Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Апрель 2020, 10:00

Милли кейем көнө онлайн режимда үтәсәк

Милли костюмдарға һоҡланайыҡ

16 апрель республикабыҙҙа Милли кейем көнө тип иғлан ителде.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто барса сараларҙы YoTube каналында онлайн режимда үткәрәсәк. Тап ошо көндәрҙә башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының француз яулығын ни өсөн үҙ итеүе, милли кейемдәр тегеүгә арналған оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Онлайн режимда теләгәндәргә хатта бейергә өйрәнеү мөмкинлеге лә буласаҡ. Ә 17 апрелдә "Милли кейем менән фото" тигән онлайн флешмоб буласаҡ. Уға һәр ҡала - райондың төрлө милләт вәкилдәре лә ҡушыласаҡ. Благовещендарҙа "Милли кейем көнө" сараһында әүҙем ҡатнашырға әҙерләнә. Райондың төрлө ауыл клубтарындағы сәнғәт әһелдәренең сағыу милли костюмдағы фотоһүрәттәрен һеҙгә лә тәҡдим итәм. Һоҡланып ҡарайыҡ, дуҫтарым!
Читайте нас: