Йылайыр районында атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың 95 йыллығына арналған башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы үтте.
Башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын популярлаштырыуға, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән был проект республика ҡала-райондарының мәҙәниәт өлкәһендәге бренд саралары исемлегенә индерелгән.
Быйыл үткән мәртәбәле был сарала Башҡортостандың 16 район һәм ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан, Марий Эл Республикаһынан билдәле музыканттар ҡатнашты. Улар араһында Благовещен районынан Айнур Назаров та бар ине.Ул ҡурайсы-солистар араһында Гран-приҙы яулап, 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Айнур Назаров яҡшы ҡурайсы ғына түгел, ҡала мәҙәниәт үҫеше үҙәгенең "Айбар" башҡорт халыҡ ансамбле етәксеһе лә. Коллектив һәр ваҡыт башҡорт халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү өҫтөндә эшләй һәм халыҡтың мәҙәниәт ҡиммәттәргә киң ҡушылыуына булышлыҡ итә. Бер генә район байрамы ла был коллективтың сығышынан башҡа үтмәй. Улар һәр сарала халҡыбыҙ ижадының тамырҙарын яҡшы белеүен дәлилләй.