Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Апрель 2022, 15:14

Эше көйлө, моңо шәп

Өфө районының “Йәшмәләр” башҡорт халыҡ ансамбле Иглин районында үткән Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Мәғәфүр Исмәғилев исемендәге V республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат исеменә лайыҡ тип танылды.

Башҡортостандың 20 район - ҡалаһы араһында һайлап алыу турын үткән “Йәшмәләр”ҙең сағыу сығышы гала – концертта матур булды.  “Йәшмәләр” башҡорт халыҡ ансамбле “Иң яҡшы ансамбль” номинацияһында билдәләнһә, ә уның етәксеһе  Ләйсән Йәнбирҙина 3 дәрәжә лауреат исемен яуланы. Был сарала призлы урындар яулаған еңеүселәр диплом һәм аҡсалата бүләктәр менән дә билдәләнде.

Ансамблдәрҙең сығышын маҡтап, уларҙың етәкселәренең эшенә ыңғай баһа бирә белгән жюри ағзаларына конкурсанттар ҙур рәхмәтле.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: