Йәйғор
+29 °С
Облачно
Мәҙәниәт
31 Декабря 2020, 21:00

Рәхәтләнеп ял ит

Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъярҙа Республика көнөнә арналған «Башҡортостан – тыуған төбәгем!» тигән байрам саралары үтте.

Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъярҙа Республика көнөнә арналған «Башҡортостан – тыуған төбәгем!» тигән байрам саралары үтте.
Ауыл хужалығы йәрминкәһенә халыҡ иртәнән ағыла башланы. Ауыл уңғандары етештергән ризыҡтарҙы алыу форсатын бирә бит был файҙалы сара. Бына – быйыл эш башлаған «Тихий берег» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нөктәһе. Йәмғиәттең «Йәләнде» тигән форель фермаһы өсөн туғыҙ күл ҡаҙылған, уларҙа балыҡ үрсетелә. Бөгөн һатып алыусыларға бағры балығын тәҡдим иттеләр, килоһы 600 һум тора, ә кәритәгә һалынған бер метрҙай оҙонлоҡтағы матур бикрене күрһәтергә ҡуйғандар. Киләсәктә уныһы ла һатыласаҡ, тимәк. Нимесләр ауылындағы «Восход» йәмғиәтенең ҡаҙ фермаһы ризыҡтары, «Карагез» агрофирмаһының ите, Теңкәштәге ыҫлау цехының ит-колбаса аҙыҡтары, «Зеленый рай Башкортостана» йәмғиәтенең йәшел тәмләткестәр, пекин кәбеҫтәһе, редиска кеүек йәшелсәләре, Нуриман ит комбинаты продукцияһы районда күптән билдәле. Теңкәш ауылынан «Ай» крәҫтиән-фермер хужалығынан Сажиҙә Ғәзизова алып килгән күркә, ҡаҙ, ҡатыҡ-һөт, ҡаймаҡ, ҡорото ла бик үтемле булды. Йәрминкәлә ҡаҙҙың килоһы 350 һум, эре мал ите 280 һум, кәбеҫтә 15 һум, аш сөгөлдөрө 15 һум, картуф 16 һум менән һатыла ине. Ҡыҙылъяр кулинарҙары килтергән икмәк, тәмле бәлештәр, күмәстәр ҙә бик үтемле булды.
Мәҙәниәт йорто алдында райондың мәктәптәре һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең һәм тәрбиәләнеүселәренең бай фантазияһы емештәре ҡуйылғайны. Быйылғы конкурс-күргәҙмә «Көҙ ризығы – табын батшабикәһе кәбеҫтә» тигән темаға арналған, шулай булғас, бөтә палаткалар һәм тирмәләрҙе кәбеҫтә биҙәгән. Кәбеҫтәнән турамалар, бәлештәр, тоҙло кәбеҫтә, йәмләп-биҙәкләп әҙерләнгән ҡул эштәре, «кәбеҫтәле» фотоһүрәттәр – нимә генә уйлап сығармаған ҡатнашыусылар.
Йәнә «Ҡоймаҡ ихатаһы»нда эҫе ҡоймаҡ менән сәй эсергә, стритбол, армрестлинг, дартс буйынса көс һәм таҫыллыҡ һынашырға, мәҙәниәт йорто сәхнәһендә район һәүәҫкәрҙәре ҡуйған концертты ҡарарға, «Йәнле кинотаҫма» сараһында ҡатнашыусылар башҡарыуында төрлө фильмдар геройҙары менән аралашырға, ауыл биләмәләренең фотоматериалдары күргәҙмәләре менән танышырға – ҡыҫҡаһы рәхәтләнеп ял итергә була ине.
Байрамдың тантаналы өлөшө Мәҙәниәт һарайында үтте. Нуримандарҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Носратуллин ҡотланы һәм райондың уңыштары, уңғандары тураһында һөйләне.
Йәш нуримандарҙан бер төркөм тантаналы шарттарҙа паспорттар алып ҡыуанды.

Читайте нас