Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2020, 12:00

Милли кейем – халҡымдың күңел йәүһәре

Иглиндар тәжрибә уртаҡлашты

Милли кейемдә халыҡ күңеленең бөтә матурлығы сағыла, ти "Ырыу ағасы" республика форумы сиктәрендә үткән "Милли кейемдә - быуаттар мираҫы" зона семинар-практикумында ҡатнашыусылар. Сара Бөтә донъя фольклориадаһы-2021- гә әҙерлек сиктәрендә үтте.
Мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән иглиндар ҙа, был юлы Архангель районына йыйылды. Сараның маҡсаты – башҡорт халҡының традицион милли кейемен һаҡлау, популярлаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ҡатнашыусыларҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр кейеме элементтарын эшләү буйынса оҫталығын арттырыу.
Семинар-практикумдың теория өлөшөндә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән рус һәм башҡорттарҙың милли кейемдәре менән танышты, баш кейемдәрен дөрөс кейеү, ҡатын-ҡыҙҙар аяҡ кейемдәрен тегеү үҙенсәлектәре тураһында белде, шулай уҡ биҙәүестәр эшләү технологияларын өйрәнде. Сара барышында костюмдарҙы кейеү ҡағиҙәләре лә күрһәтелде.
Практик дәрестә семинарҙа ҡатнашыусылар күлдәк тегәргә өйрәнде. Һуңынан башҡарылған эштәргә анализ яһалды. Барлыҡ ҡатнашыусыларға курсты уңышлы үтеү тураһында сертификат тапшырылды.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Иглин районында төбәктә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың ла традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүленә.
Читайте нас: