Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март 2022, 08:39

Арина - «Благовещен мисы – 2022»

Быйылғы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында үткән ҡала гүзәллек конкурсында Благовещендың биш сибәре ҡатнашты.

Арина - «Благовещен мисы – 2022»
Арина - «Благовещен мисы – 2022»

Иң популяр ҡала конкурсында ҡатнашҡан береһенән-береһе аҡыллы, уңған, матур һәм мөләйем ҡыҙҙар ҡала мәҙәниәт йорто сәхнәһендә һәр яҡлап һәләтен асты. Улар үҙҙәрен бер нисә этапта күрһәтте: визиткала ла сибәркәйҙәр тормошо, шөғөлө, яратҡан эше менән таныштырҙы, кейем дефилеһында ла һынатманы, интеллектуаль һәм ижади заданиеларҙы ла теүәл үтәнеләр. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә махсус сығыш яһау ҙа ҡаралғайны. Бында ла һынатманы конкурсанттар.

-  Матур була белеү - үҙе һөнәр. Ҡыҙҙар конкурста ҡатнашыр өсөн күп көс түгеп, конкурстың төрлө этаптарын лайыҡлы үтә алды. Үҙенә матур булырға рөхсәт биргән ҡатын-ҡыҙ ғына бар донъяны ғәмгә күмеп, бүтәндәргә ошо гүзәллек менән һоҡланырға мөмкинлек бирәсәк. Нәзәкәтле, нәфис булыуҙан, бүтәндәрҙе һылыулығы менән таң ҡалдырыуҙан да тартынманы сибәрҙәребеҙ, - тип һөйләне сараны алып барған Сергей Кротов.

Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәттә иң камил һәм ҡабатланмаҫ зат булыуын иҫбатлаған конкурста Благовещен ҡалаһындағы төҙөлөш колледжы студенты Арина Әбдрәхимова «Благовещен мисы – 2022» исеменә лайыҡ тип танылды. Ә ҡаланың №14 балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Яна Буторина вице-мисс титулын яуланы. Конкурста ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәргә һәм матур теләктәргә лайыҡ ҡыҙҙарға артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: