Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июнь 2023, 15:33

Бейеүҙән ләззәт алып

«Родничок» ансамбле Рәсәй, республика кимәлендә үткән бәйге-фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай, районда үткән һәр сарала сәхнә түрен биҙәй  Әнфисә Сәйфетдинова һалған бейеүҙәр.

Бейеүҙән ләззәт алып
Бейеүҙән ләззәт алып

–Һеҙҙе ҡарап ултырған барлыҡ кешенең дә тыпыр-тыпыр итеп бейегеһе килһен, – тип уның серҙәренә өйрәтә ҡасабаның балалар сәнғәт мәктәбе эргәһендәге «Родничок» бейеү ансамбленә йөрөүселәрҙе Әнфисә Сәйфетдинова.

Атаһы Зөбәйҙулланың бейегәнен күреп, мәктәп сәхнәләрендә бейеп үҫкән Әнфисәгә урта мәктәпте тамамлағас һөнәр һайлап баш ватырға тура килмәй. Ул Стәрлетамаҡ культура ағартыу училищеһының бейеү бүлегенә уҡырға инә. Бына өс тиҫтә йылдан артыҡ ошо һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, балаларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Бөгөнгө көндә ике уҡыусыһы Карина Мостафина, Әлиә Сәфәрғәлина ла остаздарының юлын һайлап, бергә эшләп йөрөй.

– Ҡасандыр атай-әсәйҙәре ансамблгә йөрөгәйне, бөгөн уларҙың балаларын бейергә өйрәтәм. Күп уҡыусыларым ҙур теләк менән йөрөй, араларында талантлылары ла етерлек. Балаларҙы сәхнәгә сығарыу – минең өсөн ҙур шатлыҡ, улар үҙ-үҙҙәрен баһаларға, ҡурҡыу, тартыныу тойғоларын еңергә өйрәнә. Бейеү – нәфислек, дәрт, ыңғай хистәр уята. Иң мөһиме – балаларҙың шөғөлө бар, – ти етәксе. «Родничок» ансамбле Рәсәй, республика кимәлендә үткән бәйге-фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай, районда үткән һәр сарала сәхнә түрен биҙәй  Әнфисә Сәйфетдинова һалған бейеүҙәр. Хореография бүлегенә 256 бала йөрөй, 5-се, 2-се мәктәптәрҙә, «Аленушка» балалар баҡсаһында ла төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәтергә өлгөрә ул.

– Һәр бала үҙенсәлекле, милли бейеүҙәр аша балаларҙа дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәре тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бар шундай балалар, бейеүҙән ләззәт алып, рәхәтләнеп бейей. Уларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел, – ти үҙ эшенең оҫтаһы.

Әнфисә Зөбәйҙулла ҡыҙы үҙе лә конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша, Екатеринбургта үткән «Малахитовый узор» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашып I  дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған, байтаҡ рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнгән ул.

– Минең өсөн иң ҙур баһа – уҡыусыларым, уларҙың шат, ҡәнәғәт йылмауыуы, – ти Әнфисә Сәйфетдинова.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: