Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь 2023, 17:01

Йылдар уңышлы булһын!

Сыбаҡай ауылында «Ҡарға бутҡаһы» фольклор байрамы үтте.

Йылдар уңышлы булһын!
Йылдар уңышлы булһын!

«Ҡарға бутҡаһы» – мосолман халыҡтарында иң популяр байрамдарҙың береһе. Боронғо заманда ул яҙғы баҫыу эштәре тамамланғандан һуң үткәрелә торған булған. Йоланың мәғәнәһе – мул уңыш алыу өсөн ҡоштарҙы һыйлау. Ул бер аҙ үҙгәртелеп беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

Күптән түгел был йола Сыбаҡайҙа үтте. Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын тергеҙеү, һаҡлау, үҫеп килгән быуынды халыҡ мәҙәниәте традицияларында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән был байрамға әҙерлек алдан уҡ башланды. Бер көн элек урындағы мәктәп биләмәһен тәртипкә килтерҙеләр. Матур кейенгән балалар өйҙәр буйлап йөрөнө, халыҡты байрамға саҡырҙы, ә хужалар уларға ярма, һөт, май, шәкәр, йомортҡа бирҙе, оҙон таяҡҡа таҫтамалдар, яулыҡтар бәйләне.

Билдәләнгән ваҡытта халыҡ аҡланға йыйылды. Алып барыусы «Ҡарға бутҡаһы» тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, элек кешеләр яҙҙы ҡанаттарының осонда ҡара ҡарғалар алып килә тип уйлаған, шуға күрә, уларҙың килеүе хөрмәтенә байрам ойошторғандар.

Балтика ауыл биләмәһе башлығы Ирина Бугвин башлап ебәргән байрам башынан аҙағына тиклем йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Меңйетәр ауыл һәм район мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, үҙешмә   кәр сәнғәт әһелдәре  халыҡҡа үҙ сығыштарын бүләк итте. Концерт барған арала балалар «Тирмә», «Ҡапҡа», «Ҡап та ҡоп», «Яулыҡ йәшерәм» һәм башҡа уйындар уйнаны, спорт ярыштарында көс һынашты.

Уйындарҙан һәм күңел асыуҙан һуң бөтәһен дә өҫтәлгә саҡырҙылар. Һәр кем аҡланда бешерелгән тәмле бутҡа, башҡорт милли аш-һыуы һәм самауыр сәйе менән һыйланды. Йола буйынса ҡалған аҙыҡ ҡоштарҙы һыйлау өсөн ҡыуаҡ һәм ағас ботаҡтарына һалынды.

Байрам бөтәһенә лә оҡшаны. Роза Ниғмәтуллина ауылда үткән бөтә ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнай. Был юлы ла ул ситтә ҡалманы. Ирле-ҡатынлы Роза Һәм Тәлғәт Ниғмәтуллиндар 45 йыл татыу ғүмер итә. Ата-әсә өс бала тәрбиәләгән. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ҙур хужалыҡ тота: һыйыр, ҡош-ҡорт ҡарай.

– Байрам матур үтте, – тине әүҙем ҡатын. – Күңел асып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял иттек. Бындай йөкмәткеле байрамдар һәр ваҡыт үтһен ине. Шуны ла әйтергә кәрәк, беҙҙәге  бөтә саралар ҙа ауыл клубының мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Гөлдәр Тоҡомбәтова тарафынан юғары кимәлдә үткәрелә. Гөлдәр Дамир ҡыҙы – бик талантлы белгес: йәштәрҙе бейергә, йырларға, гитарала уйнарға өйрәтә.

Муниципалитет башлығы Ирина Бугвин билдәләүенсә, бындай саралар кешеләргә бик кәрәк.

– Улар халыҡ йолаларын тергеҙеүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, ауыл халҡы араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе лә һаҡлай, – тине Ирина Михайловна.

Байрам уңышлы йыл, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, мөхәббәт һәм изгелек, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың исән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләү менән тамамланды.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: