Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2023, 16:44

Ҡариҙел буйы гөрләне

Гүзәл тәбиғәте менән дан тотҡан Нуриман ерендәге Ҡариҙел йылғаһы буйында «Кәкүк сәйе – 2023»  V Республика этнофестивале үтте. Байрам 20 майҙа Нуриман районының Павловка ауылындағы «Павловка паркы» сауҙа-күңел асыу үҙәге биләмәһендә ойошторолдо.

Ҡариҙел буйы гөрләне
Ҡариҙел буйы гөрләне

Гүзәл тәбиғәте менән дан тотҡан Нуриман ерендәге Ҡариҙел йылғаһы буйында «Кәкүк сәйе – 2023»  V Республика этнофестивале үтте. Байрам 20 майҙа Нуриман районының Павловка ауылындағы «Павловка паркы» сауҙа-күңел асыу үҙәге биләмәһендә ойошторолдо.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Нуриман районы хакимиәте, яуаплылығы сикләнгән «Павловка паркы» сауҙа-күңел асыу үҙәге йәмғиәте ойошторған был мәртәбәле сара фольклор коллективтарҙы һәм айырым башҡарыусыларҙы бергә тупланы. Унда нуримандарҙан тыш Архангел, Асҡын, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Кушнаренко, Иглин, Мишкә, Салауат, Шишмә, Өфө райондары һәм ҡалаһынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән фольклор коллективтары әүҙем ҡатнашты.

Башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҙенсәлеген, йолаларын һәм халыҡ байрамдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән был “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә үткән этнофестивалдә «Кәкүктең иң яҡшы йола костюмы», «Иң яҡшы фольклор коллективы», «Иң яҡшы сәй тантанаһы», «Байрамдың иң яҡшы символы (кәкүк)» номинациялары буйынса конкурстар булды.

«Кәкүк сәйе» - башҡорттарҙың боронғо йола байрамы. Ул күҙгә күренеп бармаған матур тауышлы кәкүк ҡошона арналған. Был йола борондан «кәкүк айында», апрель аҙағынан июнгәсә, ер ҡарҙан әрселгәндә һәм тәүге йәшеллек менән ҡапланғанда, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып килгән мәлдә үткәрелгән. Йыл һайын кәкүк тауышы яңғыраған аҡлан-болондарға ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, балалар йыйылған. Тәбиғәткә сығыусылар уйын уйнап, йырлап, киләсәкте юрап ҡайтҡан. Тап шул мәлдә ҡырҙа ашарға яраҡлы үләндәр йыйғандар, сәй эсеү ҙә йыйындың мөһим өлөшө булған. Бының өсөн улар үҙҙәре менән төрлө ашамлыҡтар алғандар. Ризыҡтың бер аҙынан кәкүккә лә өлөш сығарып, ул саҡырған ағас төбөнә һөт-ҡатыҡ ҡойоп теләк теләп ҡайтҡандар. Быларҙың барыһы ла кәкүктәр миһырбанлы булһын өсөн эшләнгән. Инәйҙәр кәкүктән, нисә йыл йәшәргә ҡалды, тип тә һораған. Был осраҡта ҡоштоң оҙаҡ һанауы оҙон ғүмергә ишаралай тигән. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай итеп тәбиғәткә һәм ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, илгә тыныслыҡ, яҡшы уңыш, таҙалыҡ һәм байлыҡ теләгән.

Тап ошо йоланы сәхнәләштергән  Өфө районының “Йәшмәләр” башҡорт халыҡ фольклор ансабленең сығышы барыһына ла бик оҡшаны. Төп роль – иң оло Инәй ролен башҡарған ансамбль етәксеһе Ләйсән Йәнбирҙина, башҡа апай-инәйҙәр ролдәрен  Мөнирә Назырова, Флюзә Идиәтуллина, Ираида Бәҙәмшина, Рәзилә Йомағолова, Фидәлиә Вәлимхәматова, Дилә Аҡҡужина, Фирҙәүес Жәйләувалар ысын әртистәрсә уйнаны. Балалар ҙа өлкәндәрҙән  ҡалышманы. Алһыу Исмәғилева, Айнур Ғафаров, Руслан Ғайсин, иң бәләкәйҙәрҙән Радмир һәм Данир Муллағәлиевтар, хатта рус ҡыҙы Яна Михайлова ла етеҙлек, отҡорлоҡ талап иткән милли уйындарҙа ҡатнашып, үҙ ролдәрен яҡшы итеп аса алды. “Иң яҡшы фольклор ансамбле” номинацияһында беренсе урын яулаған “Йәшмәләр” ҙең сағыу сығышын йәш баянсы Илнар Сәғиҙуллин менән ҡурайсы Илгиз Зиннәтуллин музыкаль яҡтан биҙәне.

Тантананың рәсми өлөшөндә ҡатнашҡан район етәкселәре, баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән ҡунаҡтар артистарҙы ихлас тәбрикләне һәм был сараның күп милләтле Башҡортостан халҡының дуҫлығын, именлеген нығытыуҙа булышлыҡ итеүен дә билдәләне.

Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙың был матур байрамы ысын-ысындан йолаларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа, уны йәш быуынға тапшырыуҙа мөһим роль уйнай. Быйылғы « Кәкүк сәйе” этнофестивалендә олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихлас ҡатнашты. Райондарҙың вәкилдәре үҙҙәренең бай эстәлекле тирмә-ҡаралтыларын күрһәтте, йыр - моң, бейеүен бүләк итте, башҡорт халҡының аш-һыуы менән ихлас таныштырҙы, башҡорт сәйен презентацияланы, халыҡ ижады әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр һәм сувенирҙар күргәҙмә-һатыуҙы ла ойошторҙо.    

 Көн оҙоно Ҡариҙел йылғаһы буйында йыр-моң  гөрләп торҙо, байрам унда ҡатнашыусылар күңелендә тик яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы.

Хуш, “Кәкүк сәйе -2023”, киләһе байрамда осрашҡанға тиклем!  

Ҡариҙел буйы гөрләне
Ҡариҙел буйы гөрләне
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: