Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2023, 16:02

«Арабеск» студияһы - маладис!

Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Раштыуа каникулдары” Бөтә Рәсәй  хореография сәнғәте конкурс – фестивалендә ҡатнашыусыларҙың сығыштарына һығымта яһалды.  

«Арабеск» студияһы - маладис!
«Арабеск» студияһы - маладис!

Был мәртәбәле конкурс-фестивалдә ҡатнашыусылар араһында Өфө районының Ҡыҙыльяр ауылынан «Арабеск» студияһы бейеүселәре лә бар ине. Наталья Вәлишина етәкләгән был студия ағзалары башҡа бейеүселәр араһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Улар “Халыҡ бейеүе” номинацияһында “Күңелле сәй эсеү” бейеүе өсөн III дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнһә, ә «Красноярочка» кадриле өсөн улар II дәрәжә дипломы лауреаты исемен яуланы.

Баҫҡан ерҙәрендә ут сәсрәткән, ойоҫҡота баҫып бейегән йәш бейеүселәргә артабан да уңыштар теләйбеҙ! «Арабеск» студияһы бейеүселәренә, уларҙың етәксеһенә “Афарин!” тиергә генә ҡала.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: