Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2023, 17:17

Ләйсәндең моңо йәшәр көс бирә

Халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа Ләйсән Йәнбирҙина етәкселегендәге  “Йәшмәләр” ҙең хеҙмәте ғәйәт ҙур.

Ләйсәндең моңо йәшәр көс бирә
Ләйсәндең моңо йәшәр көс бирә

Өфө районы халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында һәр ауылда тиерлек мәҙәниәт йорто бар. Уларҙа һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙәр юлында булған, мөләйем, ихлас, һәләтле, һәр эштән йәм табып йәшәй белгән ысын хеҙмәткәрҙәр көс түгә.

Шундайҙар рәтенә мин Өфө район мәҙәниәт йортоноң "Йәшмәләр" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Ләйсән Йәнбирҙинаны ла индерер инем. Талантлы, моңло тауышлы йырсы, оҫта етәксе һәр эшен күңелен биреп, еренә еткереп башҡарыуы менән абруйлы. Районда бер мәҙәни сара Ләйсән Ғәли ҡыҙынан, ул етәкләгән “Йәшмәләр” ҙән башҡа үтмәй. Төрлө байрам, һабантуйҙарҙа, мәҙәни кисәләрҙә халыҡҡа йыр-моң өләшкән, боронғо йолаларҙы тергеҙгән, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүен тәьмин иткән коллективта шөғөлләнеүселәр араһында төрлө йәштәге кешеләр менән етәксе уртаҡ тел табып, кинәнеп эшләй.

Халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа Ләйсән Йәнбирҙина етәкселегендәге  “Йәшмәләр” ҙең хеҙмәте ғәйәт ҙур. Уйлап ҡараһаң, ансамблгә һәр кем үҙенең күңел ҡушыуы буйынса йөрөй. Йырлы-моңло “Йәшмәләр” ҙә шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла – Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан күсеп килеп, Алексеевка ауылын икенсе төйәге иткән таланттар. Уларҙы халыҡ моңона, йолаларына, сәнғәтенә ҡанат ҡуйыусылар, быуындан-быуынға күскән мәҙәни мираҫты лайыҡлы дауам итеүселәр, халҡыбыҙға рух, көс, дәрт биреүсе лә тейҙәр. Ләйсән Ғәли ҡыҙының ҡул аҫтындағы һәүәҫкәр артистар араһында йөрәге менән йәш, дәрте ташып торған, күптәре оло йәштә булһалар ҙа, теремек, ихлас күңелле булған апайҙар булыуы ҡыуандыра. Улар менән аралашҡанда ансамбль ағзаларының ыңғай ҡарашына иғтибар итәһең, бәләкәй генә шатлыҡты оло итеп ҡабул итә белеүҙәренә төшөнәһең һәм  аралашыуҙан кинәнес алаһың. 

Ләйсән Йәнбирҙина етәкселегендәге “Йәшмәләр” әҙерләгән йөкмәткеле сығыштар ауылдаштарын, райондаштарын ғына түгел, күрше төбәк тамашасыларын да һөйөндөрә. Былтыр Өфөләге  "Быуындар бәйләнеше" республика фольклор сәнғәте конкурсында был ансамбль Гран-при яулай, Иглин районында үткән Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Мәғәфүр Исмәғилев исемендәге V республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат исеменә лайыҡ тип таныла. Бында улар “Иң яҡшы ансамбль” номинацияһында билдәләнһә, ә уның етәксеһе  Ләйсән Йәнбирҙина 3 дәрәжә лауреат исемен дә алған. Благоварҙа күренекле композитор Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусылар араһында «Уяныр сәскәләр» тип аталған республика асыҡ конкурсында ла улар 2-се дәрәжәле лауреат булған.   

Әйткәндәй, Ләйсән Ғәли ҡыҙының үҙенең дә күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары булыуы – етәксенең тынғыһыҙ хеҙмәт емештәренең һөҙөмтәһе икәнлеген иҫбатлай. Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Ләйсәндең төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙәге шәхсән еңеүҙәре лә бихисап. Ғүмерен ижадҡа бағышлап, кешеләргә рухи аҙыҡ өләшкән Ләйсән Йәнбирҙинаның эшмәкәрлеге ҙур ихтирамға һәм маҡтауға лайыҡ. Уның уңыштарына ихлас һөйөнөрлөк, 2012  йылда ул Финляндияла үткән Бөтә донъя конкурсында 2-се, 2013 йылда “Юлдаш йыры” нда 3-сө,  2022 - лә «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» IV регион-ара башҡорт халыҡ-тарихи йыр конкурсында 1-се урын яулаған. 

  Әле яңыраҡ Өфөлә сираттағы, III АРТ-Ҡоролтай форумы эшенең Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған оҫталыҡ дәресе форматында ойошторолған "Этномәҙәни даирәлә остазлыҡ" майҙансығында Ләйсән Йәнбирҙина ла ҡатнашҡан. Ул үҙенең сығышында "Халыҡ йолаларының быуындан-быуынға тапшырылыуында тап остазлыҡ нигеҙ булып тора", тигән фекерҙе белдерҙе. Быны ул коллектив эшмәкәрлеге нигеҙендә төплө итеп иҫбатлай алды. Ҡатнашыусыларға “Йәшмәләр” башҡорт йолаһын сағылдырған күренештәрҙе лә уйнап күрһәтте. Ләйсән Ғәли ҡыҙының һөйләгәндәре, ниндәй милләттән булыуға ҡарамай, халыҡ мәҙәниәтен таратыу, һаҡлау менән шөғөлләнгән һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы булды.

Әле яңыраҡ тағы ла ҡыуаныслы хәбәр, Ләйсән Йәнбирҙинаның Балтас районы Иҫке Балтас ауылында үткән «Йәш килен» VI республика этноконкурсында Гран-при яулауын ишетеп шатландыҡ. 

-Бындай форматлы конкурста мин беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Уны ойоштороусылар беҙҙе ике көн эсендә оҫта итеп бейергә, йырларға һәм сәхнәлә матур итеп атлап йөрөргә өйрәтте, остаздарыбыҙ оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе. Төрлө район, регион диалекты менән аралашҡан ҡыҙҙарҙың аш-һыуы, кейеме, тамғаһы, ырыуы менән яҡындан танышыуы бик ҡыҙыҡлы булды. Конкурс шарттарына ярашлы, үҙебеҙ менән таныштырыу, ниндәй һәләтең бар икәнеңде күрһәтеү, үҙ сығышыңа хас милли ризыҡтарҙан табын әҙерләү һәм ҡул эштәрен күрһәтеү, шәжәрәңде белеү былар барыһы ла мөһим ине. Бөтә ҡатнашыусылар менән бергәләшеп үҙебеҙ  йәшәгән ергә генә хас булған  "Киленгә һыу юлы күрһәтеү" йолаһын да күрһәттек. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе еңеүсе тип уйлайым! Бәләкәй балалар үҫтереп, эштән, донъя мәшәҡәттәренән бушамайым тип тормай, алыҫ араларҙы яҡынайтып, был конкурсҡа әҙерләнеп килеп, ҙур теләк, оло дәрт менән ҡатнашыуҙары үҙе ни тора! Конкурс бер тында үтте: конкурсанттар барыһы бик һәләтле һәм ойоштороусылар ҙа шәп ине. Ҡулыма Гран-при тотҡас, шатлыҡлы күҙ йәштәрһеҙ ҙә булманы, әлбиттә! Маҡсатыңа ирешеү, үҙең өсөн бер баҫҡысҡа күтәрелеү хисе күңелемде үҫтерҙе. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте ойошторған конкурстың проект авторы Гөлгөнә Баймырҙинаға, хөрмәтле жюри ағзаларына, ҡунаҡсыл Балтас район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, миңә ышанған Өфө район мәҙәниәт йорто директоры Айрат Халиҡовҡа, конкурс мәлендә минең менән бергә булған хеҙмәттәштәремә, ғаиләмә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм! Миңә ышанып тапшырылған "Йәш килен" исемен алда ла аҡлармын, Алла бирһә!, - тип һөйләне Ләйсән Ғәли ҡыҙы Йәнбирҙина.

         Учалы районының Балбыҡ ауылы ҡыҙы булған Ләйсән бәләкәйҙән үҙенең тырышлығы, уңғанлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Шуға ла Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының вокал бүлеген, Өфө дәүләт сәнғәт институтын да ул уңышлы тамамлаған. 9 йыл дауамында “Тамыр” балалар ансамбле етәксеһе булған, күпме йәш һәләттәргә ҡанат ҡуйған Ләйсән Йәнбирҙина хеҙмәт юлын бөгөн Өфө район мәҙәниәт йортонда дауам итә. Медицина өлкәһендә эшләгән ире, күҙ нурҙары - Әминә һәм Ибраһим исемле балалары менән дә ул бик бәхетле.   

Сәнғәткә ғашиҡ булыу уларҙың нәҫелендә быуындан-быуынға күсә килә. Уның бер олатаһы скрипкасы булһа, икенсеһе мандолинала уйнаған, ике өләсәһе лә моңло тауышлы йырсы булғандар. Үкенескә ҡаршы, мәрхүм атаһы Ғәли Сәфиулла улы шәп баянсы, гитарала оҫта уйнаған, әсәһе Гүзәл Ижбай ҡыҙы ла бик матур йырлай. Эйе, улар нәҫелен ғүмере буйы йыр – моң оҙата йөрөй. Шуға ла бәләкәйҙән йырҙан айырылмаған, күңелендәгеһен йыр аша еткергән Ләйсән Йәнбирҙина иҫ киткес моңло тауышы, башҡарыу оҫталығы менән маҡтаулы. Йырлаһа, йөрәген өҙөп бирерҙәй булып, бөтөн булмышын һалып йырлай бит ул! Уның матур тауышы йөрәктәргә яғыла ла, күңелдәрҙе дауалай, ә моңо йәшәр өсөн көс бирә!   

Маладис, һин тырыш, уңған, ә иң мөһиме һәләтле Ләйсәнебеҙ! Башҡортостандың талантлы бер мөләйем, аҫыл ҡыҙы һин! Уңыштар, бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм ныҡлы һаулыҡ! Ғаиләң үҙеңә терәк, яҡындарың ныҡлы таяныс булып торһон! Сәләмәт, бай, тәүфиҡлы, рухлы булып йәшә! Яңынан-яңы еңеүҙәр, ижади үрҙәр!

Ләйсәндең моңо йәшәр көс бирә
Ләйсәндең моңо йәшәр көс бирә
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: