Йәйғор
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Май 2020, 12:15

Шишмәнең йырсы ауылдары

Өлкәндәрҙең генә түгел, йәш быуын-балаларҙың да, халҡыбыҙҙың матур ғәҙәттәре – клубҡа йыйылып, сәнғәт һөйөүсе ауыл кешеләренең сығыштарын ҡарауы ғәҙәти күренешкә әүерелеп барыуы бик ҡыуаныслы

Республиканың һәр ауыл биләмәһендә уҙған «Йырсы ауыл» бәйгеһенең ауыл биләмәһе этабын Йәрми, Үрге һәм Түбән Тирмә, Ҡалмаш ауыл халҡы күтәреп алды.
Үҙешмәкәр артистар сығышын ҡарарға тип килеүселәр менән Йәрми ауыл Мәҙәниәт йорто шығырым тулды булды. Өлкәндәрҙең генә түгел, йәш быуын-балаларҙың да, халҡыбыҙҙың матур ғәҙәттәре – клубҡа йыйылып, сәнғәт һөйөүсе ауыл кешеләренең сығыштарын ҡарауы ғәҙәти күренешкә әүерелеп барыуы бик ҡыуаныслы. Калмаш Мәҙәниәт йортоноң «Ҡуштирәк» халыҡ ансамбле «Балдырған» йыры менән сығыш яһап, концертҡа килеүселәрҙең күңелен яуланы. Был ансамблгә халыҡ исеме бирелеүгә 10 йыл. Үрге Тирмә ауылынан Таһир Ишмөхәмәтовтың тальянда уйнауы халыҡты тағы ла дәртләндерә төштө. Түбән Тирмәнән Надир Улямаевтың татар халҡының моңло «Һағыныу» йыры ололарҙы йыраҡ йәшлек йылдарына алып ҡайтты. 15 кешенән торған «Етегән шишмә» төркөмө халҡыбыҙҙың онотола төшкән «Өммөгөлсөм», «Шәл бәйләнем» йырҙары менән сығыш яһаны, төркөмдә ир-аттарҙың булыуы ла күңелгә ятыш бер матур күренеш булды. Төркөмдөң баянисы Рәмил Мөслимов булыуын да әйтеп китәһе килә. Бәйгелә төрлө йәштәге аристар, йәше лә, олоһо ла бик әүҙем ҡатнашты, халыҡ моң-йырға һыуһаған. Клара апай Мөслимова, Гөлсөм апай Мансурова бына-бына 80дең өҫтөнә баҫырға торалар. Улар башҡарыуындағы ретро йырҙарҙы халыҡ бик йылы ҡаршы алды. Ир-егеттәр ҙә ҡалышманы, Илдар Ғизәтуллин, Илдар Ғәликәевтар 6 тиҫтәне уҙған булһалар ҙа үҙҙәрен сәхнәгә егеттәрсә тоталар. Балалар ҙа үҙ һәләттәрен күрһәтергә тартынманы. Илһам Ғәликәев, Ринальд Багданов, Вильдан Исмәғилев балалар баҡсаһына йөрөйҙәр, буласаҡ ил һаҡсылары армия тураһында йырлап ишеттерҙеләр. Бына шундай дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй беҙҙең төбәктә.
Гөлфиә Сәрүәрова,
Йәрми ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе,
Шишмә районы.
Читайте нас: