Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Апрель 2022, 10:59

Благовещен һәләттәре – еңеүселәр араһында

Динара Хасанова етәкселегендәге «Задоринка» хореография ансамбле дүрт бейеү башҡарып, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булһа, ә ике бейеү менән сығыш яһаған «Жасмин» ансамбле икенсе дәрәжәле дипломлы булды. Сағыу ҙа, дәртле лә бейеүҙәре менән баһалама ағзаларын таң ҡалдырған был ансамблдәр менән етәкселек иткән Динара Рәсим ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм «Браво, дети!» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаты менән дә тәбрикләнде.

Благовещен һәләттәре – еңеүселәр араһында
Благовещен һәләттәре – еңеүселәр араһында

Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән «Браво, дети!» балалар һәм үҫмерҙәр ижадына бағышланған Бөтә Донъя конкурсында Благовещен ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә теләп ҡатнашты.
Был мәртәбәле конкурста Динара Хасанова етәкселегендәге «Задоринка» хореография ансамбле дүрт бейеү башҡарып, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булһа, ә ике бейеү менән сығыш яһаған «Жасмин» ансамбле икенсе дәрәжәле дипломлы булды. Сағыу ҙа, дәртле лә бейеүҙәре менән баһалама ағзаларын таң ҡалдырған был ансамблдәр менән етәкселек иткән Динара Рәсим ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм «Браво, дети!» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаты менән дә тәбрикләнде.
«Фортепиано» номинацияһында I дәрәжә лауреат исемен Елизавета Сергеева һәм Камила Баязитова (етәксеһе Маргарита Мерзабекова), «дуэт» та Екатерина Мыльникова һәм Ралина Бикбулатова икенсе урын яуланы.
Уҡытыусылар Ирина Мамаева, Розалия Назарованың уҡыусылары - Марк Одинцов, Дарья Харламова, Анастасия Исмәғилева беренсе дәрәжә дипломдары менән еңеүселәр исемлеген тулыландырҙы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: