Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Май 2020, 17:00

Пианистарҙың йәнле сығышы

Конкурс оҫталарҙы, һәләтлеләрҙе асты

Өфө районының Николаевка балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Зарина Ғөбәйҙуллина менән Катя Кислухина ( уҡытыусылары Н.Я.Пауль, С.А.Яҡупова) Георгий Маркоров исемендәге "Маэстро Джаз" XXI Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр араһында онлайн форматта үткән джаз конкурсында ҡатнашты.
Ютуб аша конкурсанттарҙың сығышын ҡарап, баһалаған жюри ағзалары, Зарина менән Катяға 2-се дәрәжә лауреат дипломын бирҙе.
Еңеү яулаған һәләтле ҡыҙҙарҙың, тырыш уҡытыусыларҙың уңышы уртаҡ, мәртәбәле.

Мәғлүмәт Өфө районының Николаевка балалар сәнғәт мәктәбе төркөмөнән алынды.
Читайте нас: