Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2023, 10:40

Илмир Ҡоҙабаев – еңеүсе!

Өфө районының Зубов ауыл мәҙәниәт йорто солист - инструменталисы Илмир Ҡоҙабаев Мәләүез ҡалаһында үткән «В глубинке» X төбәк-ара фестиваль-конкурсында еңеүсе булды.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған был фестиваль - конкурс күп музыка яратҡан кешеләрҙе бергә тупланы. Халыҡ йолаларын һаҡлауға һәм уларға үҫеп килгән быуындарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән был мәртәбәле сарала Илмир «Инструменталь музыка» номинацияһында Гран-при яуланы. Ул халыҡ стилләштерелгән музыкаһын һәм бейеүен иң яҡшы башҡарыусыларҙың береһе тип танылды.

Сара Илмир Ҡоҙабаевты лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: