Шишмә ҡасабаһының балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөгән бер төркөм уҡыусылар етәкселәре менән Түбәнге Новгород ҡалаһына «Золотая лира» халыҡ-ара фестиваль-конкурсҡа барып, унда еңеү яулап ҡайтты.
-Конкурс бик көсөргәнешле үтте,- ти ансамбль етәкселәре Анфиса Сәйфетдинова һәм Карина Мостафина. Башҡортостан Республикаһы данын яҡлаған шишмәләр Пенза,Тула, Кострома, Владимир, Мәскәү ҡалаларынын оҫта бейеүселәре менән бер рәттән "Золотая лира" фестивалендә майҙан тотто. Новгород сәхнәһендә "Реверанс","Родничок" ансамблдәре башҡорт ҡыҙҙары бейеүе "Беләҙек" те башҡарып "Хореография" номинацияһында 3 дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Шишмәнен аҫыл бейеүселәре сығыштарҙан һуң ҡалала экскурсияларға сыҡҡан, Волга йылғаһы буйлап теплоходта йөрөргә лә ваҡыт тапҡан. Улар күнелен яны хис-тойғоларға байытып, кәйефен күтәреп, яны кешеләр менән танышып, үҙҙәрен дә күрһәтеп ҡайтҡан.