Иртән урындағы мәктәп биләмәһендә дәртле музыка уйнаны, ҡунаҡтарҙы байрамға саҡырҙы. Аҡлан матур итеп биҙәлгән: һыйыр, үгеҙ фигуралары, һөт өсөн бидондар, бесән композициялары, файҙалы аҙыҡ-түлек. Байрамды үткәреү ваҡыты осраҡлы түгел: үлән шаҡтый ғына күтәрелгән, һыйырҙар оҙайлы ҡыштан һуң көс йыйырға өлгөргән. Ауыл халҡы белә, иң тәмле һөт, әлбиттә, һыйырҙар болондарҙа йөрөп, йәшел үлән менән туҡланғанда барлыҡҡа килә.
Яланға милли стильдә биҙәлгән тирмә ҡуйылған. Уның эске биҙәлеше башҡорттарҙың боронғо көнкүрешен хәтерләтә. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһенә ҡуйылған эштәр күп төҫлө һәм төрлө жанрлы булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Бында ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтарҙы, башҡорт милли биҙәүестәрен, буялған ағас ҡалаҡтарҙы, сигелгән картиналарҙы, бәйләнгән әйберҙәрҙе, «Matur market» фирмаһы биҙәүестәрен һәм башҡа күп нәмәләрҙе күрергә һәм һатып алырға мөмкин ине. Уларҙы Ләмәҙ, Аҡбирҙе ауыл биләмәләре, Иглин ауылы, шулай уҡ Благовещен районы һәм Өфө оҫталары эшләгән. Шулай уҡ шифалы үләндәр һәм ферментланған сәйҙәр ҙә бар ине.
Райондың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарынан һөт продукцияһының ҙур ассортименты тәҡдим ителде. Теләгән һәр кем бала саҡтан яратҡан тәм-томдарын: һөт, ҡаймаҡ, кефир, май, сыр һәм башҡа риҙыҡтарҙы тәмләп ҡараны, шулай уҡ файҙалы аҙыҡ-түлекте һатып та алды.
Ауструм ауылынан Зинаида Филатова һөт ризыҡтарын күпләп килтергән. Күп балалы ғаилә ун йылдан ашыу күпләп мал аҫрай. Әлеге ваҡытта улар утыҙ баш эре мөгөҙлө мал, ҡош-ҡорт ҡарай. Байрамды Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортоноң «Аҡ тирмә» өлгөлө башҡорт фольклор коллективы (етәксеһе Л. Ғәлимйәнова) һәм «Балҡыш» халыҡ театры (режиссеры Г. Ибатова) ҡатнашыусылары асты. Үҙешмәкәр артистар «Тәмле ҡаймаҡ» спектаклен күрһәтте.
Байрам программаһы сиктәрендә бер нисә майҙансыҡ эшләне. Унда иглиндар ғына түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Ләйсән Фазлетдинова, Өфө яны йылылыҡ электр үҙәге Б.И. Можаев исемендәге Павловка ГЭСы майҙансығы начальнигы Александр Иванов сәләмләне.
– Беҙ барыбыҙ ҙа ауыл ерендә һөт һәм һөт ризыҡтарын ашап үҫтек, - тине Гүзәл Рәйес ҡыҙы. – Өҫтәлгә килгәнсе һөт оҙон юл үтә. Был күп кешеләрҙең ҙур хеҙмәте. Балалар ҙа был хаҡта белергә тейеш. Шуға күрә бындай байрамдарҙы йыл һайын үткәрергә, үҫеп килгән быуынға һөт ризыҡтарын нисек әҙерләүҙәрен күрһәтергә кәрәк.
Музыкаһыҙ һәм бейеүһеҙ ниндәй байрам була инде! Сәхнәнән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов, билдәле йырсы Ильяс Аллаяров, райондың художестволы үҙешмәкәрлегендә ҡатнашыусылар башҡарыуында йырҙар һәм көйҙәр яңғыраны. Район, Меңйетәр, Аҡбирҙе ауыл мәҙәниәт йорттары, Сыбаҡай клубы бейеү коллективтары үҙҙәренең сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡышланы, яратҡан йырҙарын йырланы, дәртле музыкаға бейене. Меңйетәр ауылынан 87 йәшлек Минһылыу Ғилметдинова ла ҡурай моңо аҫтында бейергә тотондо. Байрамға ул башҡорт милли кейемендә килгән.
Майҙанда балалар һәм өлкәндәр төрлө милли уйындар уйнаны.
Гармун моңы яратыусылар «Уйна, гармун!» майҙансығына йыйылды.
Теләге булғандар гастрономия оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды.
– Беҙ ҡунаҡтарға иҫке сепараторҙа ҡаймаҡ айыртып күрһәттек, – тип һөйләне Ауструм ауыл мәҙәниәт йортоноң өлкән ойоштороусыһы Елена Вавилкина. – Һөттө 60 градусҡа тиклем йылыттыҡ, унан эшкә тотондоҡ. Бер яҡтан ҡаймаҡ аға, икенсеһенән – айыртылған һөт. Яҡында ғына сепараторҙы йыйып-һүтеп ҡарарға мөмкин ине. Ләмәҙ ауыл биләмәһе майҙансығында май әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Земфира Дәүләтшина ҡаймаҡты аҡ майға әйләндерҙе.
– Бер литр ҡаймаҡтан яҡынса 300 г май алына, – тип аңлатты Земфира Нәзир ҡыҙы. – Әҙер майҙы һыуыҡ һыуҙа йыуырға кәрәк.
Сара аҙағында бөтә ҡунаҡтар балтырған ашы менән һыйланды.
Байрам тамамланды, ул бөтәһенә лә уңай тәьҫораттар, яҡшы кәйеф бүләк итте. Һәм, әлбиттә, сәләмәт туҡланыу һәм бәләкәй ватандың мәҙәни һәм хеҙмәт традицияларын тергеҙеү яҡлылар рәтен тулыландырҙы. Сараны ойоштороусылар, районда бындай байрамдар йолаға әүерелер, тип ышана.