Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Сентябрь 2022, 14:05

Эвелина – маладис!

Һәләтле музыкант Эвелина Рәжәпованы Благовещенда күптәр яҡшы белә. Уның исеме төрлө кимәлдә һәм төрлө ерҙәрҙә үткән конкурс-фестивалдәрҙә еңеүҙәре менән киң билдәле.  

Эвелина – маладис!
Эвелина – маладис!

Ҡаланың балалар музыка мәктәбендә уҡытыусыһы Ирина Юрьевна Һунаршина класында уҡыған ҡыҙ аккордеонда төрлө көйҙәрҙе оҫта итеп уйнау серҙәренә төшөнөүҙе үҙ алдына маҡсат итеп алған. Киләсәктә ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, музыка өлкәһендә билдәлелек яулаясаҡ ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай. 2022-2023 йылғы уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығының айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән стипендияһына лайыҡ булыуы менән дә ул маҡтаулы. 

Эвелина – маладис!
Эвелина – маладис!
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: