Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Апрель 2023, 09:23

Һыҙҙыр әле ауыл көйҙәрен...

Ҡара Яҡуп аҡһаҡалы 75 йәшлек Фаил ағай Байдамшин үҙ ғүмерендә байтаҡ гармун туҙҙырған

Һыҙҙыр әле ауыл көйҙәрен...
Һыҙҙыр әле ауыл көйҙәрен...

Дим буйы ауылдарының бер матур йолаһына әүерелде ул “Гармун байрамы”. Сираттағы бәйге – Дурас ауыл мәҙәниәт йортонда үтте.

– Ҡар ирей башлағас та, “Гармун байрамы” быйыл ҡайҙа була икән тип һораша башлайбыҙ, – ти Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылынан килгән Наил Мәғәсүмов.

Әйткәндәй, күрше ырыуҙаштар һәр ваҡыттағыса байрамды күтәреп алды! Көрмәнкәй, Ҡаҙанғол, Соколовка, Дүртөйлө ауылдары һәм Дәүләкәндең үҙенән килгәйнеләр. Ике район гармунсылары береһенән-береһе дәртле көйҙәрҙе кемуҙарҙан һыҙҙырҙы. Шуныһы ла мәғлүм булһын, Әлфиә Туҡтарова, Әлиә Уразбахтина, Надиә Миңлебаева, Ризида Әминева һәм 68 йәшен тултырған Наилә апай Закирова һис тә ир-егеттәрҙән ҡалышырға теләмәнеләр.

Ҡара Яҡуп аҡһаҡалы 75 йәшлек Фаил ағай Байдамшин үҙ ғүмерендә байтаҡ гармун туҙҙырған.

– Атайым Әфтәх 92 йәшенә саҡлы гармунда уйнаны, ейәнем Рамазандың уйнарға ла теләге ҙур. Йәш саҡтарҙа районыбыҙ кейәүе, билдәле шәхес Бәхти Ғайсин менән дә сығыш яһарға тура килде, – ти моңға ғашиҡ ағай. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе был байрам. Йәшлек көйҙәрен уйнап, йырлап, бейеп тә алырға форсат тейҙе. Күптән күрешмәгән ырыуҙаштарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

– Ауыртыу-һыҙланыуҙар булмаһын, йырлап-бейеп йәшәүгә ни етә. Ҡушылып йырлап ултырҙыҡ, бик күңелле, – ти Биҡҡолдан килгән Альбина Сәфәрғәлина.

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, ошо матур сараны ойоштороусы Дурас ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Заманов байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен гармун моңдары аша ла еткерҙе. Бер гармунсы ла бүләкһеҙ ҡалманы. «Ауылдың иң шәп егете» – Раил Хәжиев, «Тыумыштан һәләтле» – Раил Ғүмәров, «Иң йәш гармунсы» – Илнур Хәсәнов, «Иң өлкән гармунсы» – Фаил Байдамшин, «Иң оҫта гармунсы» – Надиә Миңлебаева һ. б. номинацияларҙа билдәләнде.

Байрам ойошҡанлы, юғары кимәлдә үтте, тик йәштәрҙең унда бик әҙ ҡатнашыуы ғына эсте бошорҙо. Күберәк өлкән һәм урта быуын гармунсылар. Ни өсөн йәштәр гармунға битараф икән? Дим буйҙарын яңғыратҡан сара йыл һайын ҡабатланып торһон, йәштәребеҙ ҙә уға дәррәү ҡушылһын.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: