
Флешмоб 17 апрелгә тиклем дауам итә.